Эстәлеккә күсергә

Заньковецкая Мария Констаниновна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мария Заньковецкая
укр. Марія Костянтинівна Заньковецька
Файл:Zankovetska.jpg
Исеме:

Мария Константиновна Адасо́вская

Һөнәре:

актёр

Әүҙем йылдары:

18821934

Театр:

Нежинда Халыҡ театры, Киевта Халыҡ театры

Наградалары:

Мари́я Константи́новна Занькове́цкая (псевдоним, тыуғанда — Адасо́вская, укр. Заньковецька Марія Костянтинівна; 23 июль (4 август1854, Заньки — 4 октябрь 1934, Киев) — украин һәм совет актрисаһы, Украина ССР-ының халыҡ артисы (1922)[1].

Мария Константиновна Заньковецкая (Адасовкая) Рәсәй империяһы Чернигов губернаһы Нежин өйәҙе (хәҙерге Украинаның Чернигов өлкәһе) Заньки ауылында тыуған. Атаһы — Констанин Констанович Адасовский, ярлыланға помещик һәм судья[1]. Черниговта ҡыҙҙар гимназияһын тамамлаған.

Йәш сағынан уҡ һәүәҫкәр концерттарҙа сығыш яһаған. 1882 йылда уның профессиональ сценала дебюты була — ул Елисаветградта «Наталка-Полтавка» операһын ҡуйыуҙа ҡатнаша[2]. Мария Константиновнаның матур тауышы (меццо-сопрано) сәхнәлә уның уңышына булышлыҡ иткән[1]. М. Л. Кропивницкий, М. П. Старицкий, Н. К. Садовский, П. К. Саксаганский, И. К. Карпенко-Карый һәм башҡалар етәкселегендәге иң эре украин труппаларында хеҙмәт иткән. 1907 йылда Н. К. Садовский менән бергә Киевта тәүге профессиональ стационар украин театрын ойоштора. Октябрь революцияһынан һуң 1918 йылда Нежинда Халыҡ театры менән етәкселек итә. 1918 йылда П. К. Саксаганский менән берлектә Киевта Халыҡ театрын (хәҙерге Львовтағы Мария Заньковецкая исемендәге Украин драма театры) ойоштороуҙа ҡатнаша.

Заньковецкая талантының сәскә атыуы уның М. Л. Кропивницкийҙың һәм һуңыраҡ Н. К. Садовскийҙың труппалары составында булыу осорона ҡарай. Тәнҡит Заньковскаяның артистик һәләтен юғары баһалаған. Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургтағы гастролдәр уға ҙур билдәлелек килтергән[3].

Театр сәхнәһендә актриса Заньковецкая. 1905 йыл открыткаһы

Заньковецкая күп төрлө ролдәрҙе башҡарған. «По ревизии», «Наймычка», «Пока солнце взойдёт, роса очи выест», «Не так склалося, як жадалося» һәм башҡа пьесаларҙа уйнаған. Петербургта Зеньковская А. С. Сувориндың «Татьяна Репина» пьесаһында уңышлы сығыш яһаған[3].

Уның сәхнә хеҙмәттәрен танып 1918 йылдың июнендә гетман Павел Петрович Скоропадский Министрҙар Советы тарафынан ҡабул ителгән ғүмерлеккә дәүләт пенсияһын тәғәйенләү тураһындағы ҡарарҙы раҫлаған[4].

1934 йылдың 4 октябрендә вафат булған, Киевта Байково зыяратында ерләнгән.

Бер фильм-спектаклдә һәм бер фильмда ҡатнашҡан:

  • 1911 — «Наталка-Полтавка» (И. П. Котляровскийҙың шул исемдәге пьесаһы буйынса Н. К. Садовскийҙың фильм-спектакле, операторы Д. Ф Сахненко) — Наталка роле
  • 1924 — «Остап Бандура» — Остап Бандураның әсәһе.
Украинаның почта маркаһы, 2004 йыл
  • Львовта Мария Заньковецкая исеме менән Украин драма театры аталған.
  • Киевта скверҙарҙың береһендә Мария Заньковецкая һәйкәле ҡуйылған.
  • Киев, Одесса, Ужгород, Чернигов, Черновцы, Нежин һәм Луцк ҡалаларында уның исеме менән урамдар аталған.
  • 1960 йылда Киевта мемориаль музей-фатир ойошторолған, ә 1964 йылда Заньки ауылында музей асылған.
  • 1971 йылда украин яҙыусыһы Иван Рябокляч «Мария Заньковецкая» пьесаһын яҙған.
  • 1989 йылда Киевта Мария Заньковецкая музейы асылған.
  • 2004 йылда Украина Милли банкы Мария Заньковецкаяның тыуыуына 150 йыл тулыуы айҡанлы иҫтәлекле тәңкә сығарған.
  • Е. Колтоновская «Женские силуэты» (СПб., 1912).