Эстәлеккә күсергә

Илһан Мүфиде

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Илһан Мүфиде
төр. Müfide İlhan
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Төркиә
Тыуған көнө 11 февраль 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})
Тыуған урыны Истанбул, Ғосман империяһы
Вафат булған көнө 2 февраль 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Бодрум[d], Мугла[d], Төркиә
Туған тел Төрөк теле
Һөнәр төрө сәйәсмән, уҡытыусы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Демократическая партия[d]
 Илһан Мүфиде Викимилектә

Мүфиде Илһан (1911 йылдың 19 феврале, Мерсин — 2 февраль 1996 йылдың 2 феврале, Бодрум) — төрөк педагогы һәм дәүләт эшмәкәре. Төркиәнең беренсе ҡатын-ҡыҙ-мэры.

Илһан Мүфиде 1911 йылдың 11 февралендә[1] Мерсинда тыуған. Уның атаһы Мостафа Нәзиф армия офицеры, әсәһе Әминә — йорт хужабикәһе була. Мүфидегә дүрт йәш булғанда, уның атаһы Дарданелла операцияһы алыштарының береһендә һәләк була. Полководец Фәүзи Чакмак Мүфидегә бабай тейеш кеше була, атаһы ағаһы[2]. Беренсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң, Мерсинды ҡыҫҡа ваҡытҡа француз армияһы баҫып ала, шуға күрә Мүфиде Илһан башланғыс белем алыуын Анкарала тамамлай. Истанбулды азат иткәндән һуң, Мүфиде унда ҡыҙҙар мәктәбен тамамлай. 1928 йылда ул педагогия лицейын тамамлай. Һуңынан Истанбулда уҡытыусы булып эшләй.

Мүфиде Илһан доктор фәруҡ Илһанға кейәүгә сыға. Уларҙың ете балаһы тыуа. Ирле-ҡатынлы Төркиә ҡалалары буйлап йыш йөрөй, һуңынан Берлинда уҡый. 1937 йылда Мүфилде һәм Фәруҡ Илһандар Төркиәгә кире ҡайта, әммә һуңынан унан тағы китә. Фәруҡ Илһанға Афғанстан Ҡабул университетының медицина мәктәбендә уҡытыу эшен тәҡдим итәләр. Ирле-ҡатынлы риза була. Мүфиде менән Фәруҡ Илһандар шулай уҡ Ираҡта Басра Карачиға тиклем һыу буйлап сәйәхәт ҡыла. 1945 йылда улар Төркиәгә кире ҡайтырға теләй, әммә һуғыш барғанлыҡтан, Иран аша машинала ҡайта. 1946 йылда Төркиәгә ҡайтҡандан һуң, ирле-ҡатынлы сәйәсәт менән шөғөлләнә[3].

1950 йылда дөйөм һайлауҙарҙа Демократик партия еңә, Республика халыҡ партияһының. 27 йыл дауамындағы идаралығы өҙөлә. Мүфиде Илһан Демократик партиянан Мерсин ҡалаһы башлығына һайлауҙарҙа ҡатнаша һәм Төркиә тарихында беренсе ҡатын-ҡыҙ мэры булып китә, шул арҡала киң танылыу ала.

1951 йылда Мүфиде Илһан мэр вазифаһынан китә һәм партиянан сыға.

1968—1981 йылдарҙа Мүфиде Илһан Германияла, төрөк иммигранттарын уҡыта[4]. Шулай уҡ ул бер нисә хәйриә ойошмаһында эшләй һәм Мерсин ҡалаһындағы дауаханаларға һәм ҡарттар йортона ярҙам күрһәтә.

  1. Kudret Ünal:Müfide İlhan, Tarsus Belediyesi Kültür Yayınları, Tarsus, 2013 ISBN 978-605-62343-9-2,p.11
  2. MÜfide İlhan 2019 йыл 1 сентябрь архивланған.
  3. İçel Sanat Kulübü dergisi, 175, Abdullah Ayan: Bilinmeyen Müfide İlhan
  4. Online newspaper article. Todayszaman.com (16 март 2009). Дата обращения: 2 ғинуар 2011.(недоступная ссылка)