Эстәлеккә күсергә

Кауричев Иван Сергеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Иван Сергеевич Кауричев битенән йүнәлтелде)
Кауричев Иван Сергеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 декабрь 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Дугна[d], Калужский уезд[d], Калуга губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 2003
Эшмәкәрлек төрө тупраҡ
Эш урыны К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы[d]
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ватан һуғышы ордены «Берлинды алған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы СССР дәүләт премияһы

Кауричев Иван Сергеевич (3 декабрь 1913 йыл — 2003 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, тупраҡты өйрәнеүсе белгес. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия капитаны. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1965), профессор (1976). СССР-ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1977). Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.

Иван Сергеевич Кауричев 1913 йылдың 3 декабрендә хәҙерге Калуга өлкәһенең Ферзиков районындағы Дугна ҡасабаһында тыуған.

1938 йылда хәҙерге К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын агрохимия факультетын тамамлаған.

1939 йылдан алып 1946 йылға тиклем Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында хеҙмәт итә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша[1], 7-се айырым запас инженер полкында, артабан 64-се инженер-сапер бригажаһының 19-сы гвардия минерҙарҙың айырым батальонында һуғыша, гвардия капитаны[2].

1946 йылдан Тимирязев академияһында эшен дауам итә: ассистент, тупраҡ ғилеме кафедраһы доценты, 1976 йылдан — профессор. 1976—1978 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетында тупраҡ ғилеме кафедраһы мөдире булып була. 1965 йылда «Особенности генезиса почв временного избыточного увлажнения» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.[3] 40-тан ашыу кандидат һәм һигеҙ фән докторы әҙерләй. 400-ҙән ашыу ғилми эш, ун дәреслек һәм «Тупраҡ тураһында фән» темаһы буйынса монографиялар[1], шулай уҡ бер уйлап табыу авторы[4].

И. С. Кауричевтың фәнни тикшеренеүҙәре СССР-ҙың Ҡара тупраҡлы булмаған һәм дала зонаһында тупраҡтың уңдырышлығына һәм генезисы проблемаларына арналған. Ул академияның тупраҡ-геоботаник экспедицияһы менән етәкселек итә, элювиаль-глейланыу процесының теорияһын эшләй, тупраҡ типтарының окисланған-тергеҙелгән торошоноң тулы характеристикаһын һәм окисланған-тергеҙелгән режим буйынса уларҙың төркөмдәрен бирә[5] Шулай уҡ Кауричев лизиметрик тикшеренеүҙәр практикаһында киң билдәле булған сорбцион лизиметрҙарҙың алымын эшләй. Халыҡ-ара симпозиумдарҙа һәм Болгариянан, Венгриянан, Польшанан, ГДР-ҙан һәм башҡа илдәрҙән сит ил коллегалары менән осрашыуҙарҙа ҡатнаша.

Ҡыҙыл Йондоҙ, 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, миҙалдар, шул иҫәптән «Берлинды алған өсөн» һәм «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. 1977 йылда СССР-ҙың Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.

  • ПРОФЕССОР ИВАН СЕРГЕЕВИЧ КАУРИЧЕВ (К 90-ЛЕТИЮ СО ДНЯ РОЖДЕНИЯ И 65-ЛЕТИЮ НАУЧНОЙ, ПЕДАГОГИЧЕСКОЙ И ОБЩЕСТВЕННОЙ ДЕЯТЕЛЬНОСТИ). Журнал «Почвоведение», № 11, 2003 год, ISSN 0032-180X.
  • Иван Сергеевич Кауричев : выдающиеся ученые (выпускники, профессора) Петровской (Тимирязевской) академии, Российского государственного аграрного университета — МСХА имени К. А. Тимирязева. / Федеральное гос. бюджетное образовательное учреждение высш. образования «Российский гос. аграрный ун-т — МСХА им. К. А. Тимирязева». — Москва : Изд-во РГАУ-МСХА, 2015. — 89 с.; ISBN 978-5-9675-1330-5.