Эстәлеккә күсергә

Хисмәтуллин Зөлфәр Фазыл улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зөлфәр Фазыл улы Хисмәтуллин битенән йүнәлтелде)
Зөлфәр Фазыл улы Хисмәтуллин
Исеме:

Зөлфәр Фазылетдин улы Хисмәтуллин

Тыуған көнө:

11 июль 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Тамъян-Ҡатай кантоны[1] Сермән ауылы

Вафат булған көнө:

6 апрель 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (59 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө, Башҡорт АССР-ы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Ижад йылдары:

1941—1980

Жанр:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡортса

Наградалары:
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы — 1943

Хисмәтуллин Зөлфәр Фазыл улы (11 июль 1923 йыл — 6 апрель 1983 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы. 1964 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. II дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1973).

Зөлфәр Фазыл улы Хисмәтуллин 1923 йылдың 11 июлендә Башҡорт АССР-ының Тамъян-Ҡатай кантоны[1] Сермән ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Белорет металлургия техникумына уҡырға инә. 1941 йылда Белорет металлургия заводында техник булып эшләй башлай.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Өфөлә пехота училищеһенда уҡығандан һуң фронтҡа ебәрелә. Рота командиры вазифаһында Мәскәүҙән Берлинға тиклем һуғыш юлы үтә, биш тапҡыр йәрәхәт ала. Дошманға ҡаршы яуҙарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар менән наградлана.

1946 йылда армиянан ҡайта һәм КПСС-тың Белорет район комитетында инструктор булып эшләй. 1947 йылда «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр итеп саҡырыла. Шул ваҡыттан бирле республиканың матбуғат органдарында хеҙмәт һала. 1950 йылда «Ленинсы» гәзите сыға башлағас, башҡорт теле буйынса мөхәррир урынбаҫары итеп үрләтелә. 1951 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының ситтән тороп уҡыу бүлеген тамамлай.

1956 йылдан алып ул «Һәнәк» журналының яуаплы секретары булды, һуңынан Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәбиәт фонды директоры вазифаһын башҡарҙы.

1983 йылда Өфөлә вафат була.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зөлфәр Хисмәтуллин башҡорт әҙәбиәтенә журналистика аша килде. Уның тәүге хикәйәһе «Совет Башҡортостаны» гәзитендә 1947 йылда баҫыла. Унан һуң «Пионер», «Ағиҙел», «Һәнәк», «Крокодил», «Чаян» журналдарында уның үҙенсәлекле ҡыҫҡа хикәйәләре, фельетондары йыш күренә башлай.

1959 йылда Зөлфәр Хисмәтуллиндың «Тау шишмәһе» исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы баҫылып сыға. Был китапҡа ингән байтаҡ хикәйәләрҙән уның балалар тормошон гүзәл тәбиғәт күренештәре аша оҫта һүрәтләй алыуын билдәләп була. Ул — ҡыҫҡа хикәйәләр оҫтаһы. Еңелсә юмор, үткер художество деталдәре, психологик тәрәнлек, образдарҙы ентекләп индивидуалләштереү хас Зөлфәр Хисмәтуллин хикәйәләренә.

Юмор һәм сатира алымдары менән һуғарылған «Әбейҙәр сыуағы», «Алмаш-тилмәш», «Шундай-шундай эштәр», «Ҡунаҡта» китаптары һәм айырыуса «Мөхәббәт серҙәре» китабына ингән повесть һәм хикәйәләре әҙәбиәтебеҙгә үҙенсәлекле өлөш булды.

Зөлфәр Хисмәтуллиндың байтаҡ хикәйә һәм фельетондары үзбәк, татар, сыуаш, украин, тажик, азербайжан, рус телдәрендә лә баҫылды. Ул үҙе рус яҙыусыларының әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән.

  • Тау шишмәһе: Хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1959. — 72 бит.
  • Ауыл ситендәге өй: Хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1962. — 87 бит.
  • Яңы күршеләр: Хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1964. — 70 бит.
  • Әбейҙәр сыуағы: Хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1967. — 184 бит.
  • Таң алдынан: Хикәйәләр һәм пьесалар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1970. — 180 бит.
  • Иҫәнлеккә-һаулыҡҡа: Хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1972. — 208 бит.
  • Ҡунаҡта: Хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974. — 111 бит.
  • Шундай-шундай эштәр: Юмористик хикәйәләр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1980. — 239 бит.
  • Мөхәббәт серҙәре: Повесть. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. — 272 бит.
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)[2]
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (10.04.1945)[3]
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (31.10.1943)[4]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
  1. 1,0 1,1 Хәҙер Башҡортостандың Белорет районы.
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)