Златоуст (станция)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Златоуст
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Златоуст
Хужаһы Көньяҡ Урал тимер юлы
Рәсми асылыу датаһы 1890
Киләһе туҡталыш Заводская платформа[d] һәм Таганай[d]
Тимер юл һыҙаты Бердяуш — Полетаево[d]
Код станции 84580
Карта
 Златоуст Викимилектә

Златоуст, АлтынтамаҡКөньяҡ Урал тимер юлының Златоуст төбәге тимер юлы станцияһы, Силәбе өлкәһенең шул уҡ исемдәге ҡалаһында урынлашҡан.

Станцияла Златоуст локомотив депоһы йыһазландырылған (ТЧ-1 ЮУЖД)[1]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Златоуст станцияһы 1910 йылда. С М. Прокудин-Горский фотоһы

Станция Өфөнән линияны оҙонайтҡан ваҡытта 1890 йылда асылған, ул Һамар-Златоуст юлына ингән. Ул ваҡытта станция Өфө губернаһы Златоуст өйәҙенең административ үҙәге булып торған ҡаланың сигенән 2 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан булған. 1892 йылда линия Ырымбур губернаһының өйәҙ ҡалаһы Силәбегә тиклем дауам иттерелә[2][3]

Станция аша Транссебер магистраленең төп тарихи юлы үткән.

Станцияға даими электр энергияһы 1945 йылдың аҙағында үткәрелгән[4].

Станцияның заманса вокзал бинаһы 1986 йылда архитектор М. Попов проекты буйынса төҙөлгән[5].

Пассажир поездары хәрәкәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Станция вокзалы 2 класлы. Вокзалдың һыйҙырышлылығы 700 кеше тәшкил итә. Йыллыҡ хеҙмәтләндереү күрһәткесе — 908 000 кеше.

Алыҫ юл хәрәкәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Станцияла үтеп барған бөтә поездар ҙа туҡтай. Мәскәү, Минск, Волгоград, Төньяҡ Кавказ курорттары, Владивосток һәм башҡа ҡалалар менән тура бәйләнеш бар.

График буйынса 2020 йылда станция аша йөрөгән поездар:

Йыл әйләнәһенә поездар хәрәкәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миҙгелле поезд хәрәкәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәғәт һайын Златоуст станцияһында 40-50 пассажир хеҙмәтләндерелә[6].

Ҡала яны хәрәкәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Силәбе йүнәлешендә көнөнә - 2, Бирҙәүеш йүнәлешендә көнөнә 2 пар электропоезд (уларҙың 2-һе - артабан Кропачёвҡа тиклем) йөрөй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Депо Златоуст на parovoz.com. Архивировано 12 июль 2012 года.
  2. Дмитріев-Мамонов А. И., Здзярский А. Ф. Путеводитель по Великой Сибирской желѣзной дорогѣ. Изданіе Министерства путей сообщенія (с 2 фототипіями, 360 фототипогравюрами, 4 картами Сибири, 3 планами городовѣ) // СПб: Товарищество художественной печати. — 1900. — 600 с. (С. 87-90, 112-115)
  3. Краткие сведения о развитии отечественных железных дорог. М.: МПС, 1996.
  4. О дороге / История / Развитие в военные годы 2017 йыл 1 декабрь архивланған., Статья о истории ЮУЖД на сайте ОАО «РЖД».
  5. Пассажирское хозяйство ЮУЖД 2009 йыл 1 август архивланған.
  6. Факты о станции Златоуст. Дата обращения: 19 ноябрь 2011. Архивировано 16 декабрь 2011 года. 2011 йыл 16 декабрь архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]