Зарипов Наил Ғарифйән улы
Зарипов Наил Ғарифйән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы |
Тыуған көнө | 18 февраль 1957 (67 йәш) |
Тыуған урыны | Баҡай, Кушнаренко районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | университет уҡытыусыһы, ғалим, инженер-механик |
Эш урыны | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Ғилми дәрәжә | техник фәндәр докторы[d] һәм профессор[d] |
Зарипов Наил Ғарифйән улы (18 февраль 1957 йыл) — инженер-механик, ғалим, педагог. Техник фәндәр докторы (2002), профессор (2002)[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Наил Ғарифйән улы Зарипов 1957 йылдың 18 февралендә Башҡорт АССР-ының Кушнаренко районы Баҡай ауылында тыуған.
1979 йылда инженер-механик һөнәре алып Өфө авиация институтын (ӨАИ, хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университеты, ӨДАТУ) тамамлай.
Институтты тамамлағандан һуң Өфө авиация институты ҡарамағындағы «Тантал» (Өфө) махсус конструкторлыҡ-технология бюроһында эшләй: инженер, өлкән һәм әйҙәүсе инженер. 1986 йылдан алып Рәсәй Фәндәр академияһының Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында: кесе ғилми хеҙмәткәр, 1995 йылдан башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр, әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр, ауыр деформацияланыусы материалдарҙың үтә һығылмалылығы лабораторияһы мөдире урынбаҫары, 2000 йылдан - фән буйынса директор урынбаҫары. 1997 йылдан алып Өфө дәүләт авиация техник университетында: доцент, профессор. 2006 йылдан алып материалдарҙы өйрәнеү һәм металдар физикаһы кафедраһы мөдире, 2015 йылдан алып уҡытыу эштәре буйынса проректор.
Металдарҙың ныҡлығы һәм һығылмалылығы физикаһы өлкәһендә белгес[2].
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәнни хеҙмәттәре материалдарҙың үтә һығылмалылығы проблемаларына арналған. Зарипов Наил Ғарифйән улы ҡатнашлығында металдарҙа, иретмәләрҙә, керамик һәм металл-керамик материалдарҙа үтә һығылмалы деформациялар ваҡытындағы физик-химик һәм структур үҙгәрештәр тикшерелгән. Интерметаллидтар һәм керамика алыу технологияһын эшләүҙә, бирелгән үҙенсәлектәре булған функциональ материалдар эшләүҙә ҡатнаша. Асыштары Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренең сәнәғәт предприятиеларында индерелгән. 75-тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы[2][3].
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зарипов Наиль Гарифьянович 2022 йыл 8 май архивланған.
- Зарипов Наил Ғарифйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Зарипов Наил Ғарифйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 Зарипов Наиль Гарифьянович 2022 йыл 8 май архивланған.
- ↑ Зарипов Наил Ғарифйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.