Йылға системаһы
Йылға системаһы |
Йылға системаһы — бер уртаҡ йырҙала йәки тармаҡта диңгеҙгә, күлгә йәки башҡа һыу объекттарына һыуын ҡойоусы йылғалар йыйылмаһы.


Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ул төп йылға (система олоно) һәм беренсе, икенсе һәм унан һуңғы дәрәжәләге ҡушылдыҡтарҙан тора. Беренсе дәрәжә ҡушылдыҡ тип аталғаны төп йылғаға туранан-тура ҡушыла, икенсе дәрәжәләгеһе — беренсе ҡушылдыҡтарҙың ҡушылдыҡтары, һәм артабан шул тәртиптә дауам итә.Ҡайһы ваҡыт йылғалар дәрәжәһе, киреһенсә, ҙур булмаған йылғаларҙан төп йылғаға ҡарай һанала.
Йылғалар системаһына исем төп йылға атамаһы буйынса бирелә, ғәҙәттә, ул системала иң оҙон һәм иң мул һыулы йылға булып тора .
Башҡортостан йылға системалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан йылғалар системаһында Ағиҙел йылғаһы һәм ҡушылдыҡтары, Яйыҡ (Йәнгел, Оло Ҡыҙыл, Төйәләҫ, Оло Урғаҙа , Таналыҡ һәм йылғалары) һәм Яйыҡтың иң ҙур ҡушылдығы Һаҡмар (ҡушылдыҡтары Ҡурғашлы, Урман Йылайыры, Ялан Йылайыры, Оло Эйек һәм Кесе Эйек менән) өс йүнәлештә — көнбайышҡа, көнсығышҡа һәм көньяҡҡа табан атмосфера яуым-төшөмдәренә йүнәлеш биреүсе булып хеҙмәт итә.
Шул уҡ ваҡытта Ағиҙел йылғаһы системаһы Башҡортостан Уралынан һәм уның ҡыҙырымдарынан — көнбайыш һөҙәклектән, Яйыҡ йылғаһы системаһы — көнсығыш һөҙәклектән, ә Һаҡмар йылғаһы системаһы Көньяҡ Урал пенепленынан һыу йыя[1]
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гидрографик селтәр
- Рәсәй йылғалары
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Гареев А. М. Реки и озера Башкортостана. — Уфа: Китап, 2001. — 260 с. ISBN 5-295-02879-8.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хортон Р. Е. Эрозионное развитие рек и водосборных бассейнов. Гидрофизический подход к количественной морфологии. Пер. с англ. М.-Л., Изд-во иностр. лит., 1948. 158 с.
- Маккавеев Н. И. Русло реки и эрозия в её бассейне. М., Изд-ва АН СССР, 1955. 346 с.