Эстәлеккә күсергә

Ракобольская Ирина Вячеславовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ирина Рабокольская битенән йүнәлтелде)
Ракобольская Ирина Вячеславовна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 22 декабрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Данков[d], Рязань губернаһы[d], Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 22 сентябрь 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (96 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Хәләл ефете Линде, Дмитрий Павлович[d]
Балалары Линде, Андрей Дмитриевич[d] һәм Линде, Николай Дмитриевич[d]
Һөнәр төрө физик, лётчик, университет уҡытыусыһы
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто МДУ-ның физика факультеты[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Жуков миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы медаль «В память 850-летия Москвы» «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалы РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл» юбилей миҙалы
 Ракобольская Ирина Вячеславовна Викимилектә

Ракобольская Ирина Вячеславовна (22 декабрь 1919 йыл, Данков — 22 сентябрь 2016 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй ғалимы-физигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1977 йылдан Мәскәү дәүләт университеты физика факультетының йыһан нурҙары һәм физикаһы кафедраһы профессоры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Ирина Вячеславовна Рабокольская физика уҡытыусыһы Вячеслав Афиногенович Ракобольский ғаиләһендә тыуған[1]. 1938 йылда Радищев исемендәге тәжрибә-күрһәтмә мәктәбен тамамлай һәм Мәскәү дәүләт университетының физика факультетына уҡырға инә.

1941 йылдың октбрь айында физика факультетының 4-се курсынан үҙ ирке менән Ҡыҙыл Армияға китә, университеттың ун ете студенттары иҫәбендә 122-се авиатөркөмгә теркәлә һәм Энгельс хәрби авиация мәктәбенә ебәрелә. Мәктәпте тамамлау менән, 1942 йылда, 588-се (артабан —Ҡыҙыл байраҡлы Суворов орденлы 46-сы Тамань гвардия) төнгө бомбардировка авиаполкының штаб начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1942 йылдың майынан һуғыштың аҙағына тиклем Бөйөк Ватан һуғышының төрлө фронттарында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.

1946 йылдың апрель айында гвардия майоры дәрәжәһендә демобилизациялана һәм физика факультетындағы ядро физикаһы бүлегенең 4-се курсына әйләнеп ҡайта, Жуковский исемендәге Академияның адъюнкты Линде Дмитрий Павловичҡа (1919—2006) кейәүгә сыға.

Физика факультетын 1949 йылда, В. И. Векслер һәм Г. Т. Зацепин етәкселеге аҫтында «d-электроны, образованные мюонами космических лучей» темаһына диплом эшен яҡлап, тамамлай

1950—1963 йылдарҙа ассистент булып эшләй, 1963—1977 — доцент, һәм 1977 йылдан алып — Мәскәү дәүләт университетының физика факультеты йыһан нурҙары кафедраһының профессоры.

1968 йылда НИИЯФ Мәскәү дәүләт университетында үтә юғары энергиялар нурланышы лабораторияһы ойошторола, 1991 йылға тиклем уны етәкләй. 1968 йылда Мәскәү метрополитенының ер аҫты бинаһында 144 күп ҡатлы ҡурғаш рентгенэмульсион камераларҙан (РЭК) торған уникальҡоролма төҙөлә. РЭК экспозицияһы һөҙөмтәләре буйынса ғәҙәти булмаған күренеш — икенсел киҫәксәләрҙең компланар осоуы өйрәнелә. Был яңы күренештең энергетик сиге һәм энергетик бәйләнгәнлеге билдәләнә.

1971 йылдан — йыһан нурҙары һәм йыһан физикаһы кафедраһы мөдире урынбаҫары. МДУ-ла эшләгән осоронда физика һәм геология факультеттарында йыһан нурҙары физикаһы буйынса махсус курстар уҡый, ядро физикаһы һәм йыһан нурҙары физикаһы буйынса практик дәрестәр алып бара

Академик Георгий Тимофеевич Зацепин менән берлектә һәм уның етәкселеге аҫтында ғилми эштәр башҡара.

1962 йылда «Исследование энергетических характеристик электронно-фотонной компоненты широких атмосферных ливней вблизи оси ливня» темаһына диссертация яҡлап, физика-математика фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһе ала; 1975 йылда «Генерация мюонов высокой энергии в космических лучах» темаһына диссертация яҡлап, «физика-математика фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә эйә була. Яҡынса 300 эш баҫтырып сығара, улар араһындағы ядро физикаһы буйынса монографиялар һәм 6 дәреслек бар.

Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек ҡатнашыусылары «Памир», уртаҡ рәсәй-япон тәжрибәһе RUNJOB. 4 докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларын уның етәкселегендә яҡлау буйынса 15 бергәләп эшләй.

Кафедрала ҙур фәнни-педагогик эшен дөйөм университет эше менән бергә алып бара (йәмәғәтселек башланғысында). 1966 йылдан 1990 йылға тиклем бер үк ваҡытта юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының квалификацияһын күтәреү факультеты деканы була. Эште ойоштороуы өсөн ВДНХ-ның алтын миҙалы менән бүләкләнә. 1987—1997 йылдарҙа МДУ ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе, һуңынан МДУ Ғилми советы ағзаһы, физика факультетының ғилми советы ағзаһы, йыһан нурҙары буйынса ғилми совет ағзаһы була.

Һуңғы ваҡытта фәнни эш менән шөғөлләнеүен дауам итә, аспиранттар һәм студенттар тәрбиәләй, лекция курстары уҡый.

Новодевичье зыяратында ире менән йәнәш ерләнә.

Д. П. Линде менән никахынан Рабокольскаяның ике балаһы була:

  • Андрей Линде — физик-теоретик, космология буйынса эштәр авторы
  • Николай Линде — психолог, психотерапияның аналитик-йоғонтоло йүнәлеше авторы

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Исследование мюонов сверхвысоких энергий. — М: Наука, 1975. — 210 с.
  • Учебник по ядерной физике. — 2-е изд., доп. и перераб. — М.: Изд-во МГУ, 1981. — 280 с.
  • Взаимодействие адронов космических лучей сверхвысоких энергий. — М.: Изд. МГУ, 2000. — 250 с.
  • Нас называли ночными ведьмами. — М.: Изд. МГУ, 2002. — 320 с.
  1. В. А. Ракобольский окончил с золотой медалью Костромскую гимназию, а в 1910 году физико-математический факультет Московского университета]] по специальности астрономия. — см. Отчёт о состоянии и действиях Императорского Московского Университета за 1910 год. — С. 80.
  • Ракобольская И., Кравцова Наталия Фёдоровна. Нас называли ночными ведьмами. Так воевал женский 46-й гвардейский полк ночных бомбардировщиков. — 2-е изд., доп.. — М.: Изд-во МГУ, 2005. — С. 336. — 2000 экз. — ISBN 5-211-05008-8.