Истикләл (Истанбул)
Истикләл урамы (төрөк. İstiklâl Caddesi) — Истанбулдың Бейоғлу районындағы киң билдәле урам. Таҡсим майҙанынан башлана һәм Алтын Мөгөҙ ҡултығына табан бара. Оҙонлоғо яҡынса 1,4 километр. Истикләл урамы бумеранг рәүешендә төҙөлгән, бөгөм урынында Ғалатаһарай майҙаны менән Ғалатаһарай лицейы урынлашҡан.
Урамдың тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урамдың тарихы XV быуатта башлана, шул осорҙа әлеге Истикләл урамы булған ерҙә беренсе мосолман торамалары ҡалҡып сыға башлаған. Ул ваҡыта Ғалата башняһы ла булған, хәҙерге урамдың көньяҡ осонда ҡала ҡапҡаһы урынлашҡан булған. Уға тиклем был ерҙәр урман менән ҡапланған булған. Солтан Сөләймән I осоронда Истикләл территорияһына мосолман биналары төҙөлә башлай. Был урын европалыларҙы ла ылыҡтыра, улар бында йорттар һала, магазиндар, оҫтаханалар аса. Ул саҡта Cadde-i Kebir (Төп проспект) тип йөрөтөлгән был урам сауҙа һәм кәсептәр үҙәгенә әүерелә. 1628 йылда француз католиктары сиркәү төҙөү өсөн ер ала. Хәҙер был урында Изге Француз Людовигы сиркәүе тора, ул Бейоғлуҙағы беренсе латин сиркәүе булараҡ та билдәле[1].
XVII быуатта урам Ғалата башняһының тирә-йүнен Ғалата һарайының торлаҡ биналары менән тоташтыра. Шул саҡта уҡ төрлө Европа илдәренең был урамда урынлашҡан илселектәре асыла башлай. XVIII быуатта урам төньяҡҡа табан оҙоная, унда яңы сиркәүҙәр (1724 йылда — Изге Падуа Антонийы сиркәүе, 1769 йылда — Изге Мария сиркәүе), илселектәр асыла, торлаҡ йорттар төҙөлә.
XIX быуаттың икенсе яртыһынан урамдың йөҙө Европа стандарттарына яраҡлы үҙгәрә бара, әммә Азия һыҙаттары ла һаҡлана. 1875 йылда донъяла икенсе метро линияһы — Түнел асыла, уның ике генә станцияһы була, улар әле лә эшләй. XX быуат башында, республика иғлан ителгәс, урамға хәҙерге исемен бирәләр. Истикләл урамы төрөк теленән тәржемә иткәндә «Бойондороҡһоҙлоҡ урамы» тигәнде аңлата. Был исем Төркиәнең бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғышта еңеүен кәүҙәләндереү маҡсатында бирелә. Был ваҡытҡа Истикләл сауҙа һәм ял үҙәгенә әйләнә, унда күп һанлы магазиндар, кафелар, ресторандар, ҡунаҡханалар була.
XX быуаттың 50-се йылдарында реформалар арҡаһында халыҡ күпләп Истанбулдан китә башлай. 1955 йылда Истанбул ҡыйралышы ваҡытында, Истикләл иң болалы урындарҙың береһе була. Ул ваҡиғаларҙан һуң урам оҙаҡҡа төшөнкөлөктә ҡала. Тик XX быуаттың 90-сы йылдарында ғына Истикләлдең яңырыуы башлана — яңы магазиндар һәм ресторандар асыла, тарихи биналар реставрациялана[2].
Бөгөнгө Истикләл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XXI быуатта Истикләл Истанбулда туристар яратҡан урынға әйләнә. Урамда халыҡ-ара брендлы кейем, биҙәүестәр, аксессуарҙар һата торған магазиндар, башлыса төрөк һәм европа аш-һыуы тәҡдим ителгән бик күп кафе һәм ресторандар урынлашҡан. Урам буйлап тарихи трамвай йөрөй. Биналарҙың күпселеге архитектура ҡомартҡыһы булып тора. Урамда шулай уҡ түбәндәге Европа илдәренең генераль консуллыҡтары урынлашҡан: Франция, Греция, Нидерланд, Рәсәй, Испания, Швеция, Бөйөк Британия.
Истикләл күмәкләп протест акциялары үткәреү урыны ла булып тора. Иң ҙур шаңдау тапҡан акция булып 2013 йылдағы протест иҫәпләнә, ул Төркиәнең башҡа ҡалаларын да солғай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Paroisse Saint-Louis des Français Istanbul (фр.). st-louis-des-francais-istanbul.org. Дата обращения: 23 март 2015.(фр.). st-louis-des-francais-istanbul.org. 23 март 2015 тикшерелгән.
- ↑ Binnaz Tugba Sasanlar. A Historical Panorama of an Istanbul Neighborhood: Cihangir from the Late Nineteenth Century to the 2000s (ингл.). www.levantineheritage.com (2006). Дата обращения: 23 март 2015.(инг.). www.levantineheritage.com (2006). 23 март 2015 тикшерелгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- İstiklalCaddesi.net (A news website of the Avenue) (төр.). www.istiklalcaddesi.net. Дата обращения: 23 март 2015. 2021 йыл 25 ғинуар архивланған.(төр.). www.istiklalcaddesi.net. 23 март 2015 тикшерелгән.
- Istiklal Cadessi Веб-камера (төр.). www.ibbtube.com. Дата обращения: 23 март 2015.(төр.). www.ibbtube.com. 23 март 2015 тикшерелгән.