Кочетов Иван Данилович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Иван Кочетов битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кочетов Иван Данилович
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 9 июнь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ
Вафат булған көнө 14 май 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (25 йәш)
Вафат булған урыны СССР
Ерләнгән урыны Фировский район[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө авиация[d]

Кочетов Иван Данилович (9 июнь 1917 йыл — 14 май 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған хәрби осоусы, штурм авиацияһы полкының эскадрилья командиры, гвардия өлкән лейтенанты, Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иван Данилович Кочетов 1917 йылдың 9 июнендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Урыҫ. Тулы булмаған урта белемле. 1943 йылдан КПСС ағзаһы. Стәрлетамаҡ машина-трактор станцияһында слесарь булып эшләй.

1937 йылда Стәрлетамаҡ ҡала хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға хеҙмәткә саҡырыла. 1938 йылда Ырымбур хәрби летчиктар мәктәбен тамамлай. 1941 йылдың сентябрь айынан Бөйөк Ватан һуғышы фронтында.

Һауа һуғыштарында батырлыҡ күрһәтә, 462 штурм осошо яһай. 1943 йылдың 26 ғинуарынан 70-се гвардия штурм авиацияһы полкының эскадрилья командиры (3-сө гвардия штурм авиацияһы дивизияһы, 6-я һауа армияһы, Төньяҡ-Көнбайыш фронт).

1943 йылдың 15 майында һәләк була. Градобить ауылында ерләнә. (хәҙер — Тверь өлкәһенең Фировский районы)[1].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1943 йылдың 24 авгусында СССР Президиумының Юғары Советы указы менән командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән лейтенанты Кочетов Иван Даниловичҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Шулай уҡ Ленин ордены, Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Мемориальная доска в честь И. Д. Кочетова.jpg
Стәрлетамаҡта йорт стенаһында Кочетов хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ

Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер урам герой исемен йөрөтә, шунда уҡ Кочетов уҡыған мәктәп һәм элекке аэроклуб биналарында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979/ — Rн. 4.
  • Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2007. — Т. 3: З-К. — 672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Кочетов Иван Данилович. «Герои страны» сайты.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]