Калоев Борис Александрович
Борис Александрович Калоев | |
267x400px | |
Эшмәкәрлек төрө: | |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Рәсәй Федерацияһы, Төньяҡ Осетия Байком ауылы |
Гражданлығы: | |
Вафат булған көнө: |
23 октябрь 2006 (90 йәш) |
Вафат булған урыны: | |
Атаһы: |
Александр Борисович Калоев |
Награда һәм премиялары: |
Калоев Борис Александрович (15 февраль[1] 1916 йыл, Рәсәй Федерацияһы, Төньяҡ Осетия Байком ауылы — 23 октябрь[1] 2006 йыл, Мәскәү) — совет, рәсәй этнографы[1], тарих фәндәре докторы, СССР Фәндәр академияһының Кавказ бүлегенең төп ғилми хеҙмәткәре[2]. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, орден һәм миҙалдар менән бүләкләнеүсе.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1916 йылдың 15 февралендә Байк Закин тарлауығы Байком ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[3]. Коста ауылында Борис Александрович ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай[4]. 1931 йылда рабфакка уҡырға инә (Дондағы Ростов), 1936 йылда рабфакты уңышлы тамамлап Ростов дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә[4]. 1937 йылда Төньяҡ-Осетия дәүләт педагогия институтының тарих факультетына күсә. 1940 йылда уңышлы тамамлай[4]. Институтты тамамлағандан һуң армия сафына алына, 1941 йылдың февралдә — Кавказ аръяғы хәрби-сәйәси училище курсанты була. Бөйөк ватан һуғышы йылдарында ҡатнаша, ауыр һуғыш йылдарында Дондағы Ростов, Таганрог, Донбассты азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғышта яралана. I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары һәм 15 миҙал менә наградлана[4].
1945 йылдың 24 июнендә Борис Александрович Мәскәү ҡалаһында Еңеү Парадында ҡатнаша[4].
1948 йылда Мәскәүҙә аспирантурала уҡый (СССР ФА этнография институты)[4]. Диссертация яҡлап: 1951 йылда «Моздок осетиндары (тарихи-этнографик тикшеренеүҙәр)» тигән темаға кандидат диссертацияһы, 1969 йылда «Осетиндар. Этнографик характеристикаларын һәм этногенез проблемалары» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[3].
1950-2006 йылдарҙа А. Калоев СССР Фәндәр академияһының этнография институтының Кавказ секторында кесе ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр, әйҙәүсе һәм төп ғилми хеҙмәткәр вазифаларын башҡара[3].
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
- II дәрәжә Dатан һуғышы ордены;
- «Миҙал хәрби хеҙмәттәре өсөн»;
- «Батырлыҡ өсөн»миҙалы;
- Осетия даны һәм башҡа миҙалдар.
Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 15 февралдә тыуғандар
- 1916 йылда тыуғандар
- 23 октябрҙә вафат булғандар
- 2006 йылда вафат булғандар
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Тарих фәндәре докторҙары
- ХХ быуат этнографтары
- Рәсәй этнографтары
- СССР этнографтары
- Алфавит буйынса этнографтар
- Рәсәй ғалимдары
- СССР ғалимдары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Мәскәүҙә вафат булғандар