Иңкештәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иңкештәр
Bumblebee 2006.jpg
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Bombus Latreille, 1802

Синонимдар
  • вкл. Psithyrus Lepeletier, 1833[1]
  • Agribombus Skorikov, 1938[1]
  • Agrobombus (Adventoribombus) Skorikov, 1922[1]
  • Agrobombus (Laesobombus) Skorikov, 1922[1]
  • Alpigenibombus Skorikov, 1938[1]
  • Alpinibombus Skorikov, 1937[1]
  • Apathus Newman, 1834[1]
  • Bombus (Agrobombus) Vogt, 1911[1]
  • Bombus (Anodontobombus) Krüger, 1917[1]
  • Bombus (Boopobombus) Frison, 1927[1]
Подроды
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  154397
NCBI  28641
EOL  104136

Иңкештәр (лат. Bombus) — ысын бал ҡорттары ғаиләһенә ҡараған яры ҡанатлылар заты.

Яҡынса 300 төрө билдәле; Африканан башҡа, бөтә континенттарҙа ла киң таралған. Башҡортостанда 30‑ҙан ашыу төрө бар: баҡса иңкеше, баҫыу иңкеше, ер иңкеше, ҡала иңкеше, өң иңкеше һ.б.

Ҡыҫҡаса биологик мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәне 3,5 см тиклем оҙонлоҡта, ҡуйы төклө, ҡара, аҡ, сағыу ерән һәм һары һыҙатлы. Инә һәм эшсе заттарҙың (үҫешеп етмәгән инә бөжәктәр) ҡаяуы бар; артҡы сирағы һеркә ташыуға яраҡлашҡан: оҙон ныҡлы төк менән уратылған уйымы бар. Ата заттар (әре ҡорттар) оҙон мыйыҡлы, ҡушылыу ҡыҫҡыстары бар, инә бөжәктәрҙән вағыраҡ, эшсе заттарҙан ҙурыраҡ. Ояны (йомро, төҙөк булмаған овал күҙәнәкле, ҡоро үлән ҡатыш балауыҙҙан эшләнгән) аталанған ҡышлап сыҡҡан инә зат яҙын кимереүселәрҙең буш өңөндә, таш араһында, мүк аҫтында төҙөй. Кәрәҙ күҙәнәгенә 8—16 (оҙонлоғо 2—4, диам. 0,5—1,0 мм) йомортҡа һала. 5—6‑сы көнгә йомортҡаларҙан балағорттар сыға, улар 10—12, ҡурсаҡтар 2 аҙна үҫә. Эшсе заттар май аҙағында—июндә сыға, ата һәм инә заттар — августа. Башҡортостан Республикаһы шарттарында миҙгеленә бер нисә быуын үҫә. Аталанған йәш инә заттар ҡышлай.

Йәшәйеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иңкеш көндөҙ әүҙем. Сәскәле үҫемлектәр нектары һәм һеркәһе менән туҡлана. Бөтә ерҙә лә осрай. Иңкеш үҫемлектәрҙе, бигерәк тә клеверҙарҙы һеркәләндерә. Әрмән иңкеше, үҙгәреүсән иңкеш, таңҡа иңкеше Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Иңкештәр геральдикала[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 1,8 1,9 BioLib Ҡалып:Ref-cz Profil taxonu — rod čmelák Bombus Latreille, 1802

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «шмель» мәҡәләһе бар

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]