Эстәлеккә күсергә

Июнь ихтилалы (Литва)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Июнь ихтилалы
Төп конфликт: Икенсе донъя һуғышы
«Барбаросса» операцияһы
Бөйөк Ватан һуғышы
Балтик буйы стратегик оборона операцияһы
1941 йылдың 25 июнендә Каунаста литва ихтилалсылары
1941 йылдың 25 июнендә Каунаста литва ихтилалсылары
Дата

22 июнь5 август 1941

Урыны

Литва ССР-ы, СССР

Сәбәбе

сәбәптәре: Балтик буйын СССР-ға ҡушыу, литваларҙың юғалтылған бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеүгә ынтылышы
поводом послужило: Германияның СССР-ға һөжүме

Нәтижә

Поражение восстания: отступление советских войск, создание немецкой оккупационной администрации, Временное правительство Литвы разогнано[сығанаҡ 2714  көн күрһәтелмәгән]

Ҡаршы тороусылар

{{ {{{1}}} | размер = | alias = Совет Социалистик Республикалар Союзы | shortname alias = СССР | flag alias = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-1923 = Flag of the Soviet Union 1923.svg | flag alias-1955 = Flag of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС = Naval Ensign of the Soviet Union.svg | flag alias-ВМС-1924 = Naval Ensign of the Soviet Union 1924.svg | flag alias-ВМС-1935 = Naval Ensign of the Soviet Union 1935.svg | flag alias-армия = Red Army flag (Fictitious).svg | flag alias-ВВС = Flag of the Soviet Air Force.svg | var1 = 1923 | var2 = ВМС | var3 = ВМС-1924 | var4 = ВМС-1935 | var5 = армия | var6 = ВВС | variant = }} СССР

    • Төньяҡ-Көнбайыш фронт

Литва Литва ваҡытлы хөкүмәте

    • Литва әүҙемселәре фронты

Өсөнсө рейх Өсөнсө рейх

    • «Төньяҡ» армиялар төркөмө
Командирҙар

неизвестно

Литва Юозас Амбразявичюс

Ҡаршы тороусы көстәр

билдәһеҙ

Литва яҡынса 100 мең кеше

 Июнь ихтилалы Викимилектә

Июнь ихтилалы1941 йылдың йәйендә Литвалағы ваҡиғалар: Германия СССР-ға һөжүм иткәндән һуң Литваның бойондороҡһоҙлоғо яҡлылары совет власына ҡаршы ҡораллы ихтилал күтәргән.

1940 йылдың 14-16 июнендә СССР властары Литва, Латвия һәм Эстонияға кисектергеһеҙ оккупация менән янап был илдәрҙең территорияһына Ҡыҙыл Армияны индереү һәм хөкүмәттәрҙе алмаштырыу тураһында ультиматумдар йүнәлтә. Литва совет ультиматумын ҡабул итә. Ҡыҙыл армия ингәндән һәм яңы парламентҡа һайлауҙарҙан (бында тик коммунистар һәм уларға яҡын булған кандидаттар ҡатнашҡан) һуң, Литва СССР составына инә. 1941 йылдың 14 июнендә республика халҡының «реакцион» өлөшөн Себергә күпләп депортациялағандар[1].

1940 йылда Литва әүҙемселәре фронты ойошторола, уның ағзалары Литваның бойондороҡһоҙлоғон тергеҙеү мәсьәләһен маҡсат итеп ҡуйған. 1941 йылдың 22 июнендә Германия СССР-ға һөжүм иткәндән һуң, Литваның бойондороҡһоҙлоҡ яҡлылары совет власына ҡаршы ҡораллы ихтилал күтәргән.

Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының 29-сы Литва территориаль уҡсылар корпусында командирҙарҙы (литва милләтенән булмаған) үлтереүҙәр һәм күпләп дезертирлыҡ башлана: 16 меңдән тик 2 мең генә кеше Ҡыҙыл Армия частары менән сигенгән. Яҡынса 100 мең кешенән торған ихтилалсылар стратегик мөһим объекттарҙы һәм бөтөнләй ҡалаларҙы алған, Ҡыҙыл Армияның сигенеүсе частарына һөжүм иткән һәм совет әүҙемселәрен үлтергән[2].

Ихтилал менән Литва әүҙемселәре фронтының ағзалары етәкселек иткән, улар 23 июндә Юозас Амбразявичус башлығындағы Литва ваҡытлы хөкүмәтен ойошторған. Вильнюста үҙаллы Вильнюс өйәҙенең һәм ҡалаһының гражданлыҡ комитеты (лит. Vilniaus miesto ir srities piliečių komitetas) ойошторолған, уға Вильнюс университетының хоҡуҡ профессоры Стасис Жакявичюс (лит. Stasys Žakevičius) етәкселек иткән[3].

Ихтилал барышында Литва әүҙемселәре фронты ағзалары һәм уларға ҡушылғандар совет әүҙемселәренән тыш, совет власын яҡлауҙа шикләнелгәндерҙе һәм йәһүдтәрҙе үлтергәндәр. Литва милләтселәре илдә йәһүдтәрҙең геноцидында ҙур роль башҡарған[4].

Бойондороҡһоҙлоҡты тергеҙеүҙе теләп, күп кенә литвалар немецтарҙы совет режимынан азат итеүселәр булараҡ ҡаршы алғандар. Әммә Германия Литваға бйондороҡһоҙлоҡ ҡына түгел, ә хатта бер ниндәй автономияла бирергә ниәтләмәгән. Немец ғәскәрҙәре бөтә Литва территорияһын биләгәндән һуң Остланд рейхскомиссариаты сиктәрендә Литваның оккупация власть органдары булдырыла. 1941 йылдың 5 авгусында Литва ваҡытлы хөкүмәте таратыла, ә уның тарафынан сығарылған норматив акттары ғәмәлдән сығарылған.

1941 йылдың 15 авгусында Литваның генераль комиссары Теодор Адриан фон Рентельн Литва әүҙемселәре фронты частарын тарҡатыу тураһында приказ сығара. Бынан һуң элекке ихтилалсыларҙың бер өлөшө — ярҙамсы полицияға, икенсе өлөшө — үҙ оборона батальондарына ҡушылған, ә ҡалғандары демобилизацияланған[5].

Тарихи баһаламалар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР-ҙа июнь ихтилалы немец нацистарының «бишенсе колоннаһы» эшмәкәрлеге булараҡ ҡаралған. 1991 йылда Литва бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, советтарға ҡаршы ихтилалдың роле дискуссион була башлай.

Башта Литва тарихсыларының бер өлөшө тарафынан советтарға ҡаршы ихтилалды һәм Ваҡытлы хөкүмәт эшмәкәрлеген тик Литваның коммунистик хакимлығынан азат итеү контексында ғына ҡаралған. Гекторас Виткус был ҡарашты тасуирлап, июнь ихтилалы һәм Ваҡытлы хөкүмәттең эшмәкәрлеге «литвалар өсөн Холокостҡа ҡарағанда мөһимерәк» тип яҙған. Аҙаҡ был темалар нацистик Германияның йоғонтоһо һәм Литва әүҙемселәре фронты менән Ваҡытлы хөкүмәт эшмәкәрҙәренең радикаль милләтселеге һәм антисемитизмын иҫәпкә алынып ҡарала башлай. Шулай ҙа, тарихсылар араһында литва ҡаршылығы етәкселеге араһында антисемитизм факторы һәм уның халыҡҡа йоғонтоһо факторының ҙур әһәмиәтлелеге тураһында, шулай уҡ антисемит көсләүендә антикоммунистик һәм раса факторҙары сағыштырмаһы тураһында ҡапма-ҡаршы фекерҙәр тороп ҡалған[6].

АҠШ-тан килтерелгән Литва әүҙемселәр фронтының лидеры, Литва ваҡытлы хөкүмәтенең премьер-министры Юозас Амбразявичюстың ҡалдыҡтары 2012 йылдың 18 майында Каунаста яңынан ерләнә. Был литва интеллигенцияһының ҡайһы бер вәкилдәренең протестарын тыуҙырған[7], российского правительства и ряда еврейских организаций[8][9].

  1. МАСШТАБЫ ДЕПОРТАЦИИ НАСЕЛЕНИЯ В ГЛУБЬ СССР В МАЕ-ИЮНЕ 1941 г. 2009 йыл 30 июль архивланған.
  2. Литва в период германской оккупации 1941—1944 г.
  3. Литва в период германской оккупации 1941—1944 г. Архивировано 13 сентябрь 2012 года.
  4. The Persecution and Mass Murder of Lithuanian Jews during Summer and Fall of 1941: Sources and Analysis 2012 йыл 26 октябрь архивланған.
  5. MILITARY AND POLICE STRUCTURES THAT PARTICIPATED IN EXTERMINATION OF JEWS
  6. Погребинская И. Дискурс осуждения, обвинения и оправдания: современные тенденции историографии Холокоста и коллаборации в Литве (1991-2009 гг.) // Проблеми історії Голокосту. — Дніпропетровськ: Ткума, 2010. — В. 5. — С. 80-87. — ISBN 978-966-383-283-8.
  7. Интеллигенция Литвы — против государственных почестей сподвижнику нацистов. Архивировано 15 сентябрь 2012 года.
  8. МИД РФ обвинил власти Литвы в "глумлении над памятью тысяч евреев". jewish.ru. Дата обращения: 2012-9-12. Архивировано 15 сентябрь 2012 года.
  9. Любитель Гитлера и палач евреев - национальный герой Литвы. ИА REGNUM. Дата обращения: 2012-9-12. Архивировано 15 сентябрь 2012 года.
  • Lietuva, 1940–1990 / Anušauskas, Arvydas, et al.. — Vilnius: Lietuvos gyventojų genocido ir rezistencijos tyrimo centras, 2005. — ISBN 9986-757-65-7.  (лит.)
  • Bubnys Arūnas. Vokiečių okupuota Lietuva (1941–1944). — Vilnius: Lietuvos tautinis kultūros fondas, 1998. — ISBN 9986-757-12-6.  (лит.)
  • Lithuania: 700 Years / Gerutis, Albertas. — 6th. — New York: Manyland Books, 1984. — ISBN LCC 75-800570-87141-028-1.
  • Misiunas Romuald J. The Baltic States: Years of Dependence 1940–1990. — expanded. — University of California Press, 1993. — ISBN 0-520-08228-1.
  • Lietuvos laikinoji vyriausybė: posėdžių protokolai. 2005
  • Pilypas Žukauskas. 1941 birželio sukilimas Kaune (лит.). aidai.us. — мемуары участника восстания. Дата обращения: 2012-9-18. Архивировано 31 октябрь 2012 года.