Дэвид Грин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дэвид Грин
David Green
Тыуған көнө

1956({{padleft:1956|4|0}})

Тыуған урыны

Ипсиланти (Мичиган), АҠШ

Ил

Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары

Эшмәкәрлеге

социаль эшҡыуар һәм менеджер

Дэвид Грин (ингл. David Green; 1956 йыл, Ипсиланти, Мичиган, АҠШ) — «йәлләү капитализм» (ингл. compassionate capitalism) идеяларына эйәреп барып, донъяның иң ярлы ҡатламдары һәм зәғиф кешеләр өсөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә инженер һәм бизнес хәл итеүҙә шөғөлләнгән Америка социаль эшҡыуары һәм менеджер[1][2][3][4].

Ул «Aurolab» предприятиеның ойоштороусыһы кеүек билдәлерәк. Был предприятие «Aravind Eye Hospitals» (Мадурай, Тамилнад, Һиндостан) эргәһендә яһалма күҙ яҫмығы эшләүҙә шөғөлләнә. Маҡсаты — ҡара ҡылауҙы дауалау операцияларын ярлылар өсөн арзан эшләү. Яһалма күҙ яҫмығын 109 илгә таратҡан һәм донъя баҙарының 10 % өлөшө булған үҙ тармағында иң ҙур предприятиеларҙың береһе[2][3][4][5][6].

Грин төрлө ваҡытта ойошторған предприятиелар хирургик тегеү материалы, тлау аппараттары эшләйҙәр, ҡояш энергетикаһы өлкәһенә хәл итеүҙәр һәм донъяның насар һаҡланған ҡатламдарына башҡа тауарҙар ташый[2][3][7].

Дэвид Грин Ашока фондының 2004 йылдан вице-президенты, «Sound World Solutions» нигеҙләүсеһе, шулай уҡ «Pacific Vision Foundation», «California HealthCare Foundation», Grameen Health (Бангладеш) һәм «Venture Strategies» менән бергә эшләй[2][6][7][8].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дэвид Грин Америка Ҡушма Штаттарында, Мичиган штатында Ипсиланти ҡалаһында тыуа [5][9].

Грин яҡшылыҡ билдәһе менән Мичиган университетын (Йәмәғәттең һаулыҡ һаҡлау мәктәбе (ингл. Michigan School of Public Health); тамамлай, 1978 йылда бакалавриат, 1985 магистратура)[2][3][5][6][7]. Университетта уҡыу выҡытында балта оҫтаһы булып эшләй[9].

1983 йылда Һиндостанда Тамилнад штатында урынлашҡан Мадурай ҡалаһында Aravind Eye Hospitals-та Seva Foundation программаһы өҫтөндә эшләй башлай[3].

Больница ҡара ҡылауҙы дауалау операцияларын эшләй ине, һәм башта Сева Фонды ярҙамға яһалма күҙ яҫмығын һатып алырға уйлай ине[9]. Әммә Грин тотороҡлораҡ үҫеш моделен тәҡдим итә[9]. Уның инженер белемдәре уға үҙенең производство схемаһын эшләп сығарырға ярҙам итә, шул схемалар предприятие хаҡтарын 100 тапҡырға әҙәйтә[4][9]. 1992 йылда госпиталь янында интраокуляр линзалар (ИОЛ) эшләгән предприятие аса. Интраокуляр линзалар — ҡара ҡылау һәм башҡа күҙ ауырыуҙарына дусар булған пациенттарҙың күреү һәләтен дауалар өсөн ҡулланған пластик имплантаттар[2][3].

Ул Ҡытай, Һиндостан, Непал, Мысыр, Танзания, Бангладеш һәм Гватемала илдәрендә күҙ артынан ҡарауҙа ҙур программалар эшләүҙә ҡатнаша, күҙ артынан ҡарауға арналған 300 тирәһе проектға зыянһыҙ эшләй торған тотороғло кимәлгә сығыуға ярҙам иткән уҡыу йорттары селтәрен барлыҡҡа килтерә[2][8].

1996 йылда үҫешкән илдәрҙә стерилле хирург тегеүҙәренең арзанлы булмауына күҙ һала[1]. Дэвид Грин көстәре менән Aurolab фабрикаһында үҙ производствоһы барлыҡҡа килә, шунда хаҡтар традицион етештереүселәргә ҡарағанда биш тапҡырға арзаныраҡ[1]. 1997 йылда арзан булған медик йөйҙәрҙе һатыуҙа табыш алған һәм Сева фондының өлөшө булып эшләгән SutraTec социаль предприятены нигеҙләй[1].

2000 йылда Project Impact, Inc. коммерциялы булмаған ойошманы нигеҙләй һәм етәкләй, ойошманың маҡсаты — Һиндостан, Непал, Танзания, Мысыр, Малава, Сальвадор һәм Гватемала илдәрендә халыҡ өсөн арзан булған медик технологияларҙы таратыу[3][8][9]. Шунда уҡ ул тыңлау аппараттарына тәүгә күҙ һала[1].

15 миллион АҠШ долларҙары күҙ артынан ҡарау программаларына кредит кеүек биреп торған «Күҙ фонды» (ингл. Eye Fund) эшләүҙә Ашока Фонды һәм Deutsche Bank менән бергә ҡатнаша[2].

Һаулыҡ һаҡлауға һәм ярлы илдәрҙең тотороҡло үҫешенә ярҙам иткән «Oxford Lotus Health Fund» фондын нигеҙләй[2].

2004 йылда Дэвид Грин Ашока Фондының вице-президенты була һәм күҙ һаулығы менән ҡояш энергетикаһында социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү инструменттарына күсә[10].

2007 йылда «Sound World Solutions» компанияһын нигеҙләй. «Sound World Solutions» — насар ишеткән кешеләр өсөн тыңлау аппараттары етештергән һәм икенсе технологик мәсьәләләрҙе хәл иткән компания[1][4][8].

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғаиләһе менән Дэвид Грин Америка Ҡушма Штаттарында Калифорния штатының Беркли ҡалаһында йәшәй[3][5][9].

Наградалары һәм премиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2001 йылда Дэвид Грин Ашока фондының почёт ағзаһы[1][2][7][11].

2002 йылда Шваба фонды уны алдынғы социаль эшҡыуар тип һанай[2][7].

2004 йылда Дэвид Грин 500 мең АҠШ долларҙары ҙурлығында Мак-Артур премияһын ала[2][3][9].

2009 йылда «Хелен Келлер йәне» (ингл. Spirit of Helen Keller)[7] преммяһын ала. Шул уҡ йылда «Alumni Humanitarian Service» премияһын алып, Мичиган унивеситетының атҡаҙан уҡыусыһы исеменә лайыҡ була[2][5][7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 David Green (билдәһеҙ). Ашока (фонд). Дата обращения: 2 июнь 2015. 2016 йылдың 18 май көнөндә архивланған.
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 David Green (билдәһеҙ). Швабтың социаль эшҡыуарлыҡ фонды. Дата обращения: 2 июнь 2015. 2017 йылдың 30 ноябрь көнөндә архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 3,8 David Green (билдәһеҙ). Фонд Макартуров (2004). Дата обращения: 2 июнь 2015.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 John Ydstie. One Man's Quest To Make Medical Technology Affordable To All (билдәһеҙ). npr.org (3 июль 2013). Дата обращения: 2 июнь 2015.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Tina Tam. Compassionate Capitalism: Serving the Poor Profitably with David Green (билдәһеҙ). Perspective (30 октябрь 2009). Дата обращения: 2 июнь 2015. (копия 2015 йылдың 29 октябрь көнөндә архивланған..
  6. 6,0 6,1 6,2 David Green (билдәһеҙ). Всемирный экономический форум. Дата обращения: 2 июнь 2015.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 7,6 David Green (билдәһеҙ). Scientific American. Дата обращения: 2 июнь 2015. 2015 йылдың 19 март көнөндә архивланған.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 David Green (билдәһеҙ). Global Philanthropy Forum. Дата обращения: 2 июнь 2015.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 9,6 9,7 MacArthur Foundation Recognizes Alum’s “Compassionate Capitalism” (билдәһеҙ). sph.umich.edu. Дата обращения: 2 июнь 2015. 2015 йылдың 17 сентябрь көнөндә архивланған.
  10. David Green (билдәһеҙ). Social Venture Fund. Дата обращения: 2 июнь 2015. 2015 йылдың 10 май көнөндә архивланған.
  11. David Green (билдәһеҙ). Ашока (фонд). Дата обращения: 2 июнь 2015.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]