Дражен Петрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Дра́жен Пе́трович (хорв. Dražen Petrović; 22 октябрь 1964 йыл, Шибеник, Югославия — 7 июнь 1993 йыл, Денкендорф, Бавария, Германия) — Югославия һәм хорват баскетболсыһы, өс тапҡыр Олимпия уйындары бүләкләнеүсеһе, донъя һәм Европа чемпионы, Европа чемпиондары кубогын ике тапҡыр алыусы. Һөжүм итеүсе һаҡсы урынында уйнаған. Баскетбол Дан залы һәм ФИБА дан залы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шибеник хорват ҡалаһында, хорват һәм черногор ғаиләһендә тыуған. Өлкән ағаһы Александар (16.02.1959) шулай уҡ билдәле баскетболсы, Югославия йыйылма командаһы составында Олимпия уйындары-1984 бронза призеры, донъя һәм Европа чемпионаттары бүләкләнеүсеһе була.

Дражен Петрович түбәндәге клубтар өсөн сығыш яһаған:

  • 1979-83 — Шибенка БК
  • 1984-88 — Цибона БК (Европа чемпиондары кубогы — 1985 һәм 1986, Кубок алыусылар кубогы — 1987)
  • 1988-89 — БК «Реал» Мадрид (Кубок алыусылар кубогы — 1989)
  • 1989-91 — Портленд Трэйл Блэйзерс
  • 1991-93 — Нью-Джерси Нетс

Үлеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Петрович ҡәбере

1993 йылдың йәйендә, «Нью-Джерси Нет» составындағы уңышлы сезондан һуң, Петрович Польшаға, Хорватия йыйылма командаһы 1993 йылғы Европа чемпионатына квалификацион турнирҙа ҡатнашырға бара. Ул ваҡытта Петрович «Нью-Джерси Нет» клубындағы урыны менән ҡәнәғәт түгел, уның менән ҡыҙыҡҡан грек клубына күсеүе ихтимал, тигән имеш-мимештәр йөрөгән.

7 июндә, яҡынса 17 сәғәт 20 минутта юлдың насар күренеү шарттарында, Денкендорф 9-сы немец автобанында бара. Фольксваген Гольф автомобилендә пассажир булараҡ 28 йәшлек Петрович (ул Польшанан уңышлы матчтан һуң ҡайтып барған) һәм төркиә баскетболсыһы Хилаль Эдебаль, ә руль артында Клара Шаланци, немец моделе һәм баскетболсы (Клара менән Петровичты йылы мөнәсәбәттәр берләштерә) була, улар йөк машинаһы менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә, йоҡлап барған Петрович машина менән идара итеүсе янында, хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмай барып, һәләк булған, ә Этель һәм Шаланци күп тән йәрәхәте алһа ла, тере ҡала. Клара Шаланци һуңынан танылған немец футболсыһы Оливер Бирхоффҡа кейәүгә сыға.

Петрович Мирогой зыяратында Загребта ерләнгән.

Ҡаҙаныштар һәм бүләктәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Нью-Джерси Нет» клубында Дражен Петрович номеры
  • 1985 йылдың 10 октябрендә Югославия чемпионатының люблен «Олимпияһына» ҡаршы матчта Петрович 112 очко йыйған ине.
  • 1986 йылда Испанияла уҙған донъя чемпионатында, Югославия командаһы тик 3-сө урынды яуланы ҡарамаҫтан, 21 йәшлек Дражен Петрович турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы тип танылған.
  • Шул уҡ 1986 йылда Милли баскетбол ассоциацияһы драфтында «Портленд Трэйд Блэйзерс» клубына 60-сы номер аҫтында һайланған.
  • 1987 йылда Петрович Югославия йыйылма командаһы составында Загребта үткән Универсиадала еңгән.
  • 1989 йылда Югославияла үткән Европа чемпионатында Петрович турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы тип танылған.
  • 1992/93 сезонында европалыларҙан беренсе булып өсөнсө МБА бөтә йондоҙҙар командаһына индерелгән.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Загребта Дражен Петрович музейы
  • 1993 йылдың 4 октябрендә, «Цибона» БК аренаһы исеме Дражен Петрович Баскетбол аренаһы исеменә алмаштырылған[1].
  • 1993 йылдың 11 ноябрендә Петрович «Нью-Джерси Нет» өсөн сығыш яһаған 3-сө номер мәңгелеккә уның артында нығытылған[2].
  • 1995 йылдың 29 апрелендә Лозанналағы Олимпия музейы алдында Дражен Петровичтың бөтә донъя спортына индергән өлөшөнә бағышлап скульптура асылған.
  • 2000 йылда милли телевидениела үткәрелгән һорау алыу буйынса, Петрович Хорватияның XX быуатта иң яҡшы спортсыһы тип танылған[3].
  • 2002 йылда Петрович исеме Массачусетс штатындағы Спрингфилд Баскетбол Дан залына индерелгән[4].
  • 2004 йылда Nacional журналы редакцияһы төҙөгән Хорватия тарихындағы 100 бөйөк шәхес исемлегенә Петрович та индерелгән.
  • 2006 йылда Загребта Дражен Петрович Мемориаль үҙәге асылған, ул Дражен Петрович музейы нигеҙендә төҙөлгән.
  • 2007 йылда Петрович исеме ФИБА Дан залына ингән[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Dvorana (12 сентябрь 2008). Дата обращения: 26 апрель 2015.
  2. Drazen Petrovic. NBA.com. Дата обращения: 26 апрель 2015.
  3. Дражен Петрович: Жизнь-мечта и смерть во сне. sport-express.ua. Спорт-Экспресс. Дата обращения: 14 ноябрь 2014. 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
  4. Drazen Petrovic Hall of Famers (ингл.). hoophall.com. Basketball Hall of Fame. Дата обращения: 14 ноябрь 2014. 2009 йыл 5 август архивланған.
  5. FIBA.com, FIBA Hall of Fame Profile 2007 йыл 30 сентябрь архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]