Исхаҡов Нур Мөхәммәт улы
| Исхаҡов Нур Мөхәммәт улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1900 |
| Тыуған урыны | Баймаҡ районы, СССР |
| Вафат булған көнө | 20 март 1943 |
| Һөнәр төрө | ганфайтер |
| Хәрби звание | рядовой |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яраларҙан вафат була[d] |
Исхаҡов Нур Мөхәммәт улы (1900 йыл — 20 март 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, атыусы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нур Мөхәммәт улы Исхаҡов 1900 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районында (ауылы билдәһеҙ)[1] тыуған. БАССР-ҙың Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында атыусы булараҡ хеҙмәт итә, рядовой. 1943 йылдың 18 февралендә яу яланынан күп һанлы ярсыҡтар менән уң тубығы һәм янбашы яраланған яугир ЭГ 3434-се госпиталенә эләгә. Шул уҡ йылдың 20 мартында алған йәрәхәттәрҙән һәм сепсистан һәләк була[2]. Украина ССР-ы, Ворошиловоград өлкәһендәге Түбәнге Дуванка ауылы зыяратында 6-сы туғанлыҡ ҡәберлегендә ерләнә. Госпиталдә тултырған документтар буйынса уның ҡатыны Исхаҡова Елена Ивановна Баймаҡ районының бер совхозында (исеме уҡылмай) йәшәгән[2].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исхаҡов Нур Мөхәмәт улы тураһындағы мәғлүмәт Украина Хәтер китабына[3] һәм Башҡортостандың Баймаҡ районы Хәтер китабына[4] индерелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чтобы помнили 2021 йыл 13 июнь архивланған.