Эстәлеккә күсергә

Ирен Жолио-Кюри

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Жолио-Кюри, Ирен битенән йүнәлтелде)
Ирен Жолио-Кюри
франц. Irène Joliot-Curie
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3][…]
Гражданлыҡ  Франция
Тыуған ваҡыттағы исеме франц. Irene Curie
Тыуған көнө 12 сентябрь 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})[4][1][5][…]
Тыуған урыны XIII округ Парижа[d], Париж[4]
Вафат булған көнө 17 март 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[4][6][1][…] (58 йәш)
Вафат булған урыны Париж
Үлем төрө смерть от несчастного случая[d]
Үлем сәбәбе лейкоз[d]
Ерләнгән урыны кладбище Со[d][7]
Атаһы Пьер Кюри
Әсәһе Мария Склодовская-Кюри
Бер туғандары Ева Дениза Кюри[d]
Хәләл ефете Жолио-Кюри Фредерик
Балалары Пьер Жолио[d] һәм Элен_Ланжевен-Жолио[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Француз теле
Һөнәр төрө физик, химик, профессор, сәйәсмән, учёный-ядерщик, тикшеренеүсе
Эшмәкәрлек төрө химия һәм радиобиология[d]
Эш урыны факультет естественных наук Парижского университета[d]
Биләгән вазифаһы заместитель министра[d]
Уҡыу йорто факультет естественных наук Парижского университета[d][8]
Collège Sévigné[d]
Париж университеты
Ғилми етәксе Поль Ланжевен[d]
Аспиранттар Yang Chengzong[d]
Кемдә уҡыған Поль Ланжевен[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Французская секция Рабочего интернационала[d]
Ойошма ағзаһы ГДР фәндәр академяһы[d], Рәсәй Фәндәр академияһы, Королевская академия медицины Бельгии[d], Нидерланд король фәндәр академияһы[d] һәм Польша фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проект Проект:Математика[d]
 Ирен Жолио-Кюри Викимилектә

Ирен Жолио-Кюри (франц. Irène Joliot-Curie, ҡыҙ фамилияһы — Кюри; 12 сентябрь 1897 йыл, Париж — 17 март 1956 йыл, шунда уҡ) — француз физигы, Жолио (1935 йыл) менән берлектә химия буйынса Нобель премияһы лауреаты. Мария Склодовская-Кюри менән Пьер Кюриҙың өлкән ҡыҙы, Фредерик Жолионың ҡатыны.

Балалары — Элен Ланжевен-Жолио (1927, физик-ядерщик) һәм Пьер Жолио (1932, биолог).

Венерала Жолио-Кюри исеме менән кратерҙы атағандар.

Бала сағында атаһы яғынан олатаһы — табип Эжен Кюри үҫә. Сөнки был мәлдә Мария Склодовская-Кюри радий элементын аса һәм көсөргәнешле рәүештә ғилми эштәр менән шөғәлләнә.

10 йәштән Ирен кооператив мәктәптә шөғөлләнә башлай. Был мәктәп уның әсәһе һәм уның хеҙмәттәштәре, физиктар Поль Ланжевен һәм Жан Перрен тарафынан ойошторола. Ике йылдан Севине колледжына уҡырға инә. Уны Беренсе донъя һуғышы алдынан тамамлай.

Карьераһының башы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Артабан белем алыуын Париж университетында дауам итә. париж (Сорбоннала). Әммә бер нисә айға уҡыуын туҡтатып тора, сөнки хәрби госпиталдә шәфҡәт туташы булып эшләй. Әсәһенә рентгенограммалар эшләргә ярҙам итә.

Һуғыш тамамланғас Ирен Кюри әсәһе етәкселек иткән Радий Институтында ассистент-тикшеренеүсе булып эшләй башлай.

1921 йылдан башлап үҙаллы тикшеренеүҙәргә күсә. Уның башлап үткәргән тәжрибәләрәе радиоактив полоний — уның ата-әсәһе егерме йыл элек асҡан элемент менән бәйле була.

Сөнки радиация күренеше атом тарҡалыуы менән бәйле булғанлыҡтан, был атом структураһы асыҡларға өмөт бирә.

Ирен Кюре полоний атомдары тарҡалғанда юғары тиҙлек менән атылып сыҡҡан альфа-өлөшсәләр рәтендә күҙәтелгән флуктуация күренешен өйрәнә.

Ике протондан һәм ике нейтрондан торған был альфа-өлөшсәләре, йәғни гелий ядроһы атом структураһын өйрәнеү өсөн материал була алыуын тәүге тапҡыр инглиз физигы Эрнест Резерфорд әйтә.

1925 йылда был киҫәксәләрҙе тикшереп, Ирен Кюри докторлыҡ дәрәжәһенә лайыҡ була.

Фредерик Жолио хеҙмәттәшлек итеүе һәм никахы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Фредерик һәм Ирен 1940 йылдарҙа

1926 йылда коллегаһы, Радий институтында ассистенты Фредерик Жолиоға кейәүгә сыға.

1930 йылда немец физигы Бот Вальтер ҡайһы бер еңел элементтар (уларҙың араһында бериллий һәм бор) бомба альфа-өлөшсәләр менән бәргеләгәндә көслө радиация бүленеп сығыуын аса.

Жолио һәм Кюри был проблема ҡыҙыҡһынып китәләр һәм альфа-киҫәксәләр алыу өсөн полоний сығанағы әҙерләйҙәр. Бының өсөн Жолио айырыуса һиҙгер конденсацион камера уйлап таба. Шуның ярҙамында үтеп ингән радиацияны билдәләй.

Улар бериллий йәки бор һәм йәки детектор араһында водородлы берләшмәле пластинка булһа радиация кимәле ике тапҡырға тиерлек артыуын күҙәтәләр. Ирле-ҡатынлы Жолио-Кюри быны үтеп ингән радиация айырым водород атомдарына ҙур тиҙлектә бәреп сығара тип аңлата.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар әле был процестарҙың асылын тулыһынса аңлай алмай. Әммә 1932 йылда Джеймс Чедвикға нейтронды — атом ядроһының нейтраль өлөшөн асырға юл һалалар.

Тикшереү эштәрен дауам итеп, бор һәм алюминды альфа-өлөшсәләр ярҙамында бомбаға тотоп, позитрондар (бөтә башҡа сифаттары менән кире зарядтарлы электрон хәтерләтеүсе, әммә ыңғай зарядле киҫәксәләр) айырылып сығыуын асыҡлайҙан. Ә ул өлөшсәләрҙе 1932 йылда тәүге тапҡыр америка физигы Карл Д. Андерсон асҡан була.

Детекторҙағы тишемде алюмин фольганының йоҡа ҡатламы менән ябып, алюмин һәм бор өлгөләрен альфа-өлөшсәләр менән бомбаға тоталар.

Уларҙың ғәжәпләнеүемә ҡаршы, альфа-өлөшсәләрҙең полоний сығанағы алып ташланһа ла. позитрондар ағымы бер нисә минут дауамында сығыуын дауам итә.

Һуңыраҡ Жолио-Кюри алюмин һәм борҙың бер өлөшө яңы химик элементҡа әүерелгән тигән ҡарашҡа килә. Улай ғына ла түгел, был яңы элементтар радиоактив була: 2 протон һәм 2 нейтрондан торған альфа-өлөшсәләрҙе йотоп, алюмин радиоактив. фосфорға, әүерелә, ә бор—азоттың радиоактив изотобына әйләнә. Оҙаҡ булмаған арауыҡта Жолио-Кюри бик күп яңы радиоактив элементтар ала.

Фашизмдың ҡырҡа дошманы булараҡ, Жолио-Кюри ғәиләһе 1934 йылда Француз социалистик партияһы сафына инә, ә һуңынан коммунистар булып китәләр.

Артабанғы йылдарҙа һәм нобель премияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1935 йылда «яңы радиоактив элементтарҙың синтезын» үтәгән өсөн Ирен Жолио-Кюри һәм Фредерик Жолио химия буйынса Нобель премияһына лайыҡ булалар.

Швед короллеге фәндәр академияһы исеменән сығыш яһап, В. К. Пальмайер Ирен Жолио-Кюриға 24 йыл элек уның әсәһенә лә химия буйынса Нобель премияһын тапшырыу тантанаһында ҡатнашыуын билдәләп үтә. «Һеҙ ире менән хеҙмәттәшлек итеп, — тине Пальмайер, — һеҙҙең был күркәм традицияны дауам итәһегеҙ».

Нобель премияһын алғандан һуң бер йыл үткәс, Жолио-Кюри Сорбоннала тулы профессор булып китә. 1932 йылдан алып лекциялар уҡый башлай. Шулай уҡ Радий институтында ла радиоактивлыҡ буйынса тикшеренеүҙәрен дауам итә. 1930 йылдар аҙағында Жолио-Кюри уран менән эшләй һәм бер нисә мөһим асыштар яһай. Нейтрондар менән бомбаға тотҡанда уран атомдарын тарҡатып була тигән нәтижәгә килә.

Тәжрибәне ҡабатлап ҡарап, немец физигы Отто Ган һәм уның коллегалары Фриц Штрассман менән Лиза Мейтнер 1938 йылда уран атомын тарҡатыуға өлгәшә.

Жолио-Кюри сәйәси эшмәкәрлеккә ҙур иғтибар бүлә башлай. 1936 йылда дүрт ай буйы Леон Блюм хөкүмәтендә ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса статс-секретарь ярҙамсыһы булып эшләй.

1940 йылда Германия оккупацияһы булыуына ҡарамаҫтан, Ирен ире менән Францияла ҡала. Бында Жолио Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнаша.

1944 йылда гестапо яғынан уның эшмәкәрлегенә ҡарата шик тыуа. Жолио подпольеға китә. китә, Ә Ирен, ике балаһын алып Швейцарияға ҡаса. Франция азат ителгәнгә тиклем шунда ҡала.

1946 йылда Ирен Жолио-Кюри Радий институтына директоры итеп тәғәйенләнә.

Бынан тыш, 1946-1950 йылдарҙа Францияның атом энергияһы буйынса комиссариатында эшләй.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың социаль һәм интеллектуаль үҫеше проблемаларына бәйле, француз ҡатын-ҡыҙҙары союзының Милли комитетында һәм Бөтә донъя тыныслыҡ советында эшләй.

1950 йылдарҙа һаулығы насарая башлай. Был уның эш барышында алған радиация һөҙөмтәһендә булыуы ла мөмкин. Ирен Жолио-Кюри 1956 йылдың 17 мартында Парижда киҫкен лейкемия сиренән вафат була. 1956 йылдың 21 мартында Париж янындағызыяратта ерләнгән.

Нобель премияһынан тыш, бик күп университеттарҙың маҡтаулы дәрәжәләренә лайыҡ була. Бик фәнни ойошмаларҙың ағзаһы булып тора. 1940 йылда уның ғилми хеҙмәте өсөн Колумбия университеты Барнард алтын миҙалын тапшыра. Ирен Жолио-Кюри Францияның почетлы легион ордены кавалеры булып тора.

  • Храмов Ю. А. Жолио-Кюри Ирен (Joliot-Curie Irene) // Физики: Биографический справочник / Под ред. А. И. Ахиезера. — Изд. 2-е, испр. и дополн. — М.: Наука, 1983. — С. 111. — 400 с. — 200 000 экз.