Дьяконов Юрий Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
{{{Исеме}}}
Тыуған урыны:

Дондағы Ростов, РСФСР, СССР

Вафат булған урыны:

Дондағы Ростов, Рәсәй

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

балалар яҙыусыһы

Дебют:

«Горнист» повестар китабы (1968 йыл)

Дьяконов Юрий Александрович (21 сентябрь 1918 йыл — 24 апрель 2010 йыл) — рус совет прозаигы. СССР Яҙыусылар союзы, унан һуң Рәсәй Яҙыусылар Союзы ағзаһы. Балалар өсөн яҙа.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дондағы Ростовта тыуған[1].

Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, буласаҡ яҙыусы трамвайсылар ФЗУ-һына (фабрика — завод училищеһы) уҡырға инә һәм уны слесарь-электромонтажник һөнәре буйынса тамамлай. Трамвай вагондарын ремонтлау заводында эшләй, ВЛКСМ сафына инә.

Дьяконов ун йәшендә уҡ үҙенең беренсе шиғырҙарын һәм ҡыҫҡа мәҡәләләрен яҙған. Уларҙың ҡайһы берҙәре «Ленин ейәндәре» гәзитендә баҫылған.

Белем алыуын дауам итергә ҡарар итеп, 1936 йылда эшселәр факультетына уҡырға инә.

1939 йылда Дьяконовты Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы сафына саҡыралар һәм Сталинград хәрби училищеһына ебәрәләр. 1941 йылдың ғинуарында училищены тамамлағас уға лейтенант дәрәжәһе бирәләр һәм Алыҫ Көнсығыш хәрби округына ебәрәләр. Ошо округтың частәрендә Дьяконов бөтә Бөйөк Ватан һуғышы дауамында хеҙмәт итә.

1946 йылда Совет армияһынан демобилизацияланғандан һуң Дьяконов тыуған ҡалаһына әйләнеп ҡайта һәм совет эшенә күсә. Һуңынан комсомол эшендә, бүлек мөдире, аҙаҡ ВЛКСМ-дың район комитеты секретары булып эшләй.

Үҙендә яҙыусы һәм педагог һәләтен тойоп, Дьяконов 1949 йылда Ростов дәүләт университетына, филология факультетының ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң, 1955 йылда мәктәпкә уҡытырға бара. Уның урындағы матбуғатта баҫылып сыҡҡан пионерҙар тураһында хикәйәләре һәм очерктары ошо осорға ҡарай.

Һуңынан балалар өсөн повестар жанрына күсә. 1968 йылда Ростов нәшриәте Дьяконовтың беренсе «Горнист» исемле китабын сығара, ул «Горнист» һәм «Лагерь әләме төшөрөлгән» повестарынан тора.

Һуңынан уның «Балыҡ бөйөрөгө», «Ҡойма ямғыр», «Рената», «Үҙ-үҙенә бойороҡ», «Алмаз — аҫыл таш» повестары, «Һигеҙ тылсымлы имән сәтләүеге, йәки Желудино һәм уның бәләкәй ҡустыларының мажаралары» повесть-әкиәте баҫылып сыға, өҫтәүенә, уларҙы Ростов нәшриәте баҫтырыу ғына түгел, ә «Балалар әҙәбиәте» һәм «Совет Рәсәйе» Мәскәү нәшриәттәре баҫтыра.

Советтар Союзы тарҡалғандан һуң СССР Яҙыусылар союзы Рәсәй яҙыусылар союзына («почвеннический» йүнәлешле) һәм Рәсәй яҙыусылар берлегенә («демократик» йүнәлешле) бүленә. Дьяконов уларҙың беренсеһенә инә.

2010 йылдың 24 апрелендә 92-се йәшендә Дондағы Ростовта вафат була[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҙыусы әҫәрҙәренең айырым баҫмалары:

  • Горнист. — Дондағы Ростов: Китап нәшриәте, 1968.
  • Граница в роще Сосновой. Повесттар. — М.: Совет Рәсәйе, 1973.
  • Рената. Повесть. — Дондағы Ростов: Китап нәшриәте, 1973.
  • Үҙ-үҙенә бойороҡ. Повесть. — Дондағы Ростов: Китап нәшриәте, 1975.
  • «В» хәрефенә сер — М.: Балалар әҙәбиәте, 1975, 1977.
  • Һигеҙ тылсымлы имән сәтләүеге, йәки Желудино һәм уның бәләкәй ҡустыларының мажаралары. Повесть-әкиәт. — Дондағы Ростов: Китап нәшриәте, 1976; М.: Дет. әҙәби, 1981.
  • Йәшәү өсөн (Для того, чтобы жить). Повесть. — Дондағы Ростов: Китап нәшриәте, 1978.
  • Алмаз — аҫыл таш. Повесть. — Дондағы Ростов: Китап нәшриәте, 1983.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ҡалып:Книга:Писатели Дона 1976
  2. Некролог // Донской писатель. — 2010. — № 4. — С. 6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]