Эстәлеккә күсергә

Жуков Евгений Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Жуков Евгений Михайлович
рус. Евгений Михайлович Жуков
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 10 (23) октябрь 1907[2]
Тыуған урыны Варшава, Рәсәй империяһы[3]
Вафат булған көнө 9 март 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[4] (72 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө тарихсы, директор, баш мөхәррир
Эшмәкәрлек төрө тарих
Эш урыны Ленинградский институт истории, философии и лингвистики[d]
Санкт-Петербург дәүләт университеты
Институт истории АН СССР[d]
Государственный комитет СССР по телевидению и радиовещанию[d]
исторический факультет МГУ[d]
Академия общественных наук при ЦК КПСС[d]
Правда
Институт востоковедения РАН[d]
РФА Дөйөм тарих институты[d]
Уҡыу йорто Ленинград көнсығыш институты[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d] һәм ветеринария фәндәре докторы[d]
Аспиранттар Пак, Михаил Николаевич[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Жуков Евгений Михайлович (10 (23) октябрь 1907 йыл, Варшава, Польша батшалығы, Рәсәй империяһы9 март 1980 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың ғалим-тарихсыһы, академик, СССР Фәндәр Академияһы ( 20.06.1958) академигы, 1968—1979 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Дөйөм тарих институты директоры, Совет тарихи энциклопедияһының баш мөхәррире

Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында Е М. Жуковтың ҡәбере

Ленинград Көнсығыш институтының Япон бүлеген (1927) һәм аспирантураны (1929) тамамлай. 1929—1932 йылдарҙа тарих-лингвистика институтында һәм Ленинград университетында уҡыта. 1933-1937 йылдарҙа-ВКП(б) Үҙәк Комитеты аппаратында. 1939—1941 йылдарҙа-СССР Фәндәр академияһы Тарих институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1941—1943 йылдарҙа-СССР радиокомитетының бүлек башлығы һәм рәйесе урынбаҫары. СССР Фәндәр академияһының Тымыҡ океан институты директоры (1943—1950). Бер үк ваҡытта 1944—1946 йылдарҙа М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында уҡыта — тарих факультетының Алыҫ Көнсығыш илдәре тарихы кафедраһы мөдире, доцент, профессор. 1946—1980 йылдарҙа-КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге Ижтимағи фәндәр академияһы кафедраһы мөдире. «Правда» гәзите мөхәррире (1946-1949). СССР Фәндәр академияһының Көнсығышты өйрәнеү институты директоры урынбаҫары (1950—1953). Сектор мөдире, СССР Фәндәр Академияһының Тарих институты директоры урынбаҫары (1953—1957), СССР Фәндәр академияһының дөйөм тарих институты директоры (1968—1979). СССР Фәндәр академияһының Тарих бүлеге академигы-сәркәтибе (1958—1969, 1975—1979).

Улы — тарихсы-япон белгесе Александр Жуков (1954 йылда тыуған).

1980 йылдың 9 мартында Мәскәүҙә вафат була. Новодевичье зыяратына ерләнә[5].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Е.М. Жуков — Японияны өйрәнеүсе совет белгестәре мәктәбенең күренекле вәкилдәренең береһе, Япония тарихының бер нисә төп мәсьәләләрен, бигерәк тә яңы һәм иң яңы замандарҙағыһын (Японияның тарихи үҫеше процессының дөйөм характеристикаһы, Япон милитаризма тарихы һ. б.) эшләгән. Яңы замандың халыҡ-ара мөнәсәбәттәре һәм колониаль проблемалар, тарихтың дөйөм методологик мәсьәләләре, тарихты периодизациялау проблемалары буйынса эштәр авторы.

«Всемирная история» (1953-1965) һәм Совет тарих энциклопедияһының (1961-1976) баш мөхәррире. СССР тарихсыларының милли комитеты рәйесе (1972-1980). СССР һәм НРБ Комиссияһының совет бүлеге рәйесе (1971). Китап һөйөүселәрҙең Бөтөн Союз ирекле йәмғиәте рәйесе (1975).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Монографиялары
  • История Японии. М., 1939;
  • Японский милитаризм — враг свободолюбивый народов. М., 1945;
  • Японский милитаризм. М., 1972 (редактор);
  • Очерки методологии истории. 1980; 2-е изд. М., 1987. — 256 с.
Мәҡәләләре
  • Жуков Е. М. Роль религии в мировой истории // Вопросы научного атеизма. Вып. 20. Актуальные проблемы истории атеизма и религии / Редкол. А. Ф. Окулов (отв. ред.); Акад. обществ. наук ЦК КПСС. Ин-т научного атеизма. — М.: Мысль, 1976. — С. 19—29. — 327 с. — 19 200 экз.
  • Жуков Евгений Михайлович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Дружинин Н. М., Коваленко И. Д., Рыбаков Б. А., Тишков В. А. К 70-летию академика Евгения Михайловича Жукова // История СССР. 1977. № 5;
  • Бромлы Ю. В., Коростовцев М. А., Минц И. И. 70-летие академика Е. М. Жукова // Вопросы истории. 1977. № 10;
  • Ларина Т. О. 80-летию академика Е. М. Жукова // Вопросы истории. 1988. № 2;
  • Фурсенко А. А. Штрихи т портрет академика Е. М. Жукова // Новая и новейшая история. 2007. № 6;
  • Искендеров А. А. Академик Е. М. Жуков // Вопросы истории. 2008. № 2.