Эстәлеккә күсергә

Журавлёв Геннадий Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Журавлёв Геннадий Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 4 (17) ноябрь 1914
Тыуған урыны Кенәзйылға, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 27 декабрь 1979({{padleft:1979|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Ҡурған, РСФСР, СССР
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d]
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены почётный железнодорожник

Журавлев Геннадий Александрович (4 (17) ноябрь 1914 йыл — 27 декабрь 1979 йыл) — 1955—1962 йылдарҙа КПСС-тың Ҡурған өлкә комитетының икенсе секретары, 1961—1974 йылдарҙа Ҡурған автобус заводы директоры, V саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаты. Совет-япон һуғышында ҡатнаша, өлкән лейтенант.

Геннадий Александрович Журавлев 1914 йылдың 4 (17) ноябрендәӨфө губернаһы Бөрө өйәҙе Илеш улусының Кенәзйылға (хәҙер ауыл Башҡортостан Республикаһы Илеш районы Аҡҡүҙ ауыл советына инә) ауылында тыуа.

1932 йылдан Силәбе өлкәһенең Баҡал станцияһы икмәк заводында слесарь, һуңынан рудникта слесарь-электрик булып эшләй.

Ҡурған техника мәктәбен тамамлағандан һуң Көньяҡ-Урал тимер юлы ның Ҡурған станцияһында депо машинисы ярҙамсыһы, машинист булып эшләй.

1938 йылда Ҡурған район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла. 1938—1955 йылдарҙахәрби хеҙмәттә комсомол, парти эшен алып бара: Байкал аръяғы фронтында ВЛКСМ-дың полк бюроһының яуаплы секретары, рота политругы, партбюроның яуаплы сәркәтибе, бригаданың сәйәси бүлек начальнигының комсомол буйынса ярҙамсыһы, бригадала һәм тимер юл ғәскәрҙәрендә ойоштороу-партия эше буйынса инструктор була. Совет-япон һуғышында ҡатнаша, өлкән лейтенант.

1940 йылда ВКП(б)-ға инә.

1953 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбенең ситтән тороп уҡыу бүлеген тамамлай.

1954 йылдың майында КПСС-тың Ҡурған өлкә комитеты бюроһы ағзаһы һәм секретары итеп һайлана.

1955 йылдың апрелендә — КПСС-тың Ҡурған Өлкә комитетының икенсе секретары.

1961—1975 йылдарҙа — Ҡурған автобус заводы директоры. 1973 йылда завод «Автосервис-73» халыҡ-ара күргәҙмәнең Маҡтаулы дипломдары менән бүләкләнә.

1975 йылдың 12 февралендә А. Журавлев хаҡлы ялға сыға.

Геннадий Александрович Журавлев 1979 йылдың 27 декабрендә Ҡурғанда вафат була, Яңы Рябковск зыяратында ерләнә[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • ПСС-тың XXII съезы делегаты.
  • РСФСР Юғары Советының V саҡырылыш депутаты.
  • Ҡурған өлкә хеҙмәтсәндәр депутаттары советы депутаты.