Эстәлеккә күсергә

Йәнекәев Рафаэль Сәлихйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәнекәев Рафаэль Сәлихйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 февраль 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Мортаза, Рәсәй
Вафат булған көнө 16 август 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө агроном, селекционер
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Әүҙемлек урыны Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты‎
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыҡһыныу өлкәһе үҫемлектәр селекцияһы[d]

Йәнекәев Рафаэль Сәлихйән улы (12 февраль 1932 йыл16 август 2007 йыл) — агроном-селекционер. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1992), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1986).

Рафаэль Сәлихйән улы Йәнекәев 1932 йылдың 12 февралендә Башҡорт АССР-ының Топорнин районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы) Яңы Мортаза ауылында тыуған. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән, Йәнекәев Рифҡәт Сәлих улының ҡустыһы. 1956 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын (хәҙер Башҡорт дәүләт аграр университеты) тамамлай һәм шул уҡ йылда Ҡариҙел районының «Совет» колхозында баш агроном булып эшләй башлай. 1957 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында эшләй: 1965 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәре, 19741977 йылдарҙа һәм 19841998 йылдарҙа лаборатория мөдире [1].

2007 йылдың 16 авгусында вафат була, Өфө районы Ҡыҙылъяр ауылында ерләнгән.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғилми хеҙмәттәре күп йыллыҡ мал аҙығы культураларының яңы сорттарын сығарыу һәм мал аҙығы үҫемлектәрен интродукциялауға арналған. Ғалим тарафынан мал аҙығы үҫемлектәренең түбәндәге төрҙәре сығарылған: люцернаның (Бибинур, Уфимская 7), аҡ ҡандала үләненең (Чермасан), йыйылма айрауыҡтың (Бирская 1) һәм тамырсалы суҡҡыяҡтың (Урал); күп йыллыҡ мал аҙығы культуралары интродукцияланған: себер аҡтамырсығы (тауҡыяғы), ҡыҙыл йыланҡуҙағы, ҡамышүлән бүтәгәһе, бейек ирғылсыҡ һәм башҡа бик күп төрҙәре. Люцернаның, көнсығыш кәзә үләненең, мал борсағының, сояның һәм башҡа культура орлоҡтарынан юғары уңыш алыу технологияларын уйлап таба. Был технологиялар Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалыҡтарына индерелә. 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 9 уйлап табыу авторы[1].

Хеҙмәттәре:

  • Семеноводство многолетних трав. Уфа, 1980 (авторҙаш);
  • Люцерна на корм и семена. М., 1982 (авторҙаш);
  • Технология возделывания двукисточника тростникового на семена в регионе Урала. Уфа, 1999 (авторҙаш).
  • В. Р. Вильямс исемендәге мал аҙығы етештереү һәм агроэкология Федераль ғилми үҙәге тарафынан сығарылған яңы төр люцерна Йәнекәев Иҫтәлегенә (Люцерна Памяти Еникеева) тип атала[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]