Зыязитдинов Рим Сәләх улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зыязетдинов Рим Сәләх улы битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Зыязетдинов Рим Сәләх улы
Тыуған ваҡыты:

19 апрель 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (64 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Миәкә районы Боғҙан ауылы

Һөнәре:

артист

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Әүҙем йылдары:

1972

Театр:

Салауат дәүләт башҡорт драма театры

Наградалары:
Башҡортостандың халыҡ артисы
Сайт:

http://salavatteatr.ru/

Зыязитдинов Рим Сәләх улы (19 апрель 1953) — башҡорт театр актёры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1983) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2004) артисы, 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рим Сәләх улы Зыязитдинов 1953 йылдың 19 апрелендә Башҡорт АССР-ының Миәкә районы Боғҙан ауылында тыуған.

1972 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай һәм шул ваҡыттан алып Салауат дәүләт башҡорт драма театры труппаһында эшләй[1]. Ул — сағыу характерлы, бай тәбиғи һәләттәргә эйә артист.

Рим Сәләх улы оҙаҡ йылдар Салауат дәүләт башҡорт драма театрында Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзының вәкиле вазифаларын башҡара.

Спектаклдәрҙәге ролдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Һаҙый ҡарт («Шайтан квартиранттар», Р.Кинйәбаев).[2]
  • Йәш Булат — «Ләйсән» (Мортазин)
  • Становой — «Кейәү» (Ибраһимов)
  • П. Корчагин — «Драматик йыр» (Анчаров, Брагинский).
  • Досужев — «Табышлы урын» (А. Островский).
  • Һалдат — «Иблис уҡыусыһы» (Б.Шоу)
  • Мирзахан — «Ташҡындар» (Т.Ғиззәт)
  • Сапҡын — «Ай тотолған төндә» (М. Кәрим)
  • Ринат — «Түгелмә, шатлыҡ» (Ш.Рәхмәтуллин)
  • Самат — «Бәхет йондоҙо» (М.Хәйҙәров)
  • Урмантаев — «Яралы ҡош тауышы» (М.Хәйҙәров)
  • Йәнғәле — « Бәхтигәрәй» (А.Мирзаһитов)
  • Тимербәк — «Ғүмер ике бирелмәй» (А.Мирзаһитов)
  • Яхья — «Әсәләр көтәләр улдарын» (А.Мирзаһитов)
  • Сапҡын — «Антигона» (Софокл)
  • Ҡотош — «Минең йәшлегем тирәктәре» (К.Аҡбашев)
  • Айсыуаҡ — «Атылған табун» (Ф.Бүләков)
  • Фәрит — «Таштуғай» (Ф.Бүләков)
  • Айрат — «Текә яр янында» (Н.Ғәитбаев)
  • Морат — «Хуш, мин китәм» (Н.Ғәитбаев)
  • Буслаев — «Тупһа» (А.Дударев).
  • Морозов — «Ҡыҙыл көртмәле тәлгәше» (А. Губарев).
  • Кинйә — «Иртәнге томан» (Ф.Богданов)
  • Адам Федорович — «Мөхәббәт хаҡына» (Р.Байбулатов)
  • Хәлфин — «Мине саҡырыусы уттар» (Ф.Богданов)
  • Һаҡсы — «Мөхәббәтһеҙ ҡала» (Л.Устинов)
  • Зинәтулла — «Вәғәҙә» (Ф.Асянов)
  • Пионер — «Әгәр һөйөү ысын булһа» (Х.Вәхит)
  • Форсат — «Йөрәгегеҙҙе ҡапламағыҙ» (И.Абдуллин)
  • Сәйфулла — «Ҡара йөҙҙәр» (М.Ғафури)
  • Угарев, Камаев — «Провинциаль анекдоттар» (А.Вампилов)
  • Рәиль — «Яран - хушлашыу сәскәһе» (Ф.Бүләков)
  • Илғотло — « Ашҡаҙар» (К.Аҡбашев)
  • Мөхтәр — «Миләш- Миләүшә» (Н.Асанбаев)
  • Кинйә — «Кисер мине, әсәй!» (Р. Батулла).
  • Илдар- «Һарысәс» (Ҡолдәүләт)
  • Диамар — «Текә яр янында» (Л.Вәлиев)
  • Рамаҙан — «Үҙ өйөндә ҡунаҡ» (Чичков)
  • Саяр — «Әсәйемдең аҡ күлдәге» (Ш.Хөсәинов)
  • Вәли — «Шәүрәкәй» (М.Буранғолов)
  • Мансур — «Ташлама мине өмөт» (Х.Ирғәлин)
  • И.Федулов — «Салауат» (М.Кәрим)
  • Староста — «Гөлшаян» (М.Әмир)
  • Тизыҡ — «Йылан тиреһе» (А.Дилмөхәмәтова)
  • Ғәфүр — «Үлтереп китәм» (Н.Ғәитбаев)
  • Ишәк — «Винни Пух һәм уның дуҫтары» (А. Милн, 2000г)[3]

Театрҙа эшләү дәүерендә 70-тән артыҡ ролдә уйнай.

Маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1983)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]