Ипполитов Евгений Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ипполитов Евгений Васильевич
Файл:Евгений Васильевич Ипполитов.jpg
Флаг
Мэр Ухты
Флаг
июль 2001 — февраль 2002
 
Тыуған: 3 июнь 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Сәмәрҡәнд, Үзбәк ССР-ы[d], СССР
Үлгән: 17 ғинуар 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (58 йәш)
Мәскәү ҡалаһы, Рәсәй
Ерләнгән: Митино зыяраты[d]
Белеме: Санкт-Петербург дәүләт технология институты[d]
Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы[d]

Ипполитов Евгений Васильевич (3 июнь 1946 йыл, Сәмәрҡәнд — 17 ғинуар 2005 йыл, Мәскәү) — Рәсәй сәйәсмәне, йәмәғәт эшмәкәре һәм эшҡыуар. «Ухта нефть эшкәртеү заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры була. Ухта ҡалаһы мэры (2001—2005).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ипполитов Евгений 1946 йылдың 3 июнендә Үзбәк ССР-ының Сәмәрҡәнд ҡалаһында тыуған. Ленсовет исемендәге Ленинград технологик институтын (хәҙерге Санкт-Петербург дәүләт технология институты) тамамлаған. 1987 йылда Мәскәүҙә Халыҡ хужалығы академияһында уҡый. 1991 йылда Нефть институтында (Франция) уҡый[1].

1982 йылдан Е. В. Ипполитов Коми Республикаһында эшләй. Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Киришинефтеоргсинтез» етештереү берекмәһендә термик крекинг ҡоролмаһы операторы булып башлай. Баш инженер вазифаһында эшләй[2][3]. 1986 йылдың авгусында Ухта нефть эшкәртеү заводының генераль директоры итеп тәғәйенләнә. 1994 йылдың 1 февраленән «КомиТЭК» нефть компанияһының генераль директоры — вәкиле була[4][5][6]. Евгений Ипполитовтың был эшмәкәрлек осоро нефть һәм газ конденсатын эшкәртеү буйынса заводтың технологик процестарын даими камиллаштырыу менән характерлана[7].

1991—2001 йылдарҙа — "Лукойл"дың Софиялағы вәкиле («ЛУКОЙЛ» нефть компанияһының бүлендек структураһы — "ЛУКОЙЛ — Болгария)[2][1].

Урындағы үҙидара органдары депутаты, урындағы үҙидара органдарының вәкиллекле органдары, Коми Республикаһының I саҡырылыш Дәүләт Советы депутаты итеп һайлана (1995—1999[3]). 1995 йылдан дәүләт советының бюджет, һалым һәм иҡтисади сәйәсәт буйынса комитеты ағзаһы булып тора[8]. 1999 йылдың февралендә Ухтала эваил территориаль округы буйынса Дәүләт Советы депутаты итеп һайлана. Ухта ҡала советы депутаты була[9].

2001 йылдың 27 июнендә совет депутаттары тарафынан Ухта ҡалаһы мэры итеп һайлана. Уға альтернатива булараҡ хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Александр Бусырёвтың кандидатураһы тәҡдим ителә[2]. 2001 йылдың июленән 2002 йылдың февраленә тиклем Ухта мэры вазифаһын биләй[1].

Ғүмеренең һуңғы йылдарын Евгений Ипполитов Мәскәүҙә уҙғара, һирәкләп Ухтаға килә. 2005 йылдың 17 ғинуарында вафат була. 19 ғинуарҙа Миәкә зыяратында ерләнә[9].

Өйләнгән, ике балаһы бар[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Коми Республикаһының атҡаҙанған халыҡ хужалығы хеҙмәткәре (1993);
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған химикы (1996 йылдың 30 авгусы)[10];

Ил иҡтисадын үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Көнсығышты үҫтереү фондының «Алтын глобус» һәм «Алтын Меркурий» халыҡ-ара премиялары менән бүләкләнә[9]. Эшлекле сифаттары һәм предприятиелар менән идара итеүҙә шәхси уңыштары өсөн 1-се Республика конкурсында (1998) «Йыл менеджеры» номинацияһында «Танылыу» премияһына лайыҡ була.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Квачантирадзе, Рожкова, Федорович, 2013
  2. 2,0 2,1 2,2 Новым мэром Ухты избран Евгений Ипполитов. Комиинформ. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «:1» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «:1» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
  3. 3,0 3,1 3,2 Ипполитов Е. В.. Государственный Совет Республики Коми.
  4. Ипполитов Е. В.. Государственный Совет Республики Коми.
  5. Новым мэром Ухты избран Евгений Ипполитов  (рус.). Комиинформ (2001-06-27).
  6. Квачантирадзе, Рожкова, Федорович, 2013, с. 35
  7. К 75-летию Ипполитова Евгения Васильевича  (рус.). Ретро Ухта (2021-06-21).
  8. Ипполитов Евгений Васильевич // Viperson.ru
  9. 9,0 9,1 9,2 К 75-летию Ипполитова Евгения Васильевича. Ретро Ухта. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «:2» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
  10. Указ Президента Российской Федерации от 30.08.1996 г. № 1306. Kremlin.ru.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]