Иҙел-тауэр
Иҙел-тауэр | |
Торған урыны | ![]() |
Төҙөлөш | 2016—2019 |
бейеклек | |
---|---|
Түбә | 102,3 м[1] |
Техник параметрлар | |
Ҡат һаны | 31 |
Архитекторы | «Проспект» архитектура бюроһы Владимир Травуш менән берлектә |
Төҙөүсе | «Жилстройинвест» компаниялар төркөмө |
Иҙел-тауэр — Өфөнөң Октябрь проспектында төҙөлгән 31 ҡатлы, бейек йорт[2] . Уның бейеклеге 99,9 метр[3]. Бейеклеге буйынса Уралсиб банкыһынан ҡала икенсе бина (әммә ҡоролма түгел) булып һанала. Бинаның ҡушма атамаһының тәүге өлөшө башҡорт телендә йылғаны аңлатҡан иҙел һүҙе.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҙел-тауэр Өфөнөң иң бейек йорто тип билдәләнә. Тәүге проект буйынса уның бейеклеге 155 метр, ә ҡаттар иҫәбе 42 була[4]. Һөҙөмтәлә проект бейеклеге 100 метрға, ҡаттар һаны 31-гә тиклем ҡыҫҡартыла. 2016 йылдың майында нигеҙ һалына[5]. Нигеҙ плитаһының оҙонлоғо — 48 метр, бейеклеге — 2,2 метр. Төҙөлөш 2019 йылдың икенсе кварталында тамамланасаҡ тип планлаштырылған
Тасуирлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() | |
---|---|
![]() |
Проект 155 метров |
![]() |
Проект 100 метров |
![]() |
Июль 2014 |
![]() |
Май 2015 |
![]() |
Июнь 2016 |
Бейек йорт «Четыре сезона» тораҡ комплексының бер өлөшө булып тора. Үҙ эсенә 6 ҡаттан 24 ҡатҡа тиклем үҙгәреп торған йортто һәм 31 ҡатлы башняны ала. Төҙөлөш участкаһы төҙөүсе компания тарафынан 305 миллион һумға һатып алынған.[6]. Төҙөлөш модулле төҙөүҙе күҙ уңында тота: здание, эсенә быяла һәм йылытҡыс индерелгән айырым панелдәрҙән йыйыла[7]. Был технология Рәсәй территорияһында Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм Екатеринбургта уңышлы файҙаланылған да инде. Төҙөлөштә, яҡын торған зданиеларға баҫымды кәметеү мөмкинлеге биргән ер цементлы свайҙар файҙаланыла[4]. Инженер һәм технологик мәсьәләләрҙе хәл итеү мәсьәләһе консультанты булып, архитектор һәм техник фәндәр докторы Владимир Травуш сығыш яһай[4].
Тәүге ике ҡат офис биналарын, сауҙа үҙәктәрен, банктарҙы, В класлы бизнес үҙәк һәм ресторанды урынлаштырыу өсөн, ҡалғандары 1, 2, 3 һәм 4 бүлмәле фатирҙар өсөн бүленә [4]. Түшәмдең бейеклеге 3 метр. «Ҡалала ҡала» концепцияһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, комплексҡа балалар баҡсаһы, күп профилле медицина үҙәге, көнкүреш хеҙмәте предприятиеһы һәм лифты булған, өс кимәлле ер аҫты паркингынан тора. Юғарғы ҡатта йортта йәшәүселәр өсөн күҙәтеү майҙансығы ҡаралған. Зданиела пассажирҙар ағымын оптимизациялаған интеллектуаль системалы 4 лифт бар. Һәр кабина айырым ҡатты хеҙмәтләндерә. Лифттар ер аҫтындағы парковкаға тиклем төшә ала. Тораҡ комлекс янындағы территорияла ял итеү, прогулкала йөрөү һәм велосипед юлы зонаһы төҙөү планлаштырлған.
Хәүефһеҙлек сараһы йәһәтенән видеокүҙәтеү һаҡ системаһы, халыҡты эвакуациялау менән идара итеү һәм төп конструкцияларҙың деформацияланыу торошо мониторингы ла ҡаралған. Здание стенаһы янғын хәүефһеҙле буйынса өҫтөнлөгө булған газобетондан эшләнгән[4]. Башҡортостан Республикаһы хәүефһеҙ райондар исемлегендә булһа ла, Иҙел-тауэр биш баллы тәьҫир көсөнә иҫәпләнгән.
Өфөнөң башҡа бейек зданиелары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҙел-тауэр башняһы бейеклеге буйынса Уралсиб зданиеһын уҙып китә алмай, ә бары тик уға тиңләшеү мөмкинлеге генә бар. Әлеге ваҡытта Өфөнөң Глумилино — 2 биҫтәһендә һәр береһе 121,8 метрға барып еткән бер юлы 5 бейек здание төҙөлә[8][9]. Сипайлово биҫтәһендә 130 метр бейеклегендәге «Ҡурай-тауэр» тип аталған бейек йорт төҙөү проекты бар[10]. Шулай уҡ Сәғит Ағиш һәм Салауат Юлаев проспекты киҫелешендә һәр береһе 154 метр булған 51 ҡатлы игеҙәк башня төҙөлөшө планлаштырылған[11]. Дөәөм алғанда, Өфөнөң Салауат Юлаев проспекты буйлап бейеклеге 100 метрҙан артығыраҡ булған 26 бина төҙөләсәкв[12]. Өфөнөң, авторы АҠШ архитекторы Хельмут Ян булған эшлекле яңы кварталы «Смарт Сити» исемен аласаҡ.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсәйҙең иң бейек зданиелары исемлеге
- Европаның иң бейек зданиелары исемлеге
- Уралсиб зданиеһы
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Разрешение на строительство (PDF)
- ↑ Генплан
- ↑ В Уфе началось строительство небоскреба высотой около 100 метров. Администрация городского округа город Уфа (2016-05-21). Тәүге сығанаҡтан архивланған 18 июнь 2016. 18 июнь 2016 тикшерелгән.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Первый небоскреб // Коммерсантъ, 2 апреля 2015
- ↑ В Уфе на заливку фундамента небоскреба Idel Tower потребуются почти сутки // Башинформ, 19 мая 2016
- ↑ Около остановки «Театр кукол» в Уфе планируют построить высотный комплекс // «Три шурупа», 19 декабря 2013 года
- ↑ Каким будет первый уфимский небоскреб?
- ↑ Разрешение на строительство в формате pdf
- ↑ Официальный сайт проекта
- ↑ Главпроект. Курай-тауэр
- ↑ В Уфе появятся башни-близнецы высотой 154 метра
- ↑ В Уфе может появиться самое высокое здание за пределами МКАД
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Официальный сайт
- 3D-АэроТур
- Онлайн трансляция стройки
- Башкирия: Уфа прирастает тауэрами?
- Башкирия: В Уфе развивается высотное строительство
- Высочайшие здания Уфы
- Здания Уфы от 20 этажей
- Idel Tower // Emporis.com
- Уфа будущего. 27 проектов, которые изменят облик столицы Башкирии
- Исследование РБК: Когда в Уфе появятся настоящие небоскребы? // РБК, 9 марта 2016 года