Эстәлеккә күсергә

Имам Мөхәммәт ибн Ғәбд әл-Үәһһәб мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәсет
Имам Мөхәммәт ибн Ғәбд әл-Үәһһәб мәсете
ғәр. مسجد محمد بن عبد الوهاب
Ил
ҠалаДоха
йүнәлеш, мәктәпсөнниселек, сәләфилек
Архитектура стилемосолман
Төҙөлөү датаһы2011 йыл
Вместимость30 000
Көмбәҙҙәр һаны90
Манаралар һаны1
Материалҡомташ

Имам Мөхәммәт ибн Ғәбд әл-Үәһһәб мәсете, шулай уҡ Ҡатар дәүләт мәсете (ғәр. مسجد محمد بن عبد الوهاب) — Ҡатарҙың милли мәсете. Ҡатарҙың Дүха баш ҡалаһында урынлашҡан. Ул үҙәк Ғәрәбстандағы Нәджд төбәгенән килгән сөнни мосолман вәғәзсеһе, ғалим һәм дин белгесе, ислам яңырыуына һәм үәһһәбилек булараҡ билдәле ислах хәрәкәтенә нигеҙ һалыусы Мөхәммәд ибн Ғәбдүл-Үәһһәб хөрмәтенә аталған.

Мәсет 2011 йылда Ҡатар әмире шәйех Тәмим бен Хәмәд әҫ-Ҫәни ҡатнашлығында асылған. Мәсет хәҙерге заман ислам архитектураһының матур өлгөһө булып тора.

Архитектураһы (миғмариәте)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәсет йолағы ғәрәп стилендә хәҙерге замандың үҙенсәлектәре менән төҙөлгән.

175164 квадрат метр киңлекте биләгән мәсеттең майҙаны үҙ эсенә кондиционер менән йыһазландырылған үҙәк холл ала, унда 11000-гә тиклем кеше намаҙҙа уңайлы ҡатнаша ала. Бынан тыш, үҙәк зал эргәһендәге иркен бүлмәлә 1200 ҡатын-ҡыҙ урынлаша. Мәсеттең өс төп һәм 17 ҡабырға ишеге бар. Үҙәк зал 28 ҙур көмбәҙ менән биҙәлгән, шул уҡ ваҡытта тышҡы квадрат 65 көмбәҙ менән биҙәлгән. Дөйөм алғанда, мәсеткә 30 мең кеше һыйҙырыуы мөмкин.