Йыуаса
Уҡыу көйләүҙәре
| Йыуаса | |
|
Основное блюдо | |
| Милли аш-һыу | |
|---|---|
|
Башҡорт милли ашы | |
| Авторы | |
| Тыуған иле | |
Йыуаса — башҡорт милли аш-һыуы, төрки һәм монгол халыҡтары араһында таралған. Һөт менән йомортҡа ҡушып йәиһә сдобанан (сүпрә нигеҙендә, һөт, май, йомортҡа һ.б. тәмләткестәр ҡушып) эшләнгән ҡамырҙан әҙерләнә. Ҡамыр 1 йә 1,5 мм ҡалынлығында йәйелә, яҡтары 5 см ҙурлығындағы ромбиктарға киҫелә. Икенсе вариант — ҡамырҙы түңәрәк киҫәк итеп йәйәләр ҙә 5 см оҙонлоғондағы буйҙарға киҫәләр. Иретелгән йәиһә эс майында әҙерләйҙәр. Сәй янына тәрилкәләрҙә һәм вазаларҙа бирәләр, шулай уҡ һаҡлыҡҡа ла бешерәләр.
Ингредиенттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- он
- йомортҡа
- шәкәр
- аҡ май
- тоҙ.
Йолаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыуаса туй һәм байрам һыйы булараҡ әҙерләнә, Ҡорбан, Ураҙа һәм башҡа мосолман байрамдарында таратыла.
Башҡортостанда «Йыуаса» туй йолаһы таралған.