Измөхәмбәтов Баҡтыҡужа Сәләхетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Измөхәмбәтов Баҡтыҡужа Сәләхетдин улы
ҡаҙ. Бақтықожа Салахатдинұлы Ізмұхамбетов
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Kazakhstan.svg Ҡаҙағстан
Тыуған көнө 1 сентябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Ҡурманғазы районы[d], Атырау өлкәһе[d], Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Уҡыу йорто Өфө дәүләт нефть техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Нур Отан[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден «Курмет» Украинаның III дәрәжә «Ҡаҙаныштар өсөн» ордены орден Назарбаева орден Барыс медаль «20 лет независимости Республики Казахстан» медаль «25 лет независимости Республики Казахстан» орден Отан орден «Содружество»
Commons-logo.svg Измөхәмбәтов Баҡтыҡужа Сәләхетдин улы Викимилектә

Измөхәмбәтов Баҡтыҡужа Сәләхетдин улы (1 сентябрь 1948, Денгиз районы, Гурьев өлкәһе) — Ҡаҙағстандың дәүләт эшмәкәре, Ҡаҙағстан Республикаһы Парламентының Түбәнге палата депутаты, РОО "Ветерандар ойошмаһы" Үҙәк советы Рәйесе.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баҡтыҡужа Сәләхетдин улы Измөхәмбәтов 1948 йылдың 1 сентябрендә Гурьев өлкәһенең (Атырау өлкәһе) Денгиз районында (хәҙер Ҡорманғазы районы) уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Байулы ҡәбиләһенең адай ырыуынан[1] . 1966 йылда 11-се синыфты тамамлай һәм Өфө нефть институтына уҡырға инә. Был уҡыу йортон 1971 йылда тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Эмбанефть» берекмәһендә быраулаусы булып башлай. Ҡаҙаҡ ғилми-тикшеренеү нефть институтында төрлө вазифалар биләй.

1981 йылдан 1987 йылға тиклем Йемен Республикаһында командировакала була.

Атырау тәжрибә-методик экспедицияһында баш технолог, начальник була.

19911993 йылдарҙа Геология һәм ер аҫты байлыҡтарын һаҡлау министрлығында етәксе вазифаларҙа эшләй.

«Казахтуркмунай» берлектәге предприятиеһының, «Казмунайтениз» диңгеҙ нефть компанияһының генераль директоры итеп тәғәйенләнә, «КазМунайГаз» Милли нефть компанияһының идара итеүсе директоры, Ҡаҙағстан Республикаһының энергетика һәм минераль ресурстарының беренсе вице-министры.

2006 йылдың ғинуарынан 2008 йылдың авгусына тиклем —Ҡаҙағстан Республикаһының Энергетика һәм минераль ресурстар министры[2].

2008 йылдың авгусынан 2012 йылдың ғинуарына тиклем Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкәһендә аҡым була.

2012 йылдың 20 ғинуарында Парламенттың түбәнге палата депутаттары Ҡаҙағстан Республикаһының Парламентының Түбәнге палата вице-спикеры вазифаһына депутат Измөхәмбәтов Баҡтыҡужа өсөн тауыш бирәләр.

2012 йылдың 15 авгусында Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Указы менән Атырау өлкәһенең аҡымы итеп тәғәйенләнә[3]. 2016 йылдың 25 мартында Ҡаҙағстан Республикаһы Түбәнге палата депутаты, шулай уҡ Ҡаҙағстан Республикаһы Парламентының Түбәнге палата рәйесе итеп һайлана[4]. Инглиз һәм төрөк телдәрен белә.

2016 йылдың 21 июнендә "Ветерандар ойошмаһы" республика йәмәғәт ойошмаһы Үҙәк советы Президиумының сираттан тыш ултырышында "Ветерандар ойошмаһы" РОО Үҙәк советы рәйесе итеп һайлана[5]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Улы: Измөхәмбәтов Салауат Баҡтыҡужа улы (25 ноябрь 1971 йыл) — Ҡаҙағстан шахматсыһы, гроссмейстер (1996).

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡаҙағстан нефтенең 120-йыллығына Ҡаҙағстан Республикаһының президенты Касым-Жомарт Токаев ҡулынан нефть-газ тармағында айырым ҡаҙаныштары өсөн Отан орденын ала (5 сентябрь 2019 йыл)
  • «Қазақстан Республикасының Тұңғыш Президенті – Елбасы Нұрсұлтан Назарбаев» ордены (2013 йыл)
  • Курмет ордены (1999)
  • II дәрәжә «Барыс» ордены (2006 йыл)
  • «Ҡаҙағстан Республикаһының бойондороҡһоҙлоғона 20 йыл» юбилей миҙалы (2011 йыл)
  • III дәрәжә «Ҡаҙаныштар өсөн» ордены (Украина, 25 февраль 2008 йыл) — Украина һәм Ҡаҙағстан араһында дуҫлыҡты нығытыуҙа шәхси өлөшө, Украина-Ҡаҙағстан хеҙмәттәшлеген үҫтереүе өсөн
  • Хеҙмәттәшлек» ордены (МПА СНГ 2016 года)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нурсултан Назарбаев прибыл с рабочим визитом в Атыраускую область (недоступная ссылка)

  1. Решение о смене Б.Рыскалиева Б.Измухамбетовым вызывает вопросы. Или не открывается ли путь к необратимым изменениям в Западном Казахстане? 1 часть
  2. Глава государства подписал ряд указов о кадровых назначениях(недоступная ссылка). Дата обращения: 5 августа 2009. Архивировано 27 марта 2010 года.
  3. Новым акимом Атырауской области назначен Бактыкожа Измухамбетов
  4. Бактыкожа Измухамбетов избран спикером мажилиса
  5. Бактыкожа Измухамбетов возглавил Республиканскую организацию ветеранов - Новости Казахстана | Tengrinews.Tengrinews.kz.Дата обращения: 21 июня 2016.