Донской (Азов районы)
Уҡыу көйләүҙәре
Утар | |
Донской | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Сельское поселение | |
Координаталар | |
Элекке исеме |
Государев |
Халҡы | |
Телефон коды |
+7 86342 |
Почта индексы |
346770 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
61, 161 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Дон — Ростов өлкәһе Азов районы утары. Кагальник ауыл биләмәһе составына инә.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бакланов урамы,
- Ермолов урамы.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1696 йылда хәҙерге Петровский утары янында, Аҙау ҡәлғәһен алыу өсөн батарея урынлаштырыла. Ул урында, легенда буйынса, Петр I Азов походтары ваҡытында батша өсөн йылым тартып балыҡ һөҙгәндәр. Шунлыҡтан был урын Государева тоня тип атала. Ошо ваҡиғаларҙан һуң казактар һәм ҡәлғә гарнизоны был урын менән файҙалана, ләкин гел бәхәскә ингәндәр. Ошо осорҙа барлыҡҡа килгән утар, моғайын, 1774 йылда, Государев исемен ала[3].
1920 йылға тиклем утар Дон Ғәскәре өлкәһенең Ростов округы Елизавета станицаһы составына ингән[4].
Октябрь революцияһынан һуң уның исеме Донской тип үҙгәртелә.
Иҫтәлекле урын
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Утарҙа архитектура һәйкәле — Государь утар Сиркәүе урынлашҡан . Һәйкәл XIX быуат менән даталана. Өлкә Советының Кесе Советы 301-се Ҡарарына ярашлы (18 ноябрь, 1992 йыл) сиркәү урын әһәмиәтенә эйә мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә 6100434000 коды аҫтында индерелгән[5].
- Утарҙа архитектура һәйкәл — хәлле казак И. А. Нефедовтың ырыу йорто урынлашҡан. Датаһы — XIX быуаттың беренсе яртыһы. Өлкә Советының Кесе Советы 301-се ҡарарға ярашлы (18 ноябрь, 1992 йыл) йорт урын әҺәмиәтенә эйә мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә 6100435000 коды аҫтында индерелгән[6].
- Архитектура һәйкәле — Шинкаренко казак ырыу йорто. Ҡасан төҙөлөүе мәғлүм түгел. 301-се ҡарарға ярашлы(18 ноябрь, 1992 йыл) йорт мәҙәни мираҫ объекттарына 6100436000 коды аҫтында индерелгән[7].
- Архитектура ҡомартҡыһы — магазины менән бергә төҙөлгән сауҙагәр Белоусов йорто. Датаһы — XIX быуаттың икенсе яртыһы.301-се ҡарарға ярашлы (18 ноябрь, 1992 йыл) йорт мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә 6100437000 коды аҫтында индерелгән[8].
- Архитектура ҡомартҡыһы — казак Д. Н. Ирхин ырыу йорто. Датаһы —1891 йыл. 301-се ҡарарға ярашлы (18 ноябрь,1992 йыл) буйынса йорт мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә 6100438000 коды аҫтында индерелгән[9].
Ҡыҙыҡлы факттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- « Государь утары граждандары(Кагальник улусы, Ростов округы) күрше Коханов утарына өс йөҙ бот бойҙай һәм өс ағас аҙбар алыр өсөн ағас сиркәүҙе … үҙҙәренә кәрәкмәгәнлектән һатҡан»[10].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Донской (Азов районы) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
- ↑ Донской (Азов районы) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
- ↑ Т. 2009 йыл 30 август архивланған.
- ↑ Карташов Ю. Казачьи населенные пункты Всевеликого Войска Донского в 1918 г.
- ↑ Памятники истории и культуры Российской Федерации. 2017 йыл 22 март архивланған.
- ↑ Памятники истории и культуры Российской Федерации. 2017 йыл 22 март архивланған.
- ↑ Памятники истории и культуры Российской Федерации. 2017 йыл 22 март архивланған.
- ↑ Памятники истории и культуры Российской Федерации. 2017 йыл 22 март архивланған.
- ↑ Памятники истории и культуры Российской Федерации. 2017 йыл 23 март архивланған.
- ↑ Ингулов С. «На текущие темы». Статья «Красная новь». 1922.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хронология церковной жизни г. 2016 йыл 5 март архивланған. Азова и Приазовья (I—XXI вв.) 2016 йыл 5 март архивланған.