Йәнгәрәев Дәүләткирәй Сәлим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәнгәрәев Дәүләткирәй Сәлим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 сентябрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Хөсәйен, Тамьян-Ҡатай кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 1999
Вафат булған урыны Үҙәнбаш, Белорет районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Йәнгәрәев Дәүләткирәй Сәлим улы (15 сентябрь 1927 йыл — 20 май 1999 йыл) — урмансы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956—1987 йылдарҙа Белорет урман хужалығының Үҙәнбаш урман пункты йөк ташыусыһы, артабан бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Белорет районының почётлы гражданы (2000).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләткирәй Сәлим улы Йәнгәрәев[1] 1927 йылдың 15 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантонының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы) Хөсәйен ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандан һуң 1951 йылға тиклем Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1956 йылдан 1987 йылға тиклем Белорет леспромхозында йөк ташыусы, Үҙәнбаш участкаһында кесе комплекслы ремонт бригадаһы бригадиры була.

1966 йылда бригада пландағы 93,5 мең кубометр ағай урынына 105 мең кубометр ағас ҡырҡып, айлыҡ ҡаҙанышты 553 кубометрға еткерә (19591965). Хеҙмәт уңыштары өсөн Д. С. Йәнгәрәевҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә. Ул шулай уҡ Ленин ордены менән бүләкләнә (1966).

Дәүләткирәй Сәлим улы Йәнгәрәев 1999 йылда вафат була. 2000 йылда уға «Белорет районының почетлы гражданы» исеме бирелә[2]. ё Үҙәнбаш ауылының бер урамы Д. С. Йәнгәрәев исемен йөрөтә. Урта мәктәп музейында арҙаҡлы урман ҡырҡыусыға бағышланған экспонаттар һаҡлана[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. В ряде источников, в том числе на официальном сайте района указывается отчество Саитгареевич, в других источниках, к примеру, на сайте школьного музея — Салимович
  2. Знаменитые люди г. Белорецка и Белорецкого района 2014 йыл 4 сентябрь архивланған.
  3. Музей Узянбашской средней школы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]