Эстәлеккә күсергә

Дәүләтшина Луиза Ҡаһарман ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәүләтшина Луиза Ҡаһарман ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 31 ғинуар 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Ишбирҙе ауылы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Эш урыны директор[d]
Уҡыу йорто Силәбе дәүләт мәҙәниәт институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Дәүләтшина Луиза Ҡаһарман ҡыҙы (31 ғинуар 1957 йыл) — китапханасы. Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте ағзаһы (2007). Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004). «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе (2012). Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалы кавалеры (2022).

Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина 1957 йылдың 31 ғинуарында Башҡортостандың Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында тыуған[1]. Йәшләй етем ҡалған атаһы Ҡаһарман Дәүләтшин еңел булмаған ғүмер юлы үтә. Тыуған еренең бөтә тарихи ваҡиғалары уның йөрәге аша үтә, бөйөк шағир Бабичты күрә[1]. Әсәһе хат таратыусы булып эшләй. Урындағы һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. 1975 йылда диплом алғас, уҡытыусы булып хеҙмәт юлын Ишбирҙе һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башлай. 1986 йылдан Баймаҡ пионерҙар йорто етәксеһе, 1987 йылдан Баймаҡ мағариф бүлегендә методист, 1989 — 99 йылдар Баймаҡ район китапханаһы директоры[1].1994 йылда Силәбе дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлай. 1999—2001 йылдар Баймаҡ район хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары, Баймаҡ район мәҙәниәт бүлеге начальниге. 2001 йылдан хаҡлы ялға киткәнсе Баймаҡ район китапханаһы директоры вазифаһын башҡара. 1989 йылдан район ҡатын—ҡыҙҙар советын етәкләй. Башҡортостан Республикаһы ҡатын — ҡыҙҙар союзы ағзаһы[1]. Бер нисә тапҡыр район советына депутат итеп һайлана. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының кәңәшселәр ҡоро ағзаһы. Луиза Ҡаһарман ҡыҙы эшләгән осорҙа 29 китапхана асыла.

— Кешене өмөт йәшәтә, шунлыҡтан һәр кем иртәнге көнгә ышанып бағырға тейеш, — ти Луиза Ҡаһарман ҡыҙы. — Ошо өмөттө ярҙам һорап килеүселәрҙә лә уята алһам, мин үҙемде шул тиклем бәхетле һанайым. Бәхетле булыу — бәхетһеҙлек булмауҙа, ти бер аҡыл эйәһе. Эшкә йылмайып килеп, ҡыуанып ҡайтыу — үҙе бәхет[2]

.

Китапхана — белем, мәҙәниәт һәм мәғәриф усағы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бар ғүмерен китапхана эшенә биргән Луиза Ҡаһарман ҡыҙы район китапханаһы менән етәкләгән осорҙа, район ауылдарында бер — бер артлы, китап уҡыусылар ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерер өсөн, 53 китапхана үҙ ишектәрен аса. Районда һәм ауыл китапханаларында күренекле яҙыусылар Мостай Кәрим, Рамаҙан Өмөтбаев, Гөлфиә Юнысова, Йомабикә Ильясова, Аҫылғужа Баһуманов, Абдулхаҡ Игебаев, Мирас Иҙелбаев, Таңсулпан Ғарипова, Наил Ғәйетбаев, Әхмәр Үтәбай һәм башҡа яҙыусылар менән осрашыу кисәләре үткәрелә. Ҡатын — ҡыҙҙар советы менән берлектә «Өләсәйҙәр», «Пар балдаҡтар», «Заман егете», «Заман ҡыҙы», «Әсә булыу — үҙе бәхет», «Йәш ғаиләләр», «Аҡъегет менән Аҡйондоҙ», «Олатай, атай, ейән», «Өләсәй, әсәй, ейәнсәр», «Алтын ҡомартҡы», «Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ» тигән һәм башҡалар саралар үткәрелә. «Иң яҡшы атай» конкурсында китапханаларҙа атайҙар осрашыуы, ғаиләлә атайҙың роле тураһында һөйләшеүҙән башлап, һәр китапханала тәрбиәүи материалдарҙы туплаған күргәҙмәләр ойошторола[3]. 1994 йыл китапхана эргәһендә «Баймаҡ районы рәссамдары» ойошмаһы ойошторолоп, «Баймағым — гүзәл тәбиғәтле бай яғым» исемле күргәҙмәгә, 27 үҙешмәкәр рәссамдың һүрәттәре ҡуйыла. Китапхана янында Луиза Ҡаһарман ҡыҙы инициативаһы менән, «Атайсал тип, янған йөрәктәр» тигән аҡһаҡалдар һәм ағинәйҙәр ҡоро эш башлай. «Күк Ирәндек» әҙәби плакаты, яҡташ яҙыусыларға һәм Батыр Вәлид премияһы лауреаттарына арналған библиографик күрһәткестәр сығарыла башлай. Шулай уҡ йәштәр өсөн «Шоңҡар», «Таңсулпан», «Ир-егеттәр», «Өс таған» клубтары, «Игебай» мәктәбе ойошторола. Район китапханаһы республика кимәлендә үткәрелгән төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып призле урындар яулай. Уның инициативаһы менән район китапханаһы янында Юлай Мәҡсүтов исемендәге район журналистар премияһы булдырыла[3]. «Йәнгүҙәй» йәш ижадсылар клубы ойошторола.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004)
  • Рәсәй президенты В. В. Путиндың рәхмәт хаты (2004)
  • Рәсәй ҡатын—ҡыҙҙары союзының миҙалы (2004)
  • «Большая международная энциклопедия» китабының «Славные сыны и дочери» бүлегендә Луиза Дәүләтшина исеме индерелгән (Мәскәү, 2012)
  • Башҡортостан Республика президентының рәхмәт хаты (2006)
  • Рәсәй ҡатын — ҡыҙҙар союзының маҡтау ҡағыҙы (2007)
  • Рәсәй мәҙәниәт министрлығының маҡтау ҡағыҙы (2012)
  • «Башҡортостан Республикаһында фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе
  • Башҡортостан президенты гранты
  • Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын — ҡыҙ милләт әсәһе» миҙалы (2022)[4]

Уға арнап ижад ителгән

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев «Ниндәй изге һинең ҡараштар…» исемле шиғырын Луиза Ҡаһарман ҡыҙына арнай;
  • Үҙешмәкәр композитор Вилюр Мәүлитов, уға арнап, Ф.Сирбаев һүҙҙәренә «Башҡорт ҡыҙы» тигән йыр ижад итә.
  • «Сказание о земле Баймакской»\ автор-составитель: Ю. А. Узиков. Дирижер необычного оркестра.- Уфа: Издательство «Слово»,1998.-214стр.
  • «Баймакская энциклопедия»/гл.ред. И. Х. Ситдиков — Уфа: Баш.энцикл., 2013.- 215с.:ил.карты, ноты. ISBN 978 — 5-88185-084-5 247 бит