Дрягина Ирина Викторовна
Дрягина Ирина Викторовна | |
рус. Ирина Викторовна Дря́гина | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 31 март 1921 |
Тыуған урыны | Һарытау, Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 9 июнь 2017 (96 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү ҡалаһы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | ботаник |
Эшмәкәрлек төрө | селекционер[d] |
Эш урыны | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | ауыл хужалығы фәндәре докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | Капитан |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Дрягина Ирина Викторовна (31 март 1921 йыл — 9 июнь 2017 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, агроном-селекционер, ауыл хужалығы фәндәре докторы (1972 йыл), профессор.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, эскадрилья комиссары, 2-се Белорус фронты 4-се һауа армияһы 325-й төнгө бомбардировка авиация дивизияһының 46-сы гвардия төнгө бомбардировка авиация полкы осоусыһы, гвардия капитаны.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ирина Викторовна Дрягина 1921 йылдың 31 мартында Һарытауҙа тыуа. Атаһын матрос, водолив, һуңынан парһыҙ судно капитаны була. Бала сағында ғаиләләре менән Һарытауҙан Әстерханға тиклем йөҙәләр.
Һарытау аэроклубында уҡый. Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылда алына. Ғәмәлдәге армияла 1942 йылдан. Полк составында Кавказ өсөн һуғыштарҙа ҡатнаша, Кубанде, Ҡырымды азат итә. 1940 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
«1942 йылдың 6 ноябренә ҡараған төндә Ирина Дрягина — Полина Гельман экипажы Кадгорон ауыл биләмәһе эргәһендәге яғыулыҡ-майлау складын бомбаға тотто, — тип һөйләй Советтар Союзы Геройы Ирина Себрова. — Янғын төн буйына туҡтаманы. Улар башҡа ныҡ нығытылған пункттарҙы — Ищерская, Кизляр, Малгобек, Терек һ.б. уңышлы утҡа тотто. Ошо алыштарҙа ҡатнашҡаны өсөн Ирина Дрягина Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланды».[1]
1943 йылда, комиссар вазифаһын бөтөрөлгәс, өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы А. И. Покрышкин командалыҡ иткән 9-сы гвардия истрибителдәр авиадивизияһының сәйәси бүлегенә комсомол буйынса начальник урынбаҫары итеп күсерелә.
Һуғыштан һуң[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1960 йылдарҙа — М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, һуңынан Йәшелсә культуралары селекцияһы һәм орлоҡсолоғо Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре. 1963 йылда МДУ-ның биология-тупраҡ генетикаһы кафедраһы доценты вазифаһына һайлана[2]. 1978 — 1994 йылдарҙа сәскә культуралары селекцияһы һәм орлоҡсолоғо лабораторияһын етәкләй[3].
46 сорт баҡса ирисы, мәҙәниәт 25 сорт башҡа сәскәле һәм декоратив культуралар авторы. Яңы сорт сәскәләрҙе үҙенең яуҙаш хәрби осоусы әхирәттәре, совет авиацияһы һәм космонавтикаһының билдәле шәхестәре исеме менән атай. Шулай беҙҙең илдә «Евгения Руднева», «Маршал Покрышкин», «Академик Королев», «Марина Раскова», «Рябов Штурман», «Вадим Фадеев», «Гвардия», «Полет к Солнцу» (Советтар Союзы Геройы М. П. Девятаев хөрмәтенә), «Чистое небо» иристары барлыҡҡа килә. Ҡайһы бер сорттарҙың авторҙашы — Г. Е. Казаринов.
Мәскәүҙә йәшәй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (19.10.1942)
- ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (30.4.1945; 6.11.1985)
- миҙалдар
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дрягина И. В. Записки летчицы У-2. — Центрполиграф. — Москва: 6000, 2007. — (На линии фронта. Правда о войне). — ISBN 978–5–9524–3041–9.
- И. В. Дрягинаның һуғыштан һуңғы тормошо һәм фәнни эшмәкәрлеге ваҡиғалары мотивы буйынса Мария Глушко «Живите дважды» романын яҙа (1966).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Призвание — Комиссар 2019 йылдың 10 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Борьба за Мичурина — это линия огня! 2012 йылдың 18 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Лаборатория селекции и семеноводства цветочных культур 2020 йылдың 27 апрель көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- КОМИССАР ЭСКАДРИЛЬИ ИРИНА ВИКТОРОВНА ДРЯГИНА(недоступная ссылка)
- Дрягина Ирина Викторовна
- Отважным лётчицам посвящается 2020 йылдың 29 сентябрь көнөндә архивланған.
- Фотография И. В. Дрягиной(недоступная ссылка)
- 31 мартта тыуғандар
- 1921 йылда тыуғандар
- Һарытауҙа тыуғандар
- 9 июндә вафат булғандар
- 2017 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- КПСС ағзалары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар
- Ауыл хужалығы фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса ботаниктар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса шәхестәр