Йәнекәев Ҡасим

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Еникеев Ҡасим битенән йүнәлтелде)
Ҡасим Йәнекәев
Тыуған ваҡыты

билдәһеҙ

Тыуған урыны

билдәһеҙ

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Командалыҡ итеү

4-се Башҡорт пехота полкы

Хәрби алыш/һуғыш

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы

Ҡасим Йәнекәев — хәрби эшмәкәр. Батша армияһы штабс-капитаны, Башҡорт армияһы подполковнигы (1918—1919), 4-се Башҡорт пехота полкының командиры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1918 йылдың йәйендә штабс-капитан Ҡасим Йәнекәев Башҡорт армияһы сафына инә. 1918 йылдың июлендә Башҡорт хөкүмәтенең Ырымбур хәрби бүлеге составында 4-се Башҡорт пехота полкын ойоштороу менән шөғөлләнә. 1918 йылдың 26 июлендә ошо полктың командиры итеп тәғәйенләнә[1][2].

4-се Башҡорт пехота полкы Ырымбур өйәҙендә мобилизацияланған башҡорттарҙан торған. Йәнекәев Ырымбур хәрби округы командованиеһынан казак частарынан мосолман офицерҙарын үҙ полкына күсереүгә ирешә. Полк ҡарамағында хәрби оркестр ойоштора, артабан ул Башҡорт ғәскәрҙәренең дөйөм оркестры тип үҙгәртелә[2]. 1918 йылдың авгусында Башҡорт частарының хәрби формаһын әҙерләү комиссияһы составына керә.

Башҡорт армияһында Йәнекәев башта капитан хәрби дәрәжәһен ала. Аҙаҡ Орск фронтында Сара ауылы янында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн 1918 йылдың 29 сентябрендә уға подполковник дәрәжәһе бирелә[3].

1919 йылдың ғинуарында Башҡорт корпусы штабында өлкән адъютант булып хеҙмәт итә. 1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Ҡыҙылдар яғына күскәс, Йәнекәев Аҡтар хәрәкәте яғында ҡала һәм улар составында булған 2 меңгә яҡын башҡорт яугирҙары менән бергә Алыҫ Көнсығышҡа сигенә. Аҙаҡ Японияға эмиграциялай[3].

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны — Ырымбур священнигының ҡыҙы Калерия Яковлевна Андреева, улы — Олег[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 2,0 2,1 Ярмуллин А. Ш. У истоков Башкирской республики. Биографии деятелей Башкирского нацио­нального движения (1917—1920 гг.). — Уфа: Китап, 2017. — С. 199–200. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06659-7.
  2. 3,0 3,1 3,2 Еникеев Касим//Ганин А. В., Семёнов В. Г. Офицерский корпус Оренбургского казачьего войска. 1891-1945: Биографический справочник. — М: Русский путь; Библиотека-фонд «Русское Зарубежье», 2007. — 676 с: ил. — Тираж 1000 экз. — ISBN 978-5-85887-259-7 (Русский путь); ISBN 978-5-98854-013-7 (Библиотека-фонд «Русское Зарубежье»)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
  • Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — 280 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.