Евсеев Сергей Александрович
Сергей Александрович Евсеев | |
Тыуған: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Үлгән: | |
Үлгән урыны: | |
Ил: | |
Жанр: | |
Уҡыған урыны: | |
Исемдәре: |
Хата: рәсем асылмай йәки юҡ. |
Евсеев Сергей Александрович (10 сентябрь 1882 йыл — 1 март 1955 йыл) — скульптор, рәссам, театр рәссамы. РCФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1947)[1]. Финляндия вокзалы янындағы В. И. Ленин һәйкәленең авторы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сергей Александрович Евсеев Мәскәү ҡалаһында 1882 йылдың 10 сентябрендә тыуған[2].
1896-1904 йылдарҙа Строганов училищеһында билдәле рәссам К. А. Коровин класында уҡып белем ала. 1907 йылға тиклем А. В. Щусев һәм Ф. О. Щехтель етәкселегендә Санкт-Петербург ҡалаһында йәмәғәт өсөн монументаль декоратив скульптуралар ҡороуҙа эшләй, тәжрибә туплай. 1907 йылда Санкт-Петербургҡа[2] күсеп килә. 1910 йылда генерал Скобелев һәйкәленең проектын эҙерләү конкурсында үҙ проекты менән ҡатнаша һәм премияға лайыҡ була. 1910—1917 йылдарҙа Санкт-Петербург ҡалаһының «Бойондороҡһоҙҙар ширҡәте» художество берекмәһендә ағза булып тора, 1916 йылда үҙ эштәрен күргәҙмәләргә ҡуя[3].
Евсеев Сергей Александрович Финляндия вокзалы янындағы В. И. Ленин һәйкәленең авторы (1924—1926 В. А. Щуко һәм В. Г. Гельфрейх менән берлектә башҡарған) — был һәйкәл СССР-ҙа эшселәр синыфының бөйөк юлбашсыһына төҙөлгән тәүге һәйкәлдәрҙең береһе булып тора. Сергей Александрович Евсеев 1929 йылда А. Р. Кугелдең ҡәберендә ҡуйылған барельефтағы портретын Әҙәбиәт сәхнәһендә лә эшләп ҡуйған. 1934 йылда С. Евсеев Ленинград ҡалаһындағы К. Маркс менән Ф. Энгельс бюстарын Смольный янында ҡуйыу өсөн башҡара. Билдәлелек алған оҫта С. А. Евсеев төрлө ҡалаларҙың бина фасадтарын биҙәү менән шөғөлләнә, ул Мәскәүҙә В. И. Ленин исемендәге дәүләт китапханаһы бинаһының фасадын да биҙәгән, яҙыусыларҙың горельефтарын башҡарған[3].
Театр рәссамы булараҡ, К. А. Коровин, А. Я. Головин, А. Н. Бенуа һәм башҡалар менән берлектә спектаклдәргә декорациялар төшөргән, биҙәгән. 1907 йылға тиклем Мәскәү художество театрында эшләй. 1917 йылдан һуң Ленинград театрҙарында спектаклдәрҙе биҙәү менән шөғөлләнә[2][4], ГАТОБ оҫтаханаһының мөдире булып эшләй. Ленинград блокадаһы ваҡытында Ленинградта ҡала һәм ҡаланың төрлө хәрби һәм граждандартторлаҡтары объекттарын камуфляжлау менән шөғөлләнә[5].
Ленинградта 1955 йылдың 31 мартында[2] вафат була. Ҡаланың Красненькое зыяратында (Вишняковский юлындағы металл таҫмалы гранит колонналы)[6] ерләнгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 3 июня 1947
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Исаев П. Н. Строгановка: Императорское центральное Строгановское художественно-промышленное училище, 1825—1918 : биографический словарь, Том 2. Лабиринт, 2004. — С. 143.
- ↑ 3,0 3,1 Кривдина О. А. Скульптура и скульпторы Санкт-Петербурга, 1703—2007. — С. 151.
- ↑ Эдуард Коновалов Новый полный биографический словарь русских художников. — С. 186.
- ↑ Сурис Б. Д. Больше, чем воспоминания. Письма ленинградских художников 1941—1945. Книга 2. — С. 154—155
- ↑ Юрий Пирютко, Александр Кобак. Исторические кладбища Санкт-Петербурга
- 10 сентябрҙә тыуғандар
- 1882 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 1 мартта вафат булғандар
- 1955 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Алфавит буйынса рәссамдар
- С. Г. Строганов исемендәге Мәскәү дәүләт художество-сәнәғәт академияһын тамамлаусылар
- СССР сценографтары
- СССР рәссамдары
- СССР скульпторҙары