Эстәлеккә күсергә

Добронравов Борис Георгиевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Добронравов Борис Георгиевич
рус. Борис Георгиевич Добронравов
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Патронимы йәки матронимы Георгиевич[d]
Тыуған көнө 4 (16) апрель 1896[1]
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы[1]
Вафат булған көнө 27 октябрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1] (53 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, РСФСР, СССР[1]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө актёр
Эш урыны Мәскәү Художество театры
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены СССР-ҙың халыҡ артисы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы
 Добронравов Борис Георгиевич Викимилектә

Добронравов Борис Георгиевич (4 апрель (16 апрель) 1896 йыл — 27 октябрь 1949 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР актёры, нәфис һүҙ оҫтаһы. СССР-ҙың халыҡ артисы (1937)[2]. Ленин (1948) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1937) ордендары кавалеры.

Борис Георгиевич Добронравов Мәскәү ҡалаһында дин әһеле ғаиләһендә тыуа[3] .

1909 йылдан Дон монастыре ҡарамағындағы дини училищела белем ала, уны тамамлағас, 1913 йылда Мәскәү дини семинарияһына уҡырға инә. Әммә өлкән ағаһы кеүек үк, үҙен бағышлаған физика һәм математикаға бағышларға ҡарар итеп, 1914 йылда семинарияны ташлап, Мәскәү университетының физика-математика факультетына уҡырға инә[2].

1915 йылда, «Ранее утро» гәзитендә Мәскәү Художество театрына (МХТ) ҡабул итеү имтихандары тураһында иғлан уҡып, дуҫ ҡыҙы менә ҡыҙыҡ өсөн генә имтихандар тапшырасағы тураһында бәхәсләшә. Һәм уны актерлыҡ һәләте арҡаһында МХТ хеҙмәткәренә кандидат итеп алалар. Тәүҙә ул уҡыуын МХТ-тағы эше менән бергә алып бара алырмын, тип уйлай һәм еъелерәк булған юридик факультетҡа күсә, әммә 1916 йылда университеттан бөтөнләй китә[4].

1915—1918 йылдарҙа МХТ-тың 1-се студияһы сәхнәһендә сығыш яһай. 1918 йылда Художество театрының төп труппаһына ҡабул ителә һәм ғүмеренең аҙағына тиклем шунда эшләй.

1919 — 1920 йылдарҙа МХТ-тың йәш актерҙар төркөмө менән бергә Өфөлә эшләй, РККА частарында сығыш яһау өсөн труппалар ойоштора[2].

Концерттарҙа эстрада йүнәлешендә эшләй, спектаклдәрҙән өҙөктәр һәм үҙенең яңы эштәрен күрһәтә. Һуңғы йылдарҙа А. П. Чеховтың «Лекции о вреде курения» әҫәрен һөйләргә ярата. Радиола үҙенең тетар эштәре менән генә сығыш яһап ҡалмай, махсус радиопостановкаларға ролдәр ҙә әҙерләй. Бында Максим Горькийҙың «Әсә» романы буйынса Павел Власов образын тыуҙыра, Горькийҙың хикәйәләрен һәм мәҡәләләрен уҡый.

1949 йылдың 27 октябрендә МХАТ сәхнәһендә, тетарҙың 51 йыллығында үҙенең яратҡан Федор батша ролен 166-сы тапҡыр башҡарғанда финал сәхнәһенә етә алмай, «Царь Федор Иоаннович» спектакле барышында йәрәгенә фалиж булып вафат була. Уның сәхнәнән аванложаға алып сығып, күн диванға һалалар. Бында быға тиклем дүрт йыл элек Иван Грозный гримында вафат Н. П. Б. Добронравов һәр саҡ иң ҙур теләге — сәхнәлә вафат булыу, ти[4]. Новодевичье зыяратында ерләнгән.

Добронравовтың Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратындағы ҡәбере.
  • Ҡатыны — Добронравова Мария Юльевна (ҡыҙ фамилияһы Стеггер; 1900—1964), театр актрисаһы, йырсы.
  • Һеңлеһе Елизавета Георгиевна Алексеева (1901—1972), театр һәм кино актрисаһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1971)[5].
  • Ҡыҙы — Добронравова Елена Борисовна (1932—1999), театр һәм кино артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1968).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Театрҙағы ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Борис Георгиевич Добронравов: Статьи. Воспоминания. Документы / Сост., авт. летописи и примеч. В. С. Давыдов. — М.: Искусство, 1983. — 288 с.
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 К.Л.Рудницкий Добронравов Борис Георгиевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1972. — Т. 8 : Дебитор — Евкалипт. — С. 376.
  2. 2,0 2,1 2,2 Большая советская энциклопедия. Гл. ред. Б. А. Введенский, 2-е изд. Т. 14. Демосфен — Докембрий. 1952. 656 стр., илл.; 38 л. илл. и карт.
  3. Большая советская энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 8. Дебитор — Евкалипт. 1972. 592 стр., илл.: 22 л. илл. и карт. 1 карта-вкл.
  4. 4,0 4,1 Газета «Московская правда» 01.07.2010
  5. [dic.academic.ru/dic.nsf/enc_cinema/331/АЛЕКСЕЕВА АЛЕКСЕЕВА Елизавета Георгиевна]
  6. Театральная энциклопедия. Т. I. / Гл. ред. С. С. Мокульский. — М.: Большая российская энциклопедия , 1961. — Стб. 707.