Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан Уралы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан Уралы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Майҙан 479 км²
Карта
 Башҡортостан Уралы Викимилектә

«Башҡортостан Уралы» — Башҡортостан Республикаһына ҡараған Көньяҡ Урал макроһыртындағы ЮНЕСКО иҫәбендәге комплекслы биосфера резерваты. Рәсәйҙә был 41-се биорезерват.

«Башҡортостан Уралы» комплекслы биосфера резерваты составына «Шүлгәнташ ҡурсаулығы» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, «Башҡортостан» милли паркы, «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы, «Алтын-Солоҡ» тәбиғәт зоология заказнигы һәм «Эйек» зоологик заказнигы инә. Был комплекслы биосфера резерваты Күгәрсен, Мәләүез һәм Ишембай райондары территорияһын биләй һәм уның дөйөм майҙаны 346 мең гектар тәшкил итә. Территория өс зонаға бүленә: төп өлөшө 48 мең га, төп өлөштө уратып торған буфер зонаһы 90 мең га һәм хеҙмәттәшлек йәки күсеү зонаһы 207 мең га.

Биорезерват территорияһында 1600 үҫемлек (үҙ эсенә эндемик, реликт төр үҫемлектәрҙе, Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән 63 төр үҫемлек, шуларҙың 14-е Рәсәй Ҡыҙыл китабына ингән үҫемлектәр төрө теркәләгән.

Биорезерватта йәшәгән 2157 хайуан төрө, шуларҙың 84-е Башҡортостандың, ә 40 төр хайуан — Рәсәй Ҡыҙыл китабына индерелгән. Ошо хайуандарҙың 177 төрө Берн конвенцияһының европа исемлегенә индерелгән.

Биорезерватта европа әһәмиәтле ике мөһим орнитология территорияһы бар — һирәк осраусы ҡоштар оялаған Ағиҙел-Нөгөш йылғалары аралығы һәм Өрөк йылғаһы тирәһе.

Биорезерваттың төп өлөшөндә хужалыҡ алып барыу эшмәкәрлеге тулыһынса тыйылған. Буфер зонаһында экологик туризм һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге алып барыуға рөхсәт бирелә. Күсеү йәки хеҙмәттәшлек зонаһында тәбиғәтте ҡырмайынса, уға зыян килтермәйенсә файҙаланыу, ауыл хужалығы ерҙәрен ҡулланыу, туризм инфраструктураларын (юлдар, ҡунаҡханалар) булдырыу рөхсәт ителә.

2013 йылдың 11 декабрендә үткән биосфера резерваты менән идаралыҡ итеүҙең Координация советында "Башҡортостан Уралы"ның логотибы раҫлана. Был логотипты ЯСЙ «Юнона» халыҡ-сәнғәт һөнәрҙәре ижади берләшмәһе дизайнеры Анастасия Бочкарёва эшләгән. 2013 йылдың 5 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Экология министрлығы иғлан иткән иң яҡшы логотип конкурсына үҙ эштәрен 30 ижади берләшмә коллективтары һәм айырым дизайнерҙар килтергән[1].

Эре себер боландары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2013 йылда Ишембай районы территроияһындағы «Олений парк (Болан паркы)» вольер хужалығында эре себер боландарының популяцияһы тергеҙелә башлай. 2013 йылда хужалыҡ территорияһына 28 баш эре себер боланы килтерелә. Башҡортостан тәбиғәт шарттарына һәм аҙыҡ базаһына хайуандар бик уңышлы өйрәнеп китә. 2014 йылда уларҙан 8 эре себер болан балаһы тыуған[2].

  1. Новости. ecology.bashkortostan.ru. Дата обращения: 5 ғинуар 2018. 2014 йыл 28 декабрь архивланған.
  2. Деятельность. ecology.bashkortostan.ru. Дата обращения: 5 ғинуар 2018. 2016 йыл 4 март архивланған.