Эстәлеккә күсергә

Итбаев Валерий Ҡәйүм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Итбаев Валерий Ҡәйүм улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 ғинуар 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Бикбау, Бикбау ауыл Советы, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы
Эш урыны Өфө дәүләт авиация техник университеты
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

Итбаев Валерий Ҡәйүм улы (21 ғинуар 1947 йыл) — инженер-механик. Ғалим, педагог. Техник фәндәр докторы (1996), профессор (2000). Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1997). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты (1997)[1].

Валерий Ҡәйүм улы Итбаев 1947 йылдың 21 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Бикбау ауылында тыуа[2]. 1970 йылда Өфө авиация институтын «инженер-механик» һөнәре буйынса тамамлай һәм шунда уҡ эшләй башлай. Авиация двигателдәренең динамикаһы һәм ныҡлығы өлкәһендәге белгес.

Өфө дәүләт авиация техник университетында 1970 йылдан эшләй: кесе ғилми хеҙмәткәр, өлкән уҡытыусы, доцент, 1986 йылдан алып ғилми лаборатория етәксеһе, авиация двигателдәре кафедраһы профессоры, бер үк ваҡытта 2001-2015 йылдарҙа механизм һәм машиналар ҡороуҙың нигеҙҙәре кафедраһы мөдире була[3]. «Сборка в машиностроении и приборостроии» журналының редколлегия ағзаһы.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары үткәргес торба системаларының, осоу аппараттары двигателдәре элементтарының һығылмалылығы, машиналарҙың динамикаһы һәм ныҡлығы өлкәһенә арналған. Уның етәкселегендә һәм туранан-тура ҡатнашлығында предприятиелар менән хужалыҡ килешеүҙәре буйынса 40-тан ашыу эш башҡарылған: һығылмалы металл үткәргес торбаларҙы проектлау буйынса универсаль программа-методик комплекс, терминдар һәм һығылмалы металл үткәргес торбаларҙы шартлы билдәләү буйынса тармаҡ стандарты әҙерләнгән, «Буран» орбиталь самолеты өсөн һығылмалы металл үткәргес торбалар иҫәпләп сығарылған һәм һынауҙар үткәрелгән, «КамАЗ», «ВАЗ» автомобилдәренең газ сығарыу системалары өсөн һығылмалы металл үткәргес торбалар эшләнгән[3]. Итбаев Валерий Ҡәйүм улы ҡатнашлығында һығылмалы металл торба һәм сильфон компенсаторҙар, уларҙың вибрацияға тотороҡлолоғон һәм ныҡлығын билдәләү ысулдары эшләнгән. Асыштары Башҡортостандың, Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренең, БДБ илдәренең сәнәғәт предприятиеларында индерелгән. 150‐нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 19 уйлап табыу авторы. Ул 1998 йылда РФ Хөкүмәте премияһы лауреаты була[2]. Итбаев етәкселегендә 2 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана.[4]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының Ю.А. Гагарин исемендәге Космонавтика федерацияһы (1991), академик В.М.Челомей исемендәге (1995) миҙалдары менән бүләкләнгән.
  • РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премия лауреаты (1998).
  • Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1997)