Ҡағы
Ҡағы | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 84 км |
Бассейн | 604 км² |
Һыу ағымы | |
Инеше | |
· Координаталар | 53°40′34″ с. ш. 58°17′10″ в. д.HGЯO |
· Урынлашыуы | Үҙәнбаш ауылы |
· Бейеклеге | 776 м |
Тамағы | Ағиҙел |
· Урынлашыуы | Ҡағы ауылы янында |
· Бейеклеге | 390 м |
· Координаталар | 53°40′34″ с. ш. 58°17′10″ в. д.HGЯO |
· Координаталар | 53°32′02″ с. ш. 57°40′41″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | Каспий диңгеҙе |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Башҡортостан Белорет районы Әбйәлил районы |
РДҺР | 10010200212111100017140 |
Ҡағы Викимилектә |
Ҡағы — Рәсәйҙәге йылға. Ағиҙел йылғаһының һул ҡушылдығы. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға. Уралтау һыртының Ҡағыташ тауынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта башлана. Ағиҙел йылғаһына тамағынан 1188 км алыҫлыҡта ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 84 км, бассейн майҙаны 590 км².
Белорет, Әбйәлил, Бөрйән райондары буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан аға. Оло Ял тауынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта төньяҡҡа борола һәм артабан Белорет районы буйлап аға.
Башлыса ҡар һыуы менән туйына. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 3,3 м3/с.
Бассейн рельефы уртаса таулы, йылға үҙәне Уралтау һәм Ҡыраҡа һырттары араһындағы тау упҡынында урынлашҡан. Ландшафты тау-урман ҡараһыу-һоро тупрағындағы ҡарағас ҡатыш ҡарағай ҡайын урмандарынан тора, йыуылған ҡара тупраҡта болонло далалар осрай. Бассейнының 86%-ын урман, 5%-ын һөрөнтө ер биләй. Йылғала Белорет районы Ҡағы ауылы эргәһендә быуа төҙөлгән. Иң ҙур ҡушылдыҡтары (бөтәһе лә — һул) — Мәйгәште, Оло Мәйгәште, Өстөмәнде йылғалары[2].
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Ағиҙел йылғаһы Арский Ташы һыу үлсәү посынан Йомағужа һыуһаҡлағысына тиклем . Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[3].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[3]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200212111100017140
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101714
- Бассейн коды — 10.01.02.002
- ГӨ буйынса томы — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
- ↑ Ҡағы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 3,0 3,1 РФ һыу реестры: Ҡағы .
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡағы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2021)
- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
Иғтибар! Мәҡәлә махсус программа (бот) ярҙамында яҙылды. Был мәҡәләлә |
Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ