Эстәлеккә күсергә

Зыязитдинов Рим Сәләх улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зиязетдинов Рим Саляхович битенән йүнәлтелде)
Зыязетдинов Рим Сәләх улы
Тыуған ваҡыты:

19 апрель 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (71 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Миәкә районы Боғҙан ауылы

Һөнәре:

артист

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

19722018

Театр:

Салауат башҡорт дәүләт драма театры

Наградалары:
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы
Сайт:

http://salavatteatr.ru/

Зыязитдинов Рим Сәләх улы (19 апрель 1953 йыл11 март 2018 йыл) — театр актёры, 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1983) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2004) артисы.

Рим Сәләх улы Зыязитдинов 1953 йылдың 19 апрелендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Боғҙан ауылында тыуған.

1972 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай һәм шул ваҡыттан алып Салауат башҡорт дәүләт драма театры труппаһында эшләй[1]. Ул — сағыу характерлы, бай тәбиғи һәләттәргә эйә артист.

Рим Сәләх улы оҙаҡ йылдар Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзының вәкиле вазифаларын башҡара.

Рим Зыязитдинов 2018 йылдың 11 мартында Салауат ҡалаһында вафат булды[2].

Спектаклдәрҙәге ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Һаҙый ҡарт («Шайтан квартиранттар», Р.Кинйәбаев).[3]
  • Йәш Булат — «Ләйсән» (Мортазин)
  • Становой — «Кейәү» (Ибраһимов)
  • П. Корчагин — «Драматик йыр» (Анчаров, Брагинский).
  • Досужев — «Табышлы урын» (А. Островский).
  • Һалдат — «Иблис уҡыусыһы» (Б.Шоу)
  • Мирзахан — «Ташҡындар» (Т.Ғиззәт)
  • Сапҡын — «Ай тотолған төндә» (М. Кәрим)
  • Ринат — «Түгелмә, шатлыҡ» (Ш.Рәхмәтуллин)
  • Самат — «Бәхет йондоҙо» (М.Хәйҙәров)
  • Урмантаев — «Яралы ҡош тауышы» (М.Хәйҙәров)
  • Йәнғәле — « Бәхтигәрәй» (А.Мирзаһитов)
  • Тимербәк — «Ғүмер ике бирелмәй» (А.Мирзаһитов)
  • Яхья — «Әсәләр көтәләр улдарын» (А.Мирзаһитов)
  • Сапҡын — «Антигона» (Софокл)
  • Ҡотош — «Минең йәшлегем тирәктәре» (К.Аҡбашев)
  • Айсыуаҡ — «Атылған табун» (Ф.Бүләков)
  • Фәрит — «Таштуғай» (Ф.Бүләков)
  • Айрат — «Текә яр янында» (Н.Ғәитбаев)
  • Морат — «Хуш, мин китәм» (Н.Ғәитбаев)
  • Буслаев — «Тупһа» (А.Дударев).
  • Морозов — «Ҡыҙыл көртмәле тәлгәше» (А. Губарев).
  • Кинйә — «Иртәнге томан» (Ф.Богданов)
  • Адам Федорович — «Мөхәббәт хаҡына» (Р.Байбулатов)
  • Хәлфин — «Мине саҡырыусы уттар» (Ф.Богданов)
  • Һаҡсы — «Мөхәббәтһеҙ ҡала» (Л.Устинов)
  • Зинәтулла — «Вәғәҙә» (Ф.Асянов)
  • Пионер — «Әгәр һөйөү ысын булһа» (Х.Вәхит)
  • Форсат — «Йөрәгегеҙҙе ҡапламағыҙ» (И.Абдуллин)
  • Сәйфулла — «Ҡара йөҙҙәр» (М.Ғафури)
  • Угарев, Камаев — «Провинциаль анекдоттар» (А.Вампилов)
  • Рәиль — «Яран - хушлашыу сәскәһе» (Ф.Бүләков)
  • Илғотло — « Ашҡаҙар» (К.Аҡбашев)
  • Мөхтәр — «Миләш- Миләүшә» (Н.Асанбаев)
  • Кинйә — «Кисер мине, әсәй!» (Р. Батулла).
  • Илдар- «Һарысәс» (Ҡолдәүләт)
  • Диамар — «Текә яр янында» (Л.Вәлиев)
  • Рамаҙан — «Үҙ өйөндә ҡунаҡ» (Чичков)
  • Саяр — «Әсәйемдең аҡ күлдәге» (Ш.Хөсәинов)
  • Вәли — «Шәүрәкәй» (М.Буранғолов)
  • Мансур — «Ташлама мине өмөт» (Х.Ирғәлин)
  • И.Федулов — «Салауат» (М.Кәрим)
  • Староста — «Гөлшаян» (М.Әмир)
  • Тизыҡ — «Йылан тиреһе» (А.Дилмөхәмәтова)
  • Ғәфүр — «Үлтереп китәм» (Н.Ғәитбаев)
  • Ишәк — «Винни Пух һәм уның дуҫтары» (А. Милн, 2000г)[4]

Театрҙа эшләү дәүерендә 70-тән артыҡ ролдә уйнай.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1983)