Иврит телендәге әҙәбиәт
Иврит телендәге әҙәбиәт (йәһ. ספרות עברית).
Иврит телендәге әҙәбиәттең тарихы 3 мең йыллыҡ ваҡыт арауығын алып тора.
Беренсе Ҡорам емертелгәнгә тиклем
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе осор Беренсе Ҡорам емертелгәнгә тиклемге ваҡытты биләй[1]. Бабил ассирийҙары Изге Ерҙе буйһондорған мәлгә үк ғивриҙарҙың үҙ әҙәбиәте булған. Уларҙың Биш китабы беҙҙең көнгә бик боронғо формаһын һаҡлаған көйө килеп еткән; Нун улы Йушағ, Исраил хакимдары, Шемуел (урыҫ. Самуил) пәйғәмбәр китаптары, йәнә ҡайһы бер пәйғәмбәрҙәрҙең (Ғамос, Һошеяғ, Ишағыяһ, Миха, Хавваҡҡуҡ, йәғни урыҫ. Амос, Осия, Исаия, Михей, Аввакум) телмәрҙәре йыйынтыҡтары, аҡыллы фекерҙәр һәм дини йырҙар булған.
Икенсе Ҡорам һәм Таннайҙар осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Икенсе осор Беренсе Ҡорам емертелеүҙән башлана. Ғивриҙар (еврейҙар) Бабил әсирлегенән әйләнеп ҡайтҡас (беҙҙең эраға тиклем VI быуат), китаптарҙы өйрәнеүгә Ғөзәйер һәм Нөхәмиә (урыҫ. Ездра һәм Неемия) тарафынан бик етди мөнәсәбәт булдырыла. Улар ойошторған софрим (кәтиптәр) даирәһе алдына Муса ҡанундарын күсереп күбәйтеү һәм халыҡҡа таратыу бурысы ҡуйыла. Фарисейҙар мәктәбен нигеҙләгән закон эйәһе Хиллел (беҙҙең эраға тиклем сама менән 30 йыл) аңлатма эшләүҙең ете үҙгәрешһеҙ ҡағиҙәһен (мидот) сығара. Йөҙ илле йылдан һуң рабби Ишмаэл уларҙың һанын ун өскә еткерә.
Изге Яҙмалағы йолалар үтәү ҡағиҙәләренә һәм башҡа дини бойороҡтар башҡарыуға, шулай уҡ гражданлыҡ һәм енәйәтселек хоҡуҡиәтенә ҡағылышлы даирә Галаха тип атала (евр. הלכה һүҙмә-һүҙ: барыу, хәрәкәт итеү); Библияның хикәйәләүҙәргә, пәйғәмбәрҙәрҙең телмәрҙәренә ҡағылышлы өлөшө Агада (евр. הַגָּדָה, арами. אַגָּדָה — хикәйәт) тип йөрөтөлә. Галаха әҙәбиәте ғивриҙар өсөн генә ҡыҙыҡ булһа, агада әҙәбиәте дөйөм ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, сөнки ундағы легендаларҙың, аҡыллы һүҙҙәрҙең, нәсихәттәрҙең күпселеге христианлыҡ һәм ислам донъяһы менән уртаҡ булып тора һәм бөтә кешелек ҡаҙанышы тип һанала. Телдән әйтелгән ҡанунды яҙып ҡуйыу тыйылған, ул быуындан-быуынға телдән тапшырылған.
Мишна (дини ҡанундарҙың яҙма тексы) аҡһаҡалдары (I—II быуат) таннай (йәһ. תַּנָּאִים, таннаим, «теүәл ятлап тапшырыу өсөн ҡат-ҡат ҡабатлау» тигән мәғәнәне бирә) тип йөрөтөлгән. Мишнаның беҙҙең көнгә килеп еткән һуңғы редакцияһы беҙҙең эраның 200 йылы тирәһендә рабби аҡһаҡалдары башлығы Йәһүҙә ә-Наси тарафынан төҙөлгән. Ул таннаимдарҙың һуңғыһы була. Боронғо хеҙмәттәрҙән Тосефта Мишна рәүешендә төҙөлгән йыйынтыҡ була. Ә Мехилта, Сифра һәм Сифре тигән хеҙмәттәр һәр осраҡ өсөн телдән әйтелгән ҡанундың яҙма ҡанундан нисек килеп сыҡҡанын аңлата.
Аморалар осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәктәптәрҙә Изге Яҙма менән бергә Мишнаны өйрәтә башлайҙар. Тосефта, Мехилта, Сифра, Сифре кеүек китаптар тикшеренеү объектына әйләнә. Мишна һәм башҡа ошондай хеҙмәттәрҙе өйрәнгәндә Фәләстин менән Бабил дәүләтенең юғары мәктәптәрендә 300 йыл буйы (III—V быуаттар) аморалар (йәһ. אָמוֹרָאִים, амораим; берлектә — амора, аңлатыусылар) тарафынан әйтелгән фекерҙәр йыйынтыҡҡа индерелә барған һәм улар өс быуат эсендә аҡыл эйәләренең тикшеренеүҙәре һәм фекер алышыуҙарының мөһабәт конспекты булып торған. Амораларҙың хеҙмәте Гемара тип атала һәм Мишнаға аңлатмаларҙы ла үҙ эсенә ала; Мишна менән Гемара бергә Талмудты хасил итә. Мишна берәү, ә уға эшләнгән гемаралар — икәү, Йәрүсәлимдеке һәм Бабилдыҡы. Бабил Талмуды әлеге көндә лә ғивриҙәр өсөн ҡулланма әһәмиәткә эйә.
Талмудта ғиври халҡы тормошоноң 600—700 йыллыҡ осоро сағыла. Талмудта Изге Яҙмаларға аңлатмаларҙан тыш астрономия һәм тәбиғәт, тарих буйынса мәғлүмәттәр, шулай уҡ риүәйәттәр, көләмәстәр һәм легендалар ҙа бар. Талмудта 1900 ғалимдың исеме телгә алынған. Исраил еренә хужа булған Византия империяһы тарафынан эҙәрләүҙәр башлағас (IV быуат) һәм Бабилда хакимлыҡ иткән Фарсы батшалығы осоронда (V быуат) бик күп ғиври уҡытыусылары аҫыла, юғары мәктәптәр ябыла, уҡытыусылар һәм тыңлаусылар йыйындары тыйыла. Иҫ киткес ҙур уҡыу материалы киләһе быуын уҡытыусылары — саворайҙар тарафынан яҙып алына һәм тәртипкә килтерелә.
Библия менән Мишнаның ғиври телендәге текстары буйынса бәхәстәр һәм фекер алышыуҙар Исраилдың һәм Бабил дәүләтенең юғары мәктәптәрендә был илдәрҙең арами теле диалекттарында алып барыла. Ул заманда был һөйләштәр менән ғивриҙәр ҙә, ғиври түгелдәр ҙә ҡуллана. Гемара тексы ла ошо телдәрҙә яҙылған. Ике Талмудтың да теле семит телдәрен өйрәнеү һәм тел белеме фәне өсөн бик ҙур әһәмиәткән эйә. Ул ваҡыттағы арами теле боронғо сүриә теленән яңыраҡ, сүриә теленән иҫкерәк була. Был текстар боронғо семит телдәре, ғиври һәм ғәрәп телдәренең үҫеш тарихын өйрәнеү мөмкинлектәрен киңәйтә.
Саворайҙар һәм Гаондар осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өсөнсө осор Талмудҡа үҙгәртеүҙәр индереүҙе тыйыуҙан (йәғни Талмудты бикләү) башлана һәм ғивриҙәрҙе Пиреней ярымутрауынан ҡыуғанға тиклем бара (500—1492)[2]. Исраил илендә — башлыса Агада, Бабилияла Галаха ижад ителә. Амораларҙың эшен саворайҙар (фекер төйнәүселәр, бизмәнгә һалыусылар) дауам итә. Саворайҙар (VI быуат) Бабил Гемараһында тупланған материалды тикшерә, уны дини ғәмәлиәттә ҡулланыу мөмкинлектәрен өйрәнә, мөһим фекерҙәрҙе билдәләй. Изге Ерҙәге ғалимдар ҙа Изге Яҙмаға агадик аңлатмаларҙан йыйынтыҡтар төҙөй. Бөтә был агадик текстар Мидраш тигән атама аҫтында берләштерелә. Библия тексын дөрөҫ уҡыу, боҙмау мәсьәләләре менән масореттар (Масорой, йәһ. מָסוֹרָה — риүәйәт) шөғөлләнә. Уларҙың тырышлығы менән Танах, беҙҙең эраның V быуатында ниндәй сүрәттә булһа, шулай һаҡланған.
Ришоним осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]IX быуатҡа доғалар тамамланған төҫ ала һәм Бабилиянан Сидуртигән атама аҫтында доға йыйынтыҡтары Көнбайыштағы бөтә ғиври общиналарына ебәрелә. Был төп доғалар бер ҡасан да бер ерҙә лә бер һүҙе лә үҙгәртелмәй уҡыла. Ә төрлө осраҡтар өсөн сығарылылған һәм доғалыҡҡа индерелгән доғалар, киреһенсә, теләгәнсә үҙгәртелә ала, улар пиют тип атала. Тәүбәгә килеү мәлдәренә слихот тигән доғалар тәғәйенләнә. Ҡорамдың яндырылыуы көнө тураһында хәтирәләр уңайынан кинот тигән һыҡтаулы йырҙар сығарыла. Синагога шиғриәте осоро мең йыл дауам итә. Бөтә ошо осор эсендә мең ярымлап ғиври шағиры ун биш мең самаһы доға шиғыры һәм гимны яҙа. Доғаларҙың күбеһе шиғри күркәмлеге менән һоҡландыра. Айырыуса билдәле авторҙар: Шломо ибн Габироль, рабби Ицхаҡ ибн Гагиат (XI быуат), Авраам һәм Моше ибн Эзра, Иеһуда Галеви, Иммануэль Римский, Эльазар а-Калир. һ.б.
Бабилияла саборейҙарға алмашҡа гаондар килә ( VII быуат уртаһында). Улар Талмудтың бөтә ерҙә танылыуына өлгәшә. Талмудсылар ғәрәптәрҙән изге китап теленең грамматик һәм лексикографик камиллығына өйрәнә. Ғәрәп шиғриәте өлгөһөндә ғиври шағирҙары шиғырҙарын үлсәмдәр һәм рифмалар менән биҙәргә өйрәнә. Ғиври ғалимдары философия, медицина, математика, астрономия, тәбиғәт ғилеме, география һәм тарих китаптарын ғиври теленә тәржемә итә. Рабби Саадия Гаон (892—942) аңлатмалар менән Изге Яҙманы ғәрәп теленә тәржемә итә. Ғәрәпсә уҡый-яҙа белгән ғивриҙәргә Иуда бен Ҡораиш (900 йыл тирәһе) сағыштырма тел белеменең әһәмиәтен аңлата. Вәлид Мәрвән ибн Джанах (яҡынса 990 — 1060 йылдар) уның ҡараштарын дауам итеүсе була.
Ғивриҙәр экзегетика өлкәһендә күп эшләй. Айырыуса Библияға Францияла йәшәгән рабби Шломо бен Ицхаҡ (исем-шәрифенең тәүге хәрефтәренән ҡыҫҡартып яһалған Раши тигән исем аҫтында билдәле) (1040—1105) эшләгән аңлатмалар ҡыҫҡалығы, ябайлығы, аңлайышлылығы менән айырылып тора. Был аңлатмалар ғиври әҙәбиәтенең иң таралған әҫәренә әүерелә. Рашиҙың аңлатмалары баҫылып сыҡҡан беренсе ғиври китабы була һәм әлеге көндә лә ғиври үҫмерҙәре өсөн һәйбәт дәреслек һанала.
X быуаттың урталарында Мысырҙағы, Төньяҡ Африкалағы һәм Испаниялағы ғиври общиналары Бабилиялағы юғары мәктәптән бойондороҡһоҙға әйләнә. Башҡа илдәргә эләккән ғалимдар ҙа юғары мәктәптәр аса башлай. Талмудты аңлатмалар менән тулыландырыуҙа Римдағы рабби Натан бен Иехиел, рабейну Хананель (1050), уның замандашы рабби Гершом, айырыуса рабби Шломо бен Ицхаҡ (Раши) уңышлы эшләй. Германияла һәм Францияла ғивриҙәр ике быуат буйы Талмудҡа Раши яһаған аңлатмаларға өҫтәмәләр һәм төҙәтеүҙәр индереү менән шөғөлләнә. Үҙҙәренең хеҙмәтен улар Тосафот (йәғни өҫтәмәләр, глоссарийҙар) тип атай. Был белгестәр араһында иң билдәлеләре Рашиҙың ейәндәре Шмуэль бен Меир һәм рабби Яаков Там (Рабейну Там) була.
Ҡайһы бер раввиндарҙың эшмәкәрлеге тулыһынса дини ғәмәлиәт мәсьәләләренә арнала. Был раввиндар поски́м (йәһ. פוסקים — decisores, хәл итеүселәр) тип атала.
VIII быуат уртаһында раввиндарҙың уларға килгән һорауҙарға яуаптарынан төҙөлгән әҙәбиәт барлыҡҡа килә (йәһ. תשובת — тшувот — яуаптар), ул әле лә дауам иттерелә. Ислам илдәрендә, шулай уҡ Италияла, Германияла, Испанияла, Францияла һәм Польшала үҫешә. Урта быуаттарҙа ғивриҙәрҙең бөтә ерҙә тиерлек үҙ суды була, ул граждан эштәрен генә түгел, йыш ҡына енәйәт эштәрен дә ҡарай. Шунлыҡтан күп һанлы һорауҙарҙа һәм яуаптарҙа йыш ҡына социаль, коммерция, сәйәси һәм башҡа мәсьәләләр ҡарала, тауарҙар һәм уларҙың хаҡтары, көмөштөң алтынға ҡарата хаҡы иҫәпләнә, сауҙа мөнәсәбәттәре, сауҙа юлдары, һуғыштар һәм ҡамауҙар, ғиври общиналарының донъяуи һәм дини хакимдарға мөнәсәбәте тураһында һөйләшелә.
IX быуат башында ғивриҙәр астрономия буйынса хеҙмәттәр яҙа. XIII быуатта улар ғиври теленә Птолемей һәм Эвклид, шулай уҡ бик күп ғәрәп телле астрономдарҙың һәм математиктарҙың хеҙмәттәрен тәржемә итә. 1130 йылдар тирәһендә Барселонанан Авраам бен-Хия га-Наси астрономия, оптика һәм математика буйынса ҙур энциклопедик хеҙмәт яҙа. Мәшһүр шағир һәм Тораны өйрәнеүсе Авраам ибн Эзра математика һәм астрономия буйынса бик күп мәҡәләләр яҙа. 1300 йыл тирәһендә Ицхаҡ Израэли математика һәм календарь ғилеме буйынса әһәмиәтле хеҙмәт яҙа. Ғөмүмән, тәбиғәт белемдәре өлкәһендә ғивриҙәр шөғөлләнмәгән бер тармаҡ та булмаған. Уларҙың күбеһе табип булып эшләгән. Императорҙар һәм королдәр, хәлифтәр һәм солтандар, шулай уҡ христиан динендә ғивриҙәрҙә дауаланыуҙы тыйған ҡарарҙар булһа ла, хатта епископтар һәм папалар ҙа ғиври табиптарында дауаланған. Ғивриҙәр антик философияны таратыуға ла ҙур өлөш индергән.
Рамбамдың ғәрәп телендәге «Морэ Невухим» («Ҡаушағандарҙың кәңәшсеһе») тигән дини-философик хеҙмәте үҙе иҫән сағында уҡ ғиври теленә, XIII быуатта Латин теленә тәржемә ителә, хәҙәрге заманға тиклем ғиври дини-философик фекеренең үҙәге булып ҡала, христиан философияһы үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай.
Ахроним осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дүртенсе осор. Ғивриҙәрҙең Пиреней ярымутрауынан ҡыуылған мәленән әлеге көнгә тиклем.
1492 йылда Пиреней ярымутрауынан ҡыуылған ғивриҙәрҙең бер өлөшө ғосмандарға һыйына, икенсе өлөшө — Төньяҡ Африкаға һәм Италияға, XVII быуаттан Нидерланд һәм Англияға барып төпләнә. Китап баҫыу уйлап табылғандан һуң 35 йылдан Италияла беренсе ғиври китаптары баҫтырыла. Типографиялағы хәреф йыйыусы һәм китап баҫыусы һөнәрҙәрен ғивриҙәр изге һөнәрҙәргә индерә. XV быуат аҙағына Италияла, Испанияла һәм Португалияла 14 ғиври типографияһы була. Шул осорҙан башлап Европа, Азия һәм Американың төрлө төбәктәрендә ғивриҙәр тарафынан һәм ғивриҙәр өсөн 20000 исемдәге китап баҫыла. Бынан тыш күп тапҡырҙар Библия нәшер ителә, бер нисә тиҫтә мең литургия китабы баҫыла. Ғивриҙәргә ҡағылышлы испан, португал, француз, итальян, голланд, инглиз һәм айырыуса немец телендә күп китап нәшер ителә.
Төрлө илдәргә сәселеп ултырған ғивриҙәр дин ғилемендә генә түгел, донъяуи фәндәрҙә лә ҙур уңышҡа өлгәшә. «Меор Эйнаим» («Күҙ нәры») тигән китабында Азария де Росси (1511—1578) ғиври боронғолоғо проблемалары тураһында яҙа, ошо уҡ темаға киң эрудициялы медицина докторы Авраам Порталеоне (1612 йылда мәрхүм була) һоҡланғыс хеҙмәт яҙа. Математика һәм механика буйынса Иосиф дель Медигоның (1655 йылда мәрхүм була) бына тигән хеҙмәттәре билдәле. Табип Товия Коген (вафаты 1729 йылда) медицина фәндәре буйынса ҡыҫҡа энциклопедия сығара. Эммануил Порто (1636) астрономияны өйрәнеү буйынса ҡулланма яҙа. Ғиври тарихын, бөтә донъя тарихын һәм математик география дәреслеген Давид Ганз яҙа. Талмуд осоро ғалимдары тураһында материалдарҙы Иехил Гейлприн, Давид Конфорте (1640) һәм Хаим-Иосиф Давид Азулаи (вафаты 1808 йылда) туплай.
Философия тарихы буйынса Леон Ғивриҙың «Dialoghi di amore» тигән китабы Европа телдәренең бөтәһенә лә тиерлек тәржемә ителә. XVI быуатта йәшәгән Меир ибн-Мегаш, Давид Мессир Леон, Авраам Шаломдың дини-фәлсәфәүи хеҙмәттәре киң танылыу ала.
Рабби Ицхаҡ Лурияның (вафаты 1572 йылда) менән уның шәкерттәре Хаим Виталь һәм Моше Кордевейроның тәғлимәте Каббаланың үҫешенә этәргес бирә.
Көнбайыш Европала Мендельсон дәүерендә барлыҡҡа килгән боронғо ғиври телендәге нәфис әҙәбиәттең ғүмере ҡыҫҡа була. Яңы телдәрҙәге ғиври шағирҙары барлыҡҡа килеүгә башланғысты Нафтали Гартвиг Вессели һала. Шиғырҙарҙан тыш ул «Мозаида» тигән поэма ла яҙа. Ғиври телен яңыртырға ынтылған ошо шағир йоғонтоһонда Мендельсон мәктәбе 1783 йылда «Ғиври телен дәртләндереү йәмғиәте»н төҙөй. Яңы шағирҙар Испанияла ғиври шиғриәтенең нигеҙе булып торған дини-милли элементты һанға һуҡмай. Улар Клопштокты, Гердерҙы, Шиллерҙы, Юнгты, Оссианды, Адиссонды һәм башҡаларҙы тәржемә итә, драма жанрына айырым өҫтөнлөк бирә. Яңы ғиври драматургтарынан иң билдәлеһе — Давид Франко-Мендес (1713—1793), «Аталияның үсе» («Gemul Ataljahu») драмаһының авторы. Тиҙҙән Европала Библия телендә яҙған бер ижадсы ла ҡалмай, хатта йәһүҙиәлек буйынса ғалимдар ҙа яңы телдәргә күсеп бөтә.
Рәсәйҙә һәм Галицияла хәл башҡасараҡ була. Бында ғивриҙәр төрлө дини мәсьәләләр буйынса боронғо ғиври телендә трактаттар яҙа. Ошо уҡ телдә донъяуи әҙәбиәт тә ижад ителә, ғиври ваҡытлы матбуғаты сыға.
Исаак Бер-Левинзон (1788—1860) урыҫ ғивриҙәре өсөн Европала Мендельсон эшләгәнде тормошҡа ашыра. 1828 йылда Левинзондың «Теуда Беизраиль» («Исраилдарға өгөттәр») тигән беренсе китабы сыға. Был китабында ул боронғо ғиври телен өйрәнеүҙе дини бурыс итергә кәрәк тигән фекерен белдерә. Ул фәндәрҙе һәм сит телдәрҙе, айырыуса ғивриҙәр үҙҙәре йәшәгән илдең телен өйрәнеүҙәрен мотлаҡ һанай. «Бет-Иегуда» («Йәһүҙә йорто») тигән китабында (1839 йылда баҫыла һәм поляк теленә тәржемә ителә) ғивриҙәрҙең белем алыуы буйынса эштәр программаһы тәҡдим итә. Диндәштәренең һәм милләттәштәренең белемле булыуы идеяһына бирелгән ғивриҙәр (С. И. Фин, М. Страшун, М. А. Гинцбург, А. Б. Лебензон, A. Мапу һ.б.) боронғо ғиври телендәге донъяуи әҙәбиәткә нигеҙ һала.
Боронғо ғиври телендәге урыҫ-поляк мәғрифәтсел әҙәбиәтендә мөһим ролде Абрам-Бер-Лебензон (1793—1878) етәкселегендәге шағирҙар уйнай, улар Вильнола түңәрәк ойоштора, реформа кисергән беренсе синагоганы аса. Лебензон үҙе лирик һәм дидактик әҫәрҙәр яҙа. «Эмет вә Эмуна» («Хәҡиҡәт һәм ышаныс», 1867) тигән аллегорик драмаһы уның талантын айырыуса асыҡ сағылдыра. Шулай уҡ Л. О. Гормон, Михей Иосиф Лебензон, Меир Леттерис, А. Готлобер, Л. Левин, Каминер, И. Гольдман, Еренкранц, С. Бахер, С. Рубин, Б. Гинцберг, М. И. Штерн, Долинский, Л. Минц кеүек әҙәбиәтселәр билдәлелек ала. Романдар авторҙары Р. А. Браудес, П. Смоленский әҫәрҙәре танылыу таба.
Хәҙерге заман әҙәбиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иврит телендәге XX һәм XXI быуаттар әҙәбиәте телде йәнле һөйләш теле итеп яңыртҡан саҡта тыуа. Израилдең хәҙерге заман яҙмаһы нигеҙе икенсе алия менән килгән ғиври эмигранттары тарафынан һалына (Агнон, Шмуэль Йосеф, Давид Шимони, Яков Фихман һ.б.). Беренсе донъя һуғышына тиклем ғиври әҙәбиәте Көнсығыш Европала үҫә. Һуғыштан һәм Рәсәй ихтилалынан һуң күп яҙыусылар Фәләстингә эмиграциялай. 1921 йылда Тель-Авивта 70 яҙыусы осраша һәм иврит телендә ижад иткән яҙыусылар ассоциацияһын төҙөй. 1920 йылда һәм 1930-сы йылдарҙа Фәләстин иврит телендәге әҙәбиәттең үҙәгенә әүерелә. Иврит әҙәбиәтен башлап ебәреүселәрҙең күбеһе сионсы була — Ахад һа-Ам һәм Шаул Черниховский Тель-Авивта йәшәп, ивритса ижад иткән йәш яҙыусыларға ҙур йоғонто яһай[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ т. XIa, с. 467 // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ т. XIa, с. 468 // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ http://www.myjewishlearning.com/culture/literature/FinalEdit_Literature_TO_HebrewLit.html
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Еврейская литература // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)(рус.)
- Литература еврейская // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
- Литература новоеврейская // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Переводы избранной библейской поэзии Дмитрий Щедровицкий
- Кумранские гимны
- Рабби Нехуния бар Гакана (I в. н. э.) «Ана бе-хоах»