Эстәлеккә күсергә

Иванов Семён Акимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иванов Семён Акимович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 26 август 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) или 26 август (8 сентябрь) 1901[1]
Тыуған урыны Урта Ҡарамалы, Йәрмәкәй районы, СССР
Вафат булған көнө 5 ноябрь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1] (73 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Хәрби звание генерал-майор[d]
Командалыҡ иткән 208-се уҡсылар дивизияһы[d]
Һуғыш/алыш Совет-япон һуғышы[d]
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Иванов Семен Акимович (26 август 1901 йыл — 5 ноябрь 1974 йыл) — совет хәрби эшмәкәре, генерал-майор (1943 йыл).

Семен Акимович Иванов 1901 йылдың 26 авгусында хәҙерге Башҡортостандың Йәрмәкәй районы Урта Ҡарамалы ауылында тыуа.

Йәрмәкәй волость башҡарма комитетында иҫәп алыусы булып эшләй[2].

Граждандар һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1919 йылдың сентябренән Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла һәм Ырымбурҙа дислокацияланған 5-се айырым уҡсылар батальонына йүнәлтелә. Шул уҡ йылдың ноябрендә Һарытауҙағы 22-се уҡсылар батальонына күсерелә. Унан артабан Царицын ҡалаһына ебәрелә һәм юлда тиф менән сирләп китә. Һауыҡҡандан һуң, 1920 йылдың февралендә Йәрмәкәй хәрби комиссариатында делопроизводитель вазифаһына тәғәйенләнә, шул уҡ йылдың майында Бәләбәй өйәҙе хәрби комиссариатының журналисы[2].

Һуғыш араһындағы ваҡыт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өфөлә урынлашҡан Башҡортостан команда курстарын тамамлағандан һуң, 1922 йылдың декабрендә Волга буйы хәрби округының 39-сы уҡсылар дивизияһының 97-се уҡсылар полкы составындағы взвод командиры ярҙамсыһы һәм взвод командиры була. 1923 йылдың октябренән — 34-се уҡсылар полкы составындағы взвод командиры ярҙамсыһы һәм рота командиры[2].

1925 йылдың сентябренән Семен Иванов Рязань пехота мәктәбенә уҡырға ебәрелә[2], уны тамамлағандан һуң 1927 йылдың сентябрендә Әстераханда урынлашҡан 31-се уҡсылар дивизияһы 91-се уҡсылар полкына йүнәлтелә, унда взвод командиры һәм мобилизация эштәре буйынса штаб начальнигы ярҙамсыһы вазифаларында хеҙмәт итә[2].

1929 йылдың февралендә Өфөлә Башҡорт АССР-ы территориаль идаралығының 3-сө разрядлы ғәскәри булмаған әҙерлек инструкторы итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ йылдың октябрендә Бәләбәйҙә урынлашҡан 4-се территориаль полктың 11-се территориаль батальоны штабы начальнигы ярҙамсыһы һәм штаб начальнигы вазифаларында эшләй. 1930 йылдың декабренән — Куйбышевтағы Волга буйы хәрби округының бер йылғылар командаһы начальнигы һәм штабтың 8-се бүлексәһе начальнигы урынбаҫары[2].

1932 йылдың июнендә М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияға уҡырға ебәрелә[2], уны 1936 йылдың майында Кавказ аръяғы хәрби округы штабының оператив бүлегендә 1-се һәм 2-се бүлек начальнигы ярҙамсыһы вазифаһында, 1937 йылдың июнендә Ворошилов ҡалаһындағы Ҡыҙыл Байраҡлы айырым Алыҫ Көнсығыш армияһының Приморье ғәскәрҙәр төркөмө командующийы ҡарамағында мәһим эштәр башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. 1938 йылдың ғинуарынан — шул уҡ ғәскәрҙәр төркөмө составында Һауа һөжүменә ҡаршы бүлек начальнигы вазифаһында, ә июлдән — уҡытыу бүлеге начальнигы вазифаһын Владивосток запастағы команда составын камиллаштырыу курстарының уҡыу бүлеге начальнигы[2].

1939 йылдың апрелендә С. А. Иванов Приморье крайының Сергеевка ауылында дислокацияланған 26-сы уҡсылар корпусы штабы начальнигы урынбаҫары — 1-се бүлексә начальнигы була, шул уҡ йылдың октябренән — Хәсән районының Красинино ауылындағы 40-сы уҡсылар дивизияһы штабы начальнигы[2].

Бөйөк Ватан һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш башланғанда элекке вазифаһында була.

1941 йылдың сентябренән 39-сы кғсылар корпусы штабы начальнигы вазифаһына тәғәйенләнә, 1942 йылдың 2 февраленән — 208-се уҡсылар дивизияһы командиры вазифаһында, шул уҡ йылдың май айында — 15-се армия штабы начальнигы, 1943 йылдың ноябренән — Алыҫ көнсығыш фронтының хәрби-ялан нығытмалары буйынса штаб начальнигы урынбаҫары, әммә шул уҡ йылдың декабрендә 35-се армия штабы начальнигы итеп күсерелә, ә 1945 йылдың 28 июнендә ошо уҡ армия штабы начальнигы урынбаҫары итеп түбәнәйтелә[2].

Совет-япон һуғышы башланғас, 35-се армия, 1-се Алыҫ Көнсығыш фронты составында булараҡ, Харбин-Гиринск һөжүм операцияһы барышында, Хулинь, Мишань, Дунань һәм Боли ҡалаларын алыуҙа ҡатнаша[2].

Һуғыштан һуңғы карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1945 йылдың 2 ноябренән генерал-майор Иванов НКО кадрҙарының баш идаралығы ҡарамағында була, 1946 йылдың 17 ғинуарынан — СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Махсус бурыстар идаралығы ҡарамағында, шул уҡ йылдың февраленән Югославия Ҡораллы Көстәре составында 5-се һәм 3-сө армиялар штабы ҡарамағындағы өлкән советник вазифаһында хеҙмәт ит[2].

1948 йылдың апрелендә, СССР-ға кире ҡайтҡан һуң, К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академия ҡарамағындағы Юғары академик курстарға уҡырға ебәрелә, уны 1949 йылда тамамлай һәм СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының тышҡы мөнәсәбәт тәр буйынса идаралығы ҡарамағына оҙатыла, һуңынан Румыния Ҡораллы Көстәренә ебәрелә, унда хәрби округ ғәскәрҙәре командующийы советнигы итеп тәғәйенләнә[2].

1951 йылдың июлендә СССР-ға ҡайтҡандан һуң С. Иванов Төньяҡ Кавказ хәрби округы штабының оператив бүлек начальнигы урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә, 1953 йылдың декабренән — 4-се армия штабы начальнигы (Кавказ аръяғы хәрби округы)[2].

Генерал-майор Семен Акимович Иванов 1955 йылдың майында запасҡа сығыу. 1974 йылдың 5 ноябрендә Өфөлә вафат була.

  1. 1,0 1,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ)Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 Великая Отечественная. Комдивы [Текст] : военный биографический словарь : в 5 т. / Д. А. Цапаев (рук.) и др. ; под общ. ред. В. П. Горемыкина. — М. : Кучково поле, 2011. — Т. 1. — С. 30—32. — 736 с. — 200 экз. — ISBN 978-5-9950-0189-8.

Великая Отечественная. Комдивы [Текст] : военный биографический словарь : в 5 т. / Д. А. Цапаев (рук.) и др. ; под общ. ред. В. П. Горемыкина. — М. : Кучково поле, 2011. — Т. 1. — С. 30—32. — 736 с. — 200 экз. — ISBN 978-5-9950-0189-8.Страница Ҡалып:Шаблон:Comment/styles.css не имеет содержания.Великая Отечественная. Комдивы [Текст] : военный биографический словарь : в 5 т. / Д. А. Цапаев (рук.) и др. ; под общ. ред. В. П. Горемыкина. — М. : Кучково поле, 2011. — Т. 1. — С. 30—32. — 736 с. — 200 экз. — ISBN 978-5-9950-0189-8.