Эстәлеккә күсергә

Айбәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ибәк битенән йүнәлтелде)
Айбәк хан
Сәйет Ибраһим хан
Себер ханлығы ханы
1468 — 1495
Алдан килеүсе: Әбелхәйер
Дауамсы: Мамук, Мөхәмәт Тайбуға
 
Дине: ислам
Үлгән: 1495({{padleft:1495|4|0}})
Нәҫел: Шибаниҙар
Атаһы: Мәхмүҙәк
Балалары: Кулук (Тулук), Хандаза

Айбәк хан (Сәйет Ибраһим-хан, 1495 йылда вафат булған) — Себер ханлығы ханы (14681495). Себер (Төмән) ханлығына нигеҙ һалыусы һәм уның тәүге хакимы. Шибаниҙар нәҫеленән.

Сығышы менән Шибаниҙар династияһынан Мәхмүҙәк бейҙең улы. Уның исеме тәүге тапҡыр 1460-1470-се йылдар арауығында Көнсығыш Дәшти Ҡыпсаҡта барған ваҡиғаларҙы тасуирлағанда телгә алына[1].

1471 йылда ҡаҙаҡ хакимдары Кирәй хан һәм Жәнебәк хан менән коалиция төҙөгәс, Ибәк күтәрелә башлай һәм власҡа Тайбуғалар нәҫеленән Мар кенәзде юҡ иткәндән һуң килә[1].

1470‑се йылдар башында Оло Урҙа ханы Әхмәт, ҡаҙаҡ ханы Жәнебәк, Нуғай Урҙаһы мырҙалары Ғәббәс, Муса, Ямғурса һәм башҡалар менән берлектә Үзбәк ханлығы хакимы Әбелхәйер хандың вариҫы — Шәйех Хәйҙәр ханға ҡаршы көрәш барышында Күк Урҙала власты тулыһынса яулап ала. Шәйех Хәйҙәрҙе үлтергәс, Әбелхәйерҙең ейәне — Мөхәмәт Шәйбәни йәшенгән Әстерханды ҡамауға ала. Әммә Мөхәмәт ҡамауҙан сығып, Ибәктең ставкаһына һөжүм яһарға өлгәшә[1].

Әбелхәйер вариҫтарының йоғонтоһо кәмеп, Ҡаҙаҡ хандарының власы көсәйгәс, Ибәк нуғайҙар ярҙамында Көнсығыш Себерҙә нығынған. Тайбуғалар нәҫелен Марҙың ҡыҙына өйләнеп, Ибәк хан власын Иртыш йылғаһының урта ағымына, Тара, Тубыл һәм Тура йылғалары бассейнына тарата.

Башҡорт шәжәрәләренә ярашлы, Көнбайыш Себерҙә власть урынлаштырыу өсөн көрәш барышында Ибәк башҡорттарҙың табын ырыуы башлыҡтары Асаҙы бей һәм Шәкәрле бей менән бәрелештәр һөҙөмтәһендә, уларҙы көнбайышҡа Ағиҙел һәм Инйәр йылғалары яғына күсенергә мәжбүр итә[2].

Ибәкте хакимлығы нығынғас, Тайбуғаларҙы властан ситләштерә һәм бер үҙе Чимги-Тура ҡалаһында хакимлыҡ итә башлай. Ибәктең биләмәләре нигеҙендә Шибаниҙарҙың яңы дәүләте — Себер (Төмән) ханлығы барлыҡҡа килә[1].

1481 һәм 1483 йылдарҙа Мәскәү дәүләте хакимы Иван III-сөгә ике тапҡыр илселәр ебәреп, улар менән сауҙа мөнәсәбәттәре урынлаштыра. 1481 йылда нуғай мырҙалары ғәскәре менән берлектә Оло Урҙа ханы Әхмәттең ставкаһын тар‑мар итә, ә ханды үлтерә. Бер үк ваҡытта Ҡазан ханлығының сәйәсәтенә йоғонто яһарға тырыша[2].

1495 йылда Марҙың ейәне — Мөхәмәт етәкселегендә Тайбуғалар тарафынан ойошторолған фетнә һөҙөмтәһендә үлтерелә. Әммә Ибәктең вариҫтары уларға ҡаршылыҡ күрһәтеп, власты үҙ ҡулында һаҡлап ҡала[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Ибак // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. II. — ISBN 9965-9746-3-2.
  2. 2,0 2,1 Таймаҫов С. У. Айбәк // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  • Архангелогородский летописец // Полное собрание русских летописей / Отв. ред. акад. Б. А. Рыбаков. — Л.: Наука, 1982. — Т. 37. Устюжские и вологодские летописи XVI—XVIII вв. — С. 95. — 227 с. — 5 400 экз.
  • Ахмедов Б. А. Государство кочевых узбеков. — М.: Наука, 1965. — С. 55, 60-61, 68-69. — 194 с.
  • Камал ад-Дин Али Бинаи. Шайбани-наме // Материалы по истории казахских ханств XV-XVIII веков (Извлечения из персидских и тюркских сочинений) / Отв. ред. Б. Сулейменов. — Алма-Ата: Наука, 1969. — 652 с.
  • Миллер Г. Ф. История Сибири. В 3 т. Т.1. — М., 2005.
  • Сабитов Ж. М. Генеалогия Торе. — Алма-Ата, 2008. — С. 290. — 326 с. — 1,000 экз. — ISBN 9965-9416-2-9. Архивная копия от 27 ғинуар 2012 на Wayback Machine
  • Сафаргалиев М. Г. Распад Золотой Орды. — Саранск, 1960.
  • Трепавлов В. В. История Ногайской Орды. — М.: Восточная литература, 2002. — С. 113—118. — 752 с. — ISBN 5-02-018193-5.
  • Файзрахманов Г. Л. История татар Западной Сибири: с древнейших времен до начала XX века. — Казань: Татар. кн. изд-во, 2007. — С. 120—128. — 431 с. — 1,000 экз. — ISBN 978-5-298-01536-3.
  • Шашков А. Т. Начало присоединения Сибири // Проблемы истории России : сборник. — Екатеринбург: Волот, 2001. — В. 4. — С. 8—51.
  • Ибак // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. II. — ISBN 9965-9746-3-2.