Эстәлеккә күсергә

Әмиров Йыһангәрәй Ғилман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Йыһангәрәй Әмиров битенән йүнәлтелде)
Йыһангәрәй Ғилман улы Әмиров
Тыуған көнө

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Пермь губернаһы

Вафат булған көнө

билдәһеҙ

Вафат булған урыны

билдәһеҙ

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Йыһангәрәй Ғилман улы Әмировбашҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре.

А. Ш. Ярмуллин буйынса, Әмиров Йыһангәрәй Ғилман улы сығышы менән Пермь губернаһынан булырға тейеш[1].

1917 йылдың 20–27 июлендә Ырымбурҙа уҙғарылған I Бөтә башҡорт ҡоролтайында ҡатнаша. Башҡорт үҙәк шураһының башҡарма комитеты ағзаларының ярҙамсыһы итеп һайлана[2]. Һуңыраҡ иҡтисад бүлегенең мөдире булып эшләй. 1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостан автономияһын иғлан иткән Башҡорт үҙәк шураһының 2-се һанлы Фарманын әҙерләүҙә ҡатнаша[1].

1917 йылдың 8–20 декабрендә Ырымбурҙа уҙғарылған III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайында ҡатнаша. Ҡоролтай барышында Башҡортостан автономияһының Кесе Ҡоролтайына (предпарламентҡа) ағза итеп һайлана[1].

1918 йылдың ғинуарында Пермь губернаһы башҡорттарынан вәкил булараҡ Өфөлә төрки-татарҙарҙың Милли мәжлесе съезында ҡатнаша, башҡорт делегацияһы составында Әмиров Башҡортостан автономияһы мәнәғәттәрен яҡлап сығыш яһай[1].

1918 йылдың йәйендә Башҡорт хөкүмәтенең Финанс бүлеге мөдире урынбаҫары вазифаһын башҡара. Һуңынан Башҡорт хөкүмәтенең махсус йомоштар үтәүсе чиновнигы булып хеҙмәт итә. Шул йылдың октябрендә хөкүмәт тарафынан Орск ҡалаһына Орск өйәҙе земствоһын бөтөрөү буйынса комиссияла ҡатнашыу өсөн ебәрелә[3].

Башҡорт АССР-ы Мәғариф халыҡ комиссариаты коллегияһы ағзаһы була. Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитетының 1922 йылдың 16 февралендәге ҡарарына ярашлы Мәғариф халыҡ комиссариатының фәнни бүлеге эргәһендә Башҡортостан көнкүрешен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү буйынса йәмғиәт ойошторола, уның ағзаһы итеп Әмиров һайлана[4].

1927 йылда Башҡорт АССР-ының Мәскәүҙәге сауҙа вәкиллегендә эшләй. Шул уҡ йылдың майында Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе Әҡсән Мөхәмәтҡоловтың тәҡдиме буйынса, республиканың Госпланына эшкә күсерелә[1].

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында: Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре хаҡында ҡыҫҡаса биографик очерктар. — Өфө, 2009. — С. 171. — 222 с.
  2. ИБН, 2010, с. 119
  3. А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920). Документы и материалы. Ч. 1 / Сост. Н. М. Хисматуллина, Р. Н. Бикметова, А. М. Галеева, Ю. Р. Сайранов. — Уфа: Китап, 2005. — С. 181. — 392 с. — ISBN 5-295-03702-9.
  4. ИБН, 2010, с. 327
  • А. А. Валидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920). Документы и материалы. Ч. 1 / Сост. Н. М. Хисматуллина, Р. Н. Бикметова, А. М. Галеева, Ю. Р. Сайранов. — Уфа: Китап, 2005. — С. 61, 69, 87, 95, 181, 236. — 392 с. — ISBN 5-295-03702-9.
  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  • Национально-государственное устройство Башкортостана (1917–1925). Т. 1. — Уфа, 2002. — С. 189, 216.