Йәнгәрәев Дәүләткирәй Сәлим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Йәнгәрәев Дәүләткирәй Сәлим улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 15 сентябрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Тамьян-Ҡатай кантоны, Хөсәйен
Вафат булыу көнө 1999
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан, Белорет районы, Үҙәнбаш
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы орден Отечественной войны I степени

Йәнгәрәев Дәүләткирәй Сәлим улы (15 сентябрь 1927 йыл — 20 май 1999 йыл) — урман ҡырҡыусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дәүләткирәй Сәлим улы Йәнгәрәев[1] 1927 йылдың 15 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантонының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы) Хөсәйен ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандан һуң 1951 йылға тиклем Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1956 йылдан 1986 йылға тиклем Белорет леспромхозында йөк ташыусы, Үҙәнбаш участкаһында кесе комплекслы ремонт бригадаһы бригадиры була.

1966 йылда бригада пландағы 93,5 мең кубометр ағай урынына 105 мең кубометр ағас ҡырҡып, айлыҡ ҡаҙанышты 553 кубометрға еткерә (19591965). Хеҙмәт уңыштары өсөн Д. С. Йәнгәрәевҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә. Ул шулай уҡ Ленин ордены менән бүләкләнә (1966).

Дәүләткирәй Сәлим улы Йәнгәрәев 1999 йылда вафат була. 2000 йылда уға «Белорет районының почетлы гражданы» исеме бирелә[2].

Үҙәнбаш ауылының бер урамы Д. С. Йәнгәрәев исемен йөрөтә. Урта мәктәп музейында арҙаҡлы урман ҡырҡыусыға бағышланған экспонаттар һаҡлана[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. В ряде источников, в том числе на официальном сайте района указывается отчество Саитгареевич, в других источниках, к примеру, на сайте школьного музея — Салимович
  2. Знаменитые люди г. Белорецка и Белорецкого района
  3. Музей Узянбашской средней школы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сергей Каргапольцев Янгиреев Давлеткирей Салимович. «Герои страны» сайты. 14 июль 2016 тикшерелгән.