Эстәлеккә күсергә

Донская Елена Александровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Донская Елена Александровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 28 октябрь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 29 март 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (100 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө спортсы
Спорт дисциплинаһы атыу спорты[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы заслуженный мастер спорта СССР II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
 Донская Елена Александровна Викимилектә

Донская Елена Александровна (28 октябрь 1915 йыл — 29 март 2016 йыл[1]) — совет спортсыһы, уҡ атыу буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы, донъя чемпионатының ике тапҡыр көмөш призёры, ете тапҡыр Европа чемпионы, 15 тапҡыр СССР чемпионы, дүрт тапҡыр донъя рекордсмены, «Динамо» йәмғиәте ағзаһы, 1937 йылдан СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1960)[2].

Елена Александровна Донская ете класс тамамлағандан һуң, 1930 йылдың сентябрендә, «Ураҡ һәм сүкеш» заводы янындағы ФЗУ-ға уҡырға инә . Уны тамамлағас, ошонда уҡ слесарь-инструментальщик булып эшләй. Училищела уҡыған ваҡытында еңел атлетика, йөҙөү менән шөғөлләнә.

1940 йылда 2-се Мәскәү медицина институтын отличие менән тамамлай. Бассейнда физкультура табибы булып эшләй. Мәскәү «Динамоһы» өсөн сығыш яһай.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш йылдарында ялан госпиталендә хәрби хеҙмәт итә, һуңынан Владимир эвакогоспиталендә була, Көнбайыш фронттың 4-се Удар армияһы составына инә.

Һуғышты медицина хеҙмәте капитаны дәрәжәһендә тамамлай.

II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1946 йылдың февралендә артабан хеҙмәтен үтәү өсөн Ф. Э. Дзержинский исемендәге эске ғәскәрҙәр дивизияһына күсерелә. 2-се, 3-сө мотоуҡсылар һәм артиллерия полктарында төрлө медицина вазифаларында эшләй, 1950 йылда 2-се мотоуҡсылар полкының медицина хеҙмәте начальнигы була.

1951 йылдың мартында медицина хеҙмәте майоры исеме бирелә.

Бер үк ваҡытта спорт менән шөғөлләнеүен дауам итә.

1946 йылдың йәйендә дивизияның йыйылма команда составында йөҙөү буйынса эске ғәскәрҙәрҙең беренселеккә ярыштарында сығыш яһай, унда 100 метр дистанцияла ҡырын йөҙөү буйынса икенсе урынды биләй һәм брасс менән 100 метрға йөҙөүҙә өсөнсө призёр була.

Атыу буйынса хәрби ярыштарҙа уның һөҙөмтәләрен «Динамо» тренерлы күреп ҡала.

1953 йылда тәүге тапҡыр СССР чемпионатында ҡатнаша.

1955 йылдан — Ф. Э. Дзержинский исемендәге дивизияның спорт командаһында.

1955 йылда Европа чемпионы була. 1956 йылдан алып 1961 йылға тиклем йыл һайын Европа беренселегендә еңеү яулай.

Мәскәүҙә донъя чемпионатында (1958) — команда һәм шәхси беренселектә ике алтын миҙал яулай. Ҡаһирәлә донъя беренселегендә (1962) шәхси беренселектә алтын миҙал яулай. Совет спортсыһының уңышына яуап итеп, АҠШ йыйылма командаһы пуля менән атыу буйынса чемпионаттың баш судьяларынан спорт сәптәрен кәметеүҙе талап итә.

600 мәрәйҙән Донская 599 мәрәй «ата». Был һөҙөмтә 1963 йылдан алып уның үлеменә тиклем иң юғары күрһәткес булып ҡала.

2007 йылдың декабрендә Рәсәйҙең атыу спортының 110-йыллығына арналған тантанала Елена Донская ике номинацияла билдәләнә — «Уҡсы спорты легендаһы» һәм «Спорт даны»[3].

2018 йылдың мартында Балашиханың Дзержинский биҫтәһендә яңы ФОК асыла. Бинаның дөйөм майҙаны яҡынса 6500 квадрат метр. Комплекста 25 метрға 13,5 метрлыҡ бассейн, тренажер залы, аэробика залы, ҡара-ҡаршы көрәш секциялары, спорттың командалы төрҙәре бар. Артабан ярыштар үткәреү өсөн объектта өҫтәмә трибуналар ҡуйыу планлаштырыла. Бинаның хеҙмәтләндереү һәләте — бер үк ваҡытта 100 кешенән ашыу.

Бинала ваҡ калибрлы винтовканан атыу буйынса Европаның һәм донъяның күп тапҡырҙар чемпионы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, медицина хеҙмәте полковнигы Елена Донская исемендәге мемориаль таҡтаташ асыла, уның исеме яңы ФОКҡа бирелә.