Эстәлеккә күсергә

Иҫәнгилдин Ғәни Ниғмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫәнгилдин Ғәни Ниғмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1914
Тыуған урыны Хәйбулла районы
Иҫәнгилде, Сиҙәм ауыл Советы (Хәйбулла районы), Хәйбулла районы
Һөнәр төрө разведчик
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Иҫәнгилдин Ғәни (Ғәниулла) Ниғмәт улы (1914 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, разведчик, рядовой.

Ғәни Ниғмәт улы Иҫәнгилдин 1914 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылында тыуа. Ҡыҙыл Армия сафына БАССР-ҙың Матрай районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. 112-се кавалерия дивизияһының 62-се кавалерия полкы 7-се гвардия кавалерия корпусында взвод разведчигы булып хеҙмәт итә[1].

1943 йылда «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Миҙалға тәҡдим ителгән награда ҡағыҙында былай тип яҙылған:

« 1943 йылдың 18—22 сентябрендә Мина станцияһынан Чернигов ҡалаһы йүнәлешенә ҡарай Иҫәнгилдин Ғәни Ниғмәт улы көнөнә бер нисә тапҡыр разведкаға бара һәм командованиеға дошман ғәскәрҙәренең һәм уларҙың ут нөктәләре урынлашыуы тураһында аныҡ мәғлүмәттәр алып ҡайта. Разведкала үҙен йылдам, ҡыйыу тота, был разведканы уңышлы үткәрергә һәм мәғлүмәттәр алырға булышлыҡ итә.[2] »

.