Закиров Миңлемөхәмәт Тәфтизан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Закиров Миңлемөхәмәт Тәфтизан улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 24 ноябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ҡариҙел районы
Вафат булыу көнө 22 ноябрь 2014({{padleft:2014|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (63 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Өфө
Туған тел рус теле
Һөнәр төрө яҙыусы, журналист, шағир
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Миңлемөхәмәт (Мөхәмәт) Тәфтизан улы Закиров (24 ноябрь 1950, Башҡорт АССР-ның Ҡариҙел районы Дәүләт ауылы — 22 ноябрь 2014, Өфө) — башҡорт шағиры һәм журналисы, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (2000).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Башҡортостан Дәүләт телерадиокомитетында өлкән мөхәррир булып эшләй, һуңғы йылдарҙа «Ҡызыл таң» гәзитенең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге хәбәрсеһе.

2000 йылдан — Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы[1]

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шиғырҙарҙы 1970 йылдарҙан алып яҙа. Уның шиғырҙары өсөн хистәрҙең ихласлығы, халыҡ ижадының образдарын һәм мотивтарын ҡулланыу, нескә юмор хас. Шул уҡ ваҡытта уларҙа эске һағыш, бөгөнгө көн, әхлаҡи ориентирҙар юғалыуы өсөн һыҙланыу һиҙелә.

Нәшер ителгән шиғри йыйынтыҡтары:

  • Закиров М. Т. Ҡайын яҡтыһы : Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. — 31 бит.
  • «Сәскә тулҡыны» (1990)
  • «Уңалған яра» (1992)
  • «Беҙ Ҡараиҙелдән» (2005)
  • «Ҡылыстағы һандуғас» (2005)
  • «Тыуған йорт» (2010).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Список принятых членов Союза писателей с 1990 года по 2005 год  (рус.). bash-portal.ru. 27 ғинуар 2015 тикшерелгән.(рус.). bash-portal.ru. 27 ғинуар 2015 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]