Эстәлеккә күсергә

Баһауетдинов Йәһүҙә Ғилметдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Йәһүҙә Баһауетдинов битенән йүнәлтелде)
Баһауетдинов Йәһүҙә Ғилметдин улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 3 ғинуар 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны 2-се Сулпан ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 20 март 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Октябрь Революцияһы ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Баһауетдинов Йәһүҙә Ғилметдин улы (3 ғинуар 1922 йыл20 март 2000 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1950—1985 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Благовар районының «Октябрь» колхозы бригадиры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Йәһүҙә Ғилметдин улы Баһауетдинов 1922 йылдың 3 ғинуарында хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Благовар районының Сулпан ауылында тыуған. Үҫмер сағынан үҙ ауылындағы колхозда төрлө эштә йөрөй. 1937 йылдан Өфө моторҙар эшләү заводында, 1939 йылдың февраленән Приморье крайының Сучан станцияһында йөк тейәүсе була.

Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көнөнән фронтҡа алына. Ленинград һәм Харьков янындағы, Днепрҙы аша сыҡҡандағы ҡаты яуҙарҙа ҡатнаша, Прибалтиканы, Польшаны, Румынияны немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итә. Старшина Йәһүҙә Баһауетдинов өс тапҡыр ҡаты яралана.

Күсербай ауыл Советына ҡараған тыуған ауылы Сулпанға 1946 йылдың майында ҡайта һәм бер аҙнанан колхозға эшкә сыға. 1950 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы өс тиҫтә ярым йыл Благовар районы «Октябрь» колхозының баҫыусылыҡ бригадаһын етәкләй. Был осорҙа колхозсылар юғары иген уңышы алыуға ирешә, даими рәүештә социалистик ярышта еңеп сыға, бригада СССР Халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнаша. Был уңыштары өсөн бригадир Йәһүҙә Ғилметдин улына 1966 йылда «Социалистик Хеҙмәт Геройы» тигән исем бирелә. Ул 1969 йылдың ноябрендә Колхозсыларҙың III Бөтә союз съезына делегат итеп һайлана.

Йәһүҙә Ғилметдин улы Баһауетдинов 2000 йылдың 20 мартында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)
  • Октябрь Революцияһы ордены (1979)
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1990)[1]
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)