Эстәлеккә күсергә

Заморуев Георгий Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Заморуев Георгий Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1904
Тыуған урыны Днепр, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1959
Вафат булған урыны Магнитогорск, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Магнитогорское правобережное кладбище[d]
Эшмәкәрлек төрө Металлургия
Эш урыны Магнитогорск металлургия комбинаты[d]
Магнитогорск дәүләт техник университеты
Уҡыу йорто Днепровский национальный университет имени Олеся Гончара[d]
Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Әүҙемлек урыны Магнитогорск дәүләт техник университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Заморуев Георгий Михайлович (8 март 1904 йыл21 ноябрь 1959 йыл) — ғалим-инженер. Техник фәндәр докторы, профессор (1958).

1904 йылдың 24 февралендә (яңы стиль буйынса 8 март) Рәсәй империяһының Екатеринослав ҡалаһында тыуған.

1-се Екатеринослав классик гимназияһын, унан һуң 1926 йылда Днепропетровск халыҡ мәғарифы институтын (хәҙер Олесь Гончар исемендәге Днепр милли университеты) «химия» һөнәре буйынса тамамлаған. 1929 йылда Ленинград политехник университетында (хәҙер Бөйөк Пётр исемендәге Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты) «ҡара металдар металлургияһы» һөнәре буйынса икенсе юғары белем ала. 1938 йылда ғилми баҫмалар йыйынтығы буйынса диссертация яҡламайынса «техник фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһе бирелә. 1956 йылда Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр институтында (хәҙер Милли тикшеренеү технология университеты «МИСиС») «Структурные изменения поверхностных слоев стальных тел при изнашивании (трении)» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм уға профессор исеме бирелә

Ленинград политехник университетын тамамлағас, «Большевик» (хәҙерге Обухов заводы) Ленингард заводының металлогрфик лабораторияһында эшләй. 1933—1934 йылдарҙа Украина ССР-ы Донецк өлкәһенең Константинов ҡалаһында М. В. Фрунзе исемендәге металлургия заводының (хәҙер Константинов суйын ҡойоу заводы) металлогрфия һәм механика лаборатория һы начальнигы була. Ленинградҡа ҡайтып, 1936—1938 йылдарҙа «Пневматика» заводының лаборатория начальнигы була.

1938 йылда Магнитогорскиға ебәрелә, унда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Магнитогорск металлургия комбинатында броня ҡоросон етештереүҙе үҙләштереүҙә ҡатнаша, бер үк ваҡытта 1-се махсус бюроның термик секторында начальник урынбаҫары була. Ул термик эшкәртеү процесының технологияһын тәҡдим итә, был ысул легирлы ҡоростоң меңләгән тоннаһын экономияларға мөмкинлек бирә.

1938 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтына (МДМИ, хәҙер Магнитогорск дәүләт техник университеты) саҡырыла, унда ғүмеренең аҙағына тиклем металдарҙы өйрәнеүсе фән һәм термик эшкәртеү кафедраһы мөдире була. 1944 йылдан 1948 йылға тиклем институт директорының фәнни-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын биләй. 70-тән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, бер нисә фән кандидаты тәрбиәләй, улар араһында МДМИ-ла уҡытыу эштәре буйынса проректор булған Дмитрий Михайлович Златоустовский ҙа бар.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, 1947—1951 йылдарҙа юғары мәктәп һәм ғилми учреждениелар хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Силәбе өлкә комитеты президиумы ағзаһы була.

1959 йылдың 21 ноябрендә Магнитогорск ҡалаһында вафат була. Уң яр буйы ҡала зыяратында ерләнгән, һуңынан бында уның менән йәнәш ҡатыны ла ерләнә[1]

Тышҡы медиафайлдар
  • Пермь крайының Дәүләт архивында Г. М. Заморуевҡа ҡағылған документтар һаҡлана.[2]
  • Рәссам Семен Васильевич Каминский[3] 1960 йылда Георгий Михайловичтың портретын яҙа, ул Магнитогорск ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡлана.[4]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • ике «Почёт Билдәһе» ордены
  • миҙалдар, шул иҫәптән «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» һәм «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалдары
  • СССР-ҙың Ҡара металлургия министрлығының Почет грамоталары
  • Исеме МДМИ-ның Почёт китабына индерелгән (1967).