Добаткин Владимир Иванович
Добаткин Владимир Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 23 февраль 1915 |
Тыуған урыны | Рязань губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 9 октябрь 1999 (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | металлург |
Уҡыу йорто | Дәүләт төҫлө металдар һәм алтын университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Добаткин Владимир Иванович (1915 — 1999) — СССР һәм Рәсәй металлургы.[1] СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. Ленин премияһы һәм өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы лауреаты
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Добаткин Владимир Иванович 1915 йылдың 10 (23 февралендә) Бетино ауылында тыуған (хәҙер Рязань өлкәһе).
1941 йылда Төҫлө металдар һәм алтын дәүләт университетын тамамлай; 1941—1958 йылдарҙа 95-се заводта (Үрге-Салдинский металлургия производство берекмәһе): өлкән инженер, баш металлург урынбаҫары, баш металлург булып эшләй;[1] 1956 йылда техник фәндәр докторы. Докторлыҡ диссертацияһының темаһы: «Строение слитков деформируемых алюминиевых сплавов и его влияние на свойства изделий»; профессор;[2]1958—1961 йылдарҙа авиация материалдарының Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре; 1961—1987 йылдарҙа Еңел иретмәләрҙең Бөтә Рәсәй институты начальнигы урынбаҫары; 1979 йылда СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы
1999 йылдың 9 октябрендә Мәскәүҙә вафат була. Троекуров зыяратында ерләнә
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]В. И. Добаткиндың төп эштәре өҙлөкһөҙ ҡойоу, металдарҙы өйрәнеүсе фәнгә еңел иретмәләрҙе термик эшкәртеүгә арналған. Ул иретмәләрҙе кристаллаштырыуҙың ҡайһы бер законлылыҡтарын билдәләй, алюминий һәм титан иретмәләренән деформацияланған ярымфабрикаттаҙны нығытыуҙың мөһим механизмдарының береһе — структур (субзерен) нығытыуҙы аса һәм һүрәтләй. Уның етәкселегендә бер нисә эре етештереү мәсьәләһе хәл ителә: эре габаритлы титан ҡойолмаларын сәнәғәтле етештереү технологияһы эшләнә һәм ойошторола; киң фюзеляжлы самолеттарҙың яңы быуыны өсө ҙур габаритлы ҡушылмаларҙы ҡойоу һәм юғары ныҡлыҡтағы алюминий иретмәләренән ярымфабрикаттар алыу буйынса сәнәғәтле технология эшләнә; юғары ныҡлыҡтағы алюминий иретмәләрҙең конструкцион ныҡлығы арта[1]
В. И. Добаткин —металдарҙың вакуумлы иретмә технологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе[3]. Уның етәкселегендә СССР-ҙа беренсе тапҡыр ҡаты профилдәр, нәҙек торбалар һәм эре штамповкалар яһау үҙләштерелә.[2]
Ғилми хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]В.И.Добаткин — 200-ҙән ашыу баҫма эшенең, шул иҫәптән 6 монография авторы[1] Төп хеҙмәттәре:
- Добаткин, Владимир Иванович. Литейные свойства сплавов применительно к непрерывному литью [Текст] / Добаткин В. И.; Моск. авиац. технол. ин-т «МВО». Москва : тип. МАТИ, 1946.
- Добаткин, Владимир Иванович. Непрерывное литье и литейные свойства сплавов [Текст] / В. И. Добаткин, канд. техн. наук; [Предисл. акад. А. А. Бочвар и проф. д-ра С. М. Воронова, с. 3-4]. Москва : изд-во и тип. Оборонгиза, 1948.
- Добаткин, Владимир Иванович. Строение слитков деформируемых алюминиевых сплавов и его влияние на свойства изделий [Текст] : Автореферат дис. работы, представл. на соискание учен. степени доктора техн. наук / М-во высш. образования СССР. Моск. ин-т цвет. металлов и золота им. М. И. Калинина. Москва : [б. и.], 1956.
- Добаткин, Владимир Иванович. Слитки алюминиевых сплавов [Текст] / В. И. Добаткин, д-р техн. наук. Свердловск : Металлургиздат. Свердл. отд-ние, 1960.
- Технология производства и свойства титановых сплавов [Текст] : Материалы Науч.-техн. совещания / Всесоюз. ордена Ленина науч.-исслед. ин-т авиац. материалов ; Отв. ред.: д-р техн. наук В. И. Добаткин, инж. И. Н. Каганович. [Москва] : ОНТИ, 1961—1967.
- Вакуумная дуговая плавка металлов и сплавов [Текст] : Сборник / Под общ. ред. д-ра техн. наук В. И. Добаткина ; ВИЛС [Б. м.] : ОНТИ, 1966—1969.
- Добаткин, Владимир Иванович. Гранулируемые алюминиевые сплавы / В. И. Добаткин, В. И. Елагин. М. : Металлургия, 1981.
- Непрерывное литье в электромагнитный кристаллизатор / [З. Н. Гецелев, Г. А. Балахонцев, Ф. И. Квасов и др.]; Под ред. В. И. Добаткина. М. : Металлургия, 1983.
- Плавка и литье алюминиевых сплавов : Справочник / [ М. Б. Альтман, А. Д. Андреев, Г. А. Балахонцев и др.]; Отв. ред. В. И. Добаткин. М. : Металлургия, 1983.
- Воздействие мощного ультразвука на межфазную поверхность металлов / [В. И. Добаткин, Г. И. Эскин, О. В. Абрамов и др.]; Отв. ред. А. И. Манохин; АН СССР, Прогр. ком. «Физика, химия и механика поверхности», Ин-т физики твердого тела. М. : Наука, 1986.
Танылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин премияһы (1966);
- Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1949)
- Ленин ордены;
- өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены;
- миҙалдар
- Рәсәй Фәндәр академияһының Д.К. Чернов исемендәге алтын миҙалы (1995) —«Исследование структурного упрочнения и наследственного влияния строения слитка на свойства деформированных легких сплавов» темаһы буйынса эштәр циклы өсөн;
- П.П. Аносов исемендәге СССР ФА премияһы лауреаты (1975) — «Исследование закономерностей кристаллизации слитков и гранул алюминиевых сплавов» темаһына эштәр серияһы өсөн.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Добаткин Владимир Иванович 2020 йыл 19 февраль архивланған. на портале «Свободная энциклопедия Урала»;
- ↑ 2,0 2,1 Развитие. 2014 йыл 23 октябрь архивланған. Страница истории на официальном сайте Верхне-Салдинского металлургического производственного объединения (Корпорации ВСМПО-АВИСМА);
- ↑ Добаткин Владимир Иванович на портале viperson.ru.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Авиация: Энциклопедия. — М.: Большая Российская Энциклопедия. Главный редактор Г. П. Свищев. 1994;
- Большой энциклопедический словарь: В 2-х т. / Гл. ред. А. М. Прохоров. — М.: Советская энциклопедия. 1991.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профиль Владимира Ивановича Добаткина РФА рәсми сайтында.
- 23 февралдә тыуғандар
- 1915 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 9 октябрҙә вафат булғандар
- 1999 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- Сталин премияһы лауреаттары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Ленин премияһы лауреаттары
- СССР металлургтары
- СССР ФА мөхбир ағзалары
- Техник фәндәр докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр