Эстәлеккә күсергә

Йәрмөхәмәтов Зөлҡәрнәй Әнәс улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәрмөхәмәтов Зөлҡәрнәй Әнәс улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған урыны Иҫән, Рәсәй
Вафат булған көнө 18 июнь 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Вафат булған урыны Иҫән, Рәсәй
Һөнәр төрө уҡытыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Йәрмөхәмәтов Зөлҡәрнәй Әнәс улы (рус. Ярмухаметов Зулкарнай Анасович; 17 ғинуар 1917 йыл — 18 июнь 1999 йыл) — уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры[1].

Зөлҡәрнәй Әнәс улы 1918 йылдың 1 апрелендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Иҫән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Башланғыс белемде Иҫән мәктәбендә ала. Артабан Түбә мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Белемгә ынтылған егет Темәс колхоз йәштәре мәктәбенә лә йөрөп уҡый. 1935 йылда Ырымбур башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә. 1936 йылда был техникум Темәскә күсерелә һәм Темәс башҡорт педагогия училищеһы тип атала башлай. Ошо уҡыу йортон 1937 йылда уңышлы тамамлап, Күсей ете йыллыҡ мәктәбендә математика, физика фәндәренән уҡыта. 1938 йылдан Бөрйән районының Иҫке Собханғол мәктәбендә эшләй[1].

1942 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Әлкәләге хәрби гарнизонда кесе командирҙар курсында взвод командиры вазифаһын үтәй. Тәүҙә өлкән сержант званиеһында 2-се Украина фронтында, аҙаҡ 3-сө Украина фронтында һуғыша. Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы һәм Бөйөк Еңеүҙең юбилей даталарына арналған наградалар менән бүләкләнә.

Һуғыштан һуң Зөлҡәрнәй Әнәс улы бөтә ғүмерен балалар уҡытыуға арнай[1].

Зөлҡәрнәй Йәрмөхәмәтов 1999 йылдың 18 июнендә вафат була һәм тыуған ауылы Иҫәндең зыяратына ерләнә.

Ғаиләһе һәм балалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1947 йылда Мөхәмәтйәнова Айытбикә Мәғәфүр ҡыҙына өйләнә. Ғаиләлә 9 бала тәрбиәләнеп оло тормош юлына сыға. Айытбикә Мәғәфүр ҡыҙы Әсәлек миҙалы, «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн», «Әсәлек даны» миҙалдары менән бүләкләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

II дәрәжә Ватан һуғышы ордены ();

«Батырлыҡ өсөн» миҙалы ();

«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы (1947);

Бөйөк Еңеүҙең юбилей даталарына арналған наградалар.

  1. 1,0 1,1 1,2 Сәйғәфәров Ә. М. «Тарих һәм кеше яҙмышы солғанышында Иһән ауылы». — Өфө: «Китап», 2019 й. — С. 300 б..
  • Сәйғәфәров Ә. М. Тарих һәм кеше яҙмышы солғанышында Иһән ауылы. Өфө. 2019. Т. 350экз. — 300 б.